Ростов метрополитены

Ростов метрополитены — Дондағы Ростовта планлаштырылған метрополитен системаһы. Проектлау буйынса тәүге эштәр 1979—1989 йылдарҙа бара һәм һуңғы СССР-ҙың ҡатмарлы социаль-иҡтисади хәле арҡаһында ябыла[1]. 2008 йылда метро төҙөү буйынса эштәр ҡайтанан тергеҙелә, 2013 йылда беренсе линияны проектлауға конкурс иғлан ителә, әммә 2015 йылда уҡ ул ғәмәлдән сығарыла. 2019 йылда проект буйынса фекер алышыу дауам итә, төҙөлөш алдағы 5 йылда башланыуы көтөлә[2], әммә ул 2015 йылда уҡ туҡтатыла[3].

Ростов метрополитены
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Ширина колеи 1520 мм (русская колея)[d]
Система электрификации 825 В пост.[d]
Ҡулланыу статусы планируемое здание или сооружение[d]
 Ростов метрополитены Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Беренсе проект (1980 йыл) үҙгәртергә

Ростовтағы метро тураһында тәүге тапҡыр 1960 йылдар аҙағында һүҙ алып барылды. Ул саҡта ер өҫтө тибындағы метрополитен тимер юл буйлап тиҙ йөрөшлө хәрәкәт ойоштороу планлаштырыла, ләкин тормошҡа ашырылмай[4].

Ҡала халҡы үҫә башлай, һәм 1979 йылда СССР Хөкүмәте ер аҫты метрополитены төҙөлөшөнөң техник-иҡтисади нигеҙен әҙерләргә ҡарар итә. Проект менән «Мосгипротранс» һәм «Армгипротранс» шөғөлләнә. 1980 йылдың мартында проектланған станциялар урынында инженер-геологик тикшеренеүҙәр башлана. Был эштәрҙең һөҙөмтәһе булып ике линия трассаһы торҙо: ҡаланың көньяғынан һәм төньяҡтан Батайскиға табан көнбайыштан[1].

1987 йылдың майында СССР Министрҙар Советы Ростов метрополитенын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Еревандың «Армгипротранс» белгестәре көнбайыштан көнсығышҡа табан йүнәлешенең беренсе линияһы проектын әҙерләй. 9 станция төҙөү күҙаллана: «Ворошиловская» (икенсе линияға күсеп ултырыусы), «Киров», «Театр майҙаны», «К. Маркс», «Шолохов майҙаны», «Сельмаш» һәм электр депоһы — беренсе сиратта; «Будёновская», «Вокзал» һәм артабан Стачка проспектынан көнбайышҡа — икенсе сиратта. 2000 йылда төҙөлөш тамамланырға тейеш була. Әммә 1989 йылда илдәге ҡатмарлы иҡтисади хәлгә бәйле бөтә эштәр ҙә туҡтатыла[1].

Икенсе проект (2010 йыл) үҙгәртергә

Проектҡа йәнә 2000-се йылдар башында әйләнеп ҡайталар[5]. 2008 йылда мэрия «Ростов метро идаралығы» муниципаль ҡаҙна учреждениеһы (МКУ) булдыра. 2010 йылдың майында ОАО «Метрогипротранс» институты Мәскәүҙең Генераль планы институты дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә 1980-се йылдарҙағы проекттар нигеҙендә буласаҡ Ростов метрополитены трассаһы буйынса тәҡдимдәр әҙерләй.

2011 йылдың 21 февралендә Дондағы Ростовта метрополитенды төҙөүгә инвестицияларҙы нигеҙләү дәүләт экспертизаһына ҡарауға тәҡдим ителә һәм ыңғай һығымта ала[6]. 2013 йылдың 18 ғинуарында метрополитендың тәүге линияһын урынлаштырыу өсөн биләмәне планлаштырыу һәм межалау проекты раҫлана[7].

Беренсе линия төҙөлөшөнөң проект документацияһын әҙерләү хаҡы 2014 йылда 945 миллион һумға баһалана[2] (беренсе башланғыс суммаһы — 942 миллион һум). Проект эштәрен финанслау ҡала һәм өлкә бюджетына 2013—2016 йылдарҙа һалына[8] 2015 йылда проектлауҙы тамамлау һәм 2016 йылда федераль программалар буйынса төҙөлөштө финанслауға дәғүә итеү ҡарала[9]. Әммә 2013 йылдың декабрендә генә проектлауға конкурс иғлан ителә[10] һәм ғаризалар тапшырыу ваҡыты уларҙың булмауы сәбәпле бер нисә тапҡыр оҙайтыла. 2015 йылдың ғинуарында «Ростов метро идаралығы» 2016—2017 йылдарҙа Рәсәй иҡтисады тотороҡланғандан һуң 2018 йылда төҙөй башларға ниәтләй[11].

