Рица реликт милли паркы

Рица реликт милли паркы  — Абхазияның Гудаута районында һаҡланыусы биләмә[2]. Рица күлен, шулай уҡ тирә-яҡ тау төбәгендә флора һәм фаунаны тау һаҡлау өсөн ойошторолған[3].

Рица реликт милли паркы
Нигеҙләү датаһы 1930
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d]
Дәүләт  Грузия
 Абхазия Республикаһы[d]
Административ-территориаль берәмек Абхазия
Халыҡ һаны 847 кеше (2015)[1]
Майҙан 311 км²
Рәсми сайт ritsa-park.ru
Карта
 Рица реликт милли паркы Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

1930 йылда булдырылған шул уҡ исемле ҡурсаулыҡ базаһында 1996 йылдың 17 октябрендә нигеҙ һалына[4][5]. Бейеклектәрҙең ныҡ үҙгәреүе менән характерланған үҙенсәлекле тәбиғәт ландшафтын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән (100 м алып 3256 м тиклем)[6].

География үҙгәртергә

 
Кесе Рица күле

Оло Кавказдың көньяҡ битләүендә Абхазияның таулы өлөшөндә урынлашҡан, Гега үҙәненән алып Пщица үҙәненә тиклемге территорияны биләй. Бейеклектәрҙең 100 м алып 3256 м тиклем (Агепст тауына тиклем) үҙгәреүе үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының төрлөлөгө өсөн шарттар тыуҙыра[7]. Ҡурсаулыҡта иң ҙур күл булып Рица күле тора, шулай уҡ Кесе Рица һәм Зәңгәр күле бар. Бында бер нисә шарлауыҡбилдәле — 70 метр бейеклектәге Гега шарлауығы[8].

Флора үҙгәртергә

Эвксин-колхид япраҡлы урмандарының һаҡланған биләмәһендә 70 метрҙан ашыу бейеклеккә еткән бик күп мәңге йәшел самшит (Buxus colchica) урмандар, Нордман аҡ шыршылары (Abies nordmanniana) һәм еләк тисы (Taxus baccata) үҫә[9]. Lilium kesselringianum[10], Primula farinosа[11] кеүек күп кенә һирәк осраусы эндемик өлгөләр бар, шул иҫәптән ҡурсаулыҡта киң таралған һәм шулай уҡ ҡурсаулыҡта киң таралған абхаз флораһы батшабикәһе тип йөрөтөлгән (Campanula) ҡыңғырау бар[12].

Фауна үҙгәртергә

Һөтимәрҙәр Кавказ аҫыл боланы (Cervus elaphus maral), кубан туры (Capra caucasica), рупикапра, илек, ҡабан, кавказ урманда бесәй (Felis silvestris caucasica), таш һыуһар һәм ҡырағай кроликтан ғибәрәт[13].

1980-1983 йылдарҙа ҡурсаулыҡта 15 отрядтан торған 110 ҡош төрө теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта бөркөт, аҡ башлы сел, сапсан, кавказ ҡоро һәм горихвостка краснобрюхий СССР-ҙың һәм Грузия ССР-ының Ҡыҙыл китабына индерелгән[14].

Шулай уҡ һирәк осрай торған хайуан һәм һөйрәлеүселәр төрө бар: Кавказ крестовкаһы (Pelodytes caucasicus), Кавказ әрмәнде (Bufo verrucosissimus), эндемик Кесе Азия тритоны (Ommatotriton vittatus) һәм ябай Кавказ ҡара йыланы (Vipekaznakovi)[15].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://dopa-explorer.jrc.ec.europa.eu/wdpa/1654
  2. Ritsa in Georgia (англ.) (недоступная ссылка)Protected Planet. IUCN. Дата обращения: 2 ноября 2018
  3. Strict Nature Reserve Info - Agency of Protected Areas of Georgia. apa.gov.geДата