Ростовтың күтәрелә торған тимер юлы күпере
Ростовтың хәрәкәтсән (күтәрелә торған) тимер юлы күпере — ике юллы биш тороҡло һәм урта өлөшөндә күтәрелә торған күпер. Дондағы Ростовта Темерник йылғаһы тамағы менән йәнәш урынлашҡан. Күпер аша күп пассажир поездары, һәм әҙ миҡдарҙа йөк поездары үтә.
Ростовтың күтәрелә торған тимер юлы күпере | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ростов өлкәһе |
Урын | Дондағы-Ростов |
Рәсми асылыу датаһы | 1874 |
Өҫтөнән/аҫтынан үтә | Дон |
Число пролётов | 3 |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Оҙонлоҡ | 300 метр |
Киңлек | 11 метр |
Ростовтың күтәрелә торған тимер юлы күпере Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1874 йылда күпер
үҙгәртергәБеренсе күпер 1873—1874 йылда Э.М. Зубов проекты буйынса Владикавказ тимер юлы төҙөлгән ваҡытта төҙөлә.
Караптарҙың күпер аша үтеүе ҡатмарлы була, күперҙең бағаналары менән караптарҙың бәрелештәре йыш була. Шуға күрә 1879 йылда Дон комитеты инициативаһы менән махсус ысҡындырғыс баржа төҙөлә[1]
1917 йылда күпер
үҙгәртергәУңайһыҙлыҡтары һәм бер юллы күперҙең етерлек кимәлдә үткәреү һәләтенә эйә булмауы 1912 йылда яңы ике юллы күпер төҙөргә ҡарар ҡабул итеүгә килтерә. Профессор Станислав Белзецкий ғалим күпер төҙөүсе Николай Белелюбский һәм профессор Григория Передерия ҡатнашлығында урта өлөшө вертикаль күтәрелеүсе өс тороҡло күпер проектын эшләй. Был Рәсәйҙә ошондай конструкциялы беренсе күпер була. 1917 йылда төҙөлгән күперҙе Ростов халҡы Америка күпере тип атай, сөнки бындай күперҙәр XIX быуат аҙағында тик Төньяҡ Америкала төҙөлгән. Иҫке күпер 1920 йылдарҙа һүтеп алына, уның конструкциялары Сочи — Адлер тимер юлын төҙөүҙә ҡулланыла[1].
Һуғыш йылдарында
үҙгәртергәҺуғыштың тәүге айҙарында ваҡытлыса литерлы күпер төҙөлә. Ростовтың беренсе оккупацияһы осоронда 1941 йылдың 21 ноябрендә сигенеүсе Ҡыҙыл Армия саперҙары Америка күперенең көньяҡ тороғон һәм литерлы күперҙе шартлата[2]. Әммә 28 ноябрҙә Ростов азат ителгәндән һуң, литерлы күпер тергеҙелә. Ростовтың икенсе оккупацияһы ваҡытында литерлы күпер тағы шартлатыла, әммә һуңынан уны немецтар тергеҙә. 1943 йылдың февралендә Ростовты азат иткәндә ике күпер ҙә тулыһынса тиерлек емерелә.
Һуғыштан һуңғы осор
үҙгәртергә1945 йылда Америка күперенең таяуҙарында ваҡытлыса хәрәкәтһеҙ күпер төҙөлә. 1949—1952 йылдарҙа литерлы күпер урынына яңы күпер төҙөлә, уд бөгөнгө көнгә тиклем ҡулланыла[1]. Үҙенең конструкцияһы буйынса ул иҫке Америка күперенән аҙғағына айырыла. 1945 йылғы күпер һүтеп алына, ә таяуҙары әлегә тиклем тора.
2001—2003 йылда күперҙе реконструкциялау үткәрелә, шахталары араһында тотороҡлоҡ өсөн урҙалар урынлаштырыла[3].
Галереяһы
үҙгәртергә-
Асылма: Дондағы Ростов, Дон йылғаһы аша Владикавказ тимер юлы күпере
-
Ике Ростов тимер юлы күперенең береһе
-
Артҡы планда — яңы Америка күпере
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Мосты Ростова-на-Дону
- Кузьминский железнодорожный мост
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Сидоренко В. Т. Выбранные места из истории Северо-Кавказской железной дороги. — Ростов-на-Дону: «Новая книга», 2002.
- ↑ Ефремова М. 21 ноября 1941г. началась 1-я оккупация Ростова немецко-фашистскими войсками. — В. 28.11.2007.
- ↑ Заканчивается ремонт железнодорожного моста через Дон в Ростове-на-Дону, АвтоТрансИнфо (30.03.2001). 6 март 2011 тикшерелгән.(недоступная ссылка)