2015 йылдың 8 июлендә «Ростов ҡалаһы метро идараһы» муниципаль ҡаҙна учреждениеһы «Дондағы Ростов ҡалаһының транспорт инфраструктураһы объекттарын төҙөү буйынса дирекция»һына ҡушылыу юлы менән үҙгәртеп ҡорола[12] Ҡала мэры Михаил Чернышев етәкселегендәге эш төркөмө лә ошоға оҡшаш яҙмышҡа дусар була. 2015 йылдың 30 октябрендә метрополитен ҡоролмаларын проектлауға конкурс ғәмәлдән сығарыла[3], «Ростов Метро идаралығы» 2015 йылдың 10 ноябрендә эшләүҙән туҡтай.

Хәҙерге торошо үҙгәртергә

2017 йылдың йәйендә Ростов өлкәһе губернаторы Ростов метрополитены проектының «реанимация»" пландары тураһында белдерә[13] өлөшләтә йәки тулыһынса ер өҫтө метроһы идеялары иғлан ителә[14].

2019 йылдың апрель башында Ростов өлкәһе губернаторы Голубев Василий метрополитен төҙөлөшөнә әҙерләнә башларға ҡуша. Уны 2024 йылдан да һуңға ҡалмайынса башларға йыйыналар[15][16].

2019 йылдың 25 майында Ростов өлкәһе губернаторы Голубев Василий 2020 йылдың уртаһында метрополитен станцияларының (йәки тиҙ йөрөшлө трамвай) схемаһын проектлай башларға ҡуша, шул уҡ көндә метрополитен линиялары планы (йә иһә юғары тиҙлекле трамвай) күрһәтелә[17].

2021 йылдың 24 июлендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин «Дондағы Ростовта метро төҙөү күҙалланмай» тип белдерҙе[18].

Линиялар үҙгәртергә

 
Проектланған Ростов Метрополитенының схемаһы

2010 йылдың майында «Көнбайыш — Төньяҡ-Көнсығыш» линияһын төҙөргә ҡарар итеүҙәре хаҡында иғлан ителә. Был метро линияһы ҡаланың үҙәген автомобиль тығындарынан кәметергә тейеш. Сираттағы линия Стачки проспектындағы Левенцов торлаҡ үҙәгендә планлаштырылған, 17 метрлыҡ эстакаданан тимер юл вокзалы аша үтәсәк, артабан Ростовтың үҙәк урамы Ҙур Садовый һәм Совет урамдары аҫтынан Карл Маркс майҙанына тиклем дауам итә. Левенцов районында, 2-се ТЭЦ янында, линия өсөн электр депоһы төҙөү күҙаллана. «Левенцовская»" станцияһынан алып «Нахичеванская» станцияһына тиклем (Карл Маркс майҙаны) участканың тулы өлөшө 16 саҡрым тәшкил итергә тейеш. Линияның билдәләнгән участкаһында 12 станцияһы буласаҡ, уның эксплуатация оҙонлоғо — 15,8 саҡрым[19]. Линия буйынса юл йөрөү ваҡыты 17,5 минуттан ашасаҡ. Төҙөлөштөң беренсе этабы 8 саҡрым булырға тейеш («Малиновский урамы» станцияһынан алып «Ворошиловская» станцияһына тиклем)[2].

2013 йылдың ғинуар айында Ҙур Садовой урамы менән Будёнский проспекты киҫелешендә алдан планлаштырылған «Будённовская» станцияһы Ростов метрополитенының тәүге линияһы составына инмәүе билдәле булды[20].

Беренсе линияның 1-се сиратын төҙөү хаҡы 2010 йылдың 4 кварталына ҡарата хаҡтарҙа 76,6 миллиард һумға баһалана[6].

Артабан линияны төньяҡ-көнсығышҡа, Ауыл хужалығы районына, һәм Левенцов районының көнбайышына табан оҙайтыу күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта 13 станция урынлаштырылған линияның оҙонлоғо 22 саҡрым тәшкил итер ине.

Икенсе линия үҙгәртергә

Икенсе һәм артабанғы линияларҙы төҙөү 2025 йылдан һуңға планлаштырыла[21].

«Большая Садовая» станцияһынан (бында беренсе линияға күсереп ултыртыу күҙ уңында тотола) алып «Площадь Королёва» станцияһына тиклемге «Төньяҡ-Көньяҡ» линияһының тулы төҙөлөш оҙонлоғо 9,9 саҡрым тәшкил итә. Уның файҙаланыу оҙонлоғо 7,8 саҡрым тәшкил итергә тейеш, ә үтеү ваҡыты — 12,1 минут. Участкала 6 станция урынлаштырыу планлаштырыла:

  • «Большая Садовая» станцияһы (тәрәнлеге 37 м) Ҙур Садовая урамы һәм Пушкин урамдары араһындағы Ворошилоская проспекты аҫтынан тәғәйенләнә[22]. Станция пассажир тәғәйенләнешендәге төп нөктәләрҙең береһе, шулай уҡ Ростов метрополитенының икенсе линияһынан беренсе линия Ворошилов станцияһына , ҡала пассажирҙар транспортына (автобустарға һәм троллейбустарға) транспорт-күсеп ултырыу узелы булараҡ планлаштырыла.
  • «Площадь Гагарина» станцияһы (тәрәнлеге 41 м) бер үк исемле майҙанда урынлаштырырға тәҡдим ителә. Станция икенсе, өсөнсө һәм хорда линиялары араһында Ростов метрополитенының күсеп ултырыу быуындарының береһе итеп планлаштырыла[23].
  • «Ленин проспекты» станцияһы (тәрәнлеге (38 м) Ленин проспектынан көньяҡтараҡ Нагибина проспекты аҫтына урынлаштырырға тәҡдим ителә[24].
  • «Конституцион майҙаны» станцияһы (тәрәнлеге (38 м) Конституция майҙаны аҫтында, Нагибин проспекты буйлап,Нариман урамы менән киҫешкән урында тәҡдим ителә[25].
  • «Космонавтар майҙан» станцияһы (тәрәнлеге (8 м) Космонавтар проспекты аҫтында, төньяҡтараҡ билдәләргә тәҡдим ителә[26].
  • «Королев майҙаны» станцияһы (тәрәнлеге (10 м) Королёв майҙанының төньяҡ майҙанынан Космонавтар проспекты аҫтында тәҡдим ителә[27].

Артабан Дон йылғаһы аша көньяҡҡа Батайск ҡалаһына һәм төньяҡҡа табан, Ростов өлкәһенең Аксай район ы биләмәһенә, линияны оҙайтыу күҙаллана. 11 станция урынлаштырыпған линияның тулы оҙонлоғо 14 саҡрым самаһы тәшкил итергә тейеш.

Өсөнсө линия үҙгәртергә

Ҡаланың Октябрьский һәм Пролетар райондарын хеҙмәтләндереүгә йүнәлтелә, киләсәктә линияны Аксай ҡалаһына тиклем оҙайтыу планлаштырыла. Аксай ҡалаһы буйлап трассаны иҫәпкә алып, «Төньяҡ-көнбайыш — Көнсығыш» линияһының оҙонлоғо, 16 станция урынлаштырылып, яҡынса 19 саҡрым тәшкил итергә тейеш

Дондағы Ростов метроһы мәҙәниәттә үҙгәртергә

  • Дондағы Ростов метроһы 2011 йылдың ғинуарында «Вселенная Метро 2033» серияһында сыҡҡан Руслан Мельниковтың «Муранча»" романында һүрәтләнә.
  • «Ростов метроһы» бард йыры фестивале.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Михаил Кругликов. Двери не открываются. Метро в Ростове могло заработать через год. www.rostov.aif.ru (29 март 2019). Дата обращения: 27 апрель 2019. Архивировано 27 апрель 2019 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 Разработка проектной документации по объекту: «Первая линия Ростовского метрополитена (1 этап строительства)». Госзакупки (14 ғинуар 2015). Дата обращения: 20 ғинуар 2015. Архивировано 5 ноябрь 2014 года. 2014 йыл 5 ноябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 Извещение об отказе от размещения заказа №0358300087913000004 в ред. №23 от 30.10.2015. Разработка проектной документации по объекту: «Первая линия Ростовского метрополитена (1 этап строительства)» (30 октябрь 2015). Дата обращения: 4 февраль 2016. Архивировано из оригинала 2 июнь 2016 года. 2016 йыл 2 июнь архивланған.
  4. Николай Соколов. Ростовское метро: мифы и реальность. YouTube (22 сентябрь 2009). Дата обращения: 7 март 2013.
  5. МКУ «Управление Метро Ростова». Городская Дума и Администрация Ростова-на-Дону. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 27 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 27 ғинуар архивланған.
  6. 6,0 6,1 Предпроектная документация на строительство первой линии Ростовского метрополитена получила положительное заключение государственной экспертизы. Городская Дума и Администрация Ростова-на-Дону (21 февраль 2011). Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 9 июль 2014 года. 2014 йыл 9 июль архивланған.
  7. Администрация Ростова-на-Дону. Об утверждении проекта планировки территории и проекта межевания территории линейного объекта «Первая линия Ростовского метрополитена (1 и 2 этапы строительства)»... Городская Дума и Администрация Ростова-на-Дону (18 ғинуар 2013). Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 10 апрель 2013 года. 2016 йыл 11 сентябрь архивланған.
  8. Городская целевая программа «Развитие городского пассажирского транспорта и транспортной инфраструктуры в городе Ростове-на-Дону на 2011-2015 годы» (18 апрель 2013). Архивировано 10 апрель 2013 года.(недоступная ссылка)
  9. Алексей Швыдкий. Проектирование метро обойдется Ростову в 960 миллионов рублей. Московский комсомолец (6 декабрь 2012). — «По словам заммэра, проектирование ростовской подземки планируют закончить в 2015 году, а уже в начале 2016 года — приступить к строительству первой ветки.» Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 10 март 2013 года.
  10. Конкурс на проектирование первой линии метро объявлен в Ростове. РИА Новости (30 декабрь 2013). Дата обращения: 4 июль 2014. Архивировано 6 май 2016 года.
  11. Новости МКУ «Управление Метро Ростова». Официальный портал городской Думы и Администрации города (ғинуар 2015). Дата обращения: 15 февраль 2015. Архивировано 9 май 2016 года. 2016 йыл 9 май архивланған.
  12. В Ростове-на-Дону строительство метро вновь превращается в миф, ИА REGNUM (14 июль 2015). 28 апрель 2020 тикшерелгән.
  13. Степанов, Александр В Ростове-на-Дону решили вернуться к теме строительства метро. Комсомольская правда (19 июнь 2017). Дата обращения: 17 май 2018. Архивировано 18 май 2018 года.
  14. Богомолов, Илья Метро в Ростове-на-Дону будет преимущественно наземным. Комсомольская правда (9 ноябрь 2017). Дата обращения: 17 май 2018. Архивировано 8 ғинуар 2018 года.
  15. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; prep1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  16. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; prep2 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  17. Назначена дата начала проектирования линий метро или скоростного трамвая в Ростове - DONTR.RU. dontr.ru. Дата обращения: 26 май 2019. Архивировано 27 май 2019 года.
  18. Хуснуллин рассказал, в каких городах построят метро. Дата обращения: 25 июль 2021. Архивировано 25 июль 2021 года.
  19. Схема первой линии Ростовского метрополитена. Городская Дума и Администрация Ростова-на-Дону (21 март 2013). Дата обращения: 1 апрель 2013. Архивировано 9 ғинуар 2019 года. 2019 йыл 9 ғинуар архивланған.
  20. Об утверждении проекта планировки территории и проекта межевания территории линейного объекта «Первая линия Ростовского метрополитена (1 и 2 этапы строительства)». Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 10 апрель 2013 года. 2016 йыл 11 сентябрь архивланған.
  21. Схема второй линии Ростовского метрополитена. Городская Дума и Администрация Ростова-на-Дону. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 9 июль 2014 года. 2014 йыл 9 июль архивланған.
  22. Предпроектные предложения по станции «Большая Садовая» 2-й линии. Городская Дума и Администрация Ростова-на-Дону. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 9 июль 2014 года. 2014 йыл 9 июль архивланған.
  23. Предпроектные предложения по станции «Площадь Гагарина» 2-й линии. Городская Дума и Администрация Ростова-на-Дону. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 9 июль 2014 года. 2014 йыл 9 июль архивланған.
  24. Предпроектные предложения по станции «Проспект Ленина» 2-й линии. Городская Дума и Администрация Ростова-на-Дону. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 9 июль 2014 года. 2014 йыл 9 июль архивланған.
  25. Предпроектные предложения по станции «Площадь Конституции» 2-й линии. Городская Дума и Администрация Ростова-на-Дону. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 9 июль 2014 года. 2014 йыл 9 июль архивланған.
  26. Предпроектные предложения по станции «Площадь Космонавтов» 2-й линии. Городская Дума и Администрация Ростова-на-Дону. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 9 июль 2014 года. 2014 йыл 9 июль архивланған.
  27. Предпроектные предложения по станции «Площадь Королёва» 2-й линии. Городская Дума и Администрация Ростова-на-Дону. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 9 июль 2014 года. 2014 йыл 9 июль архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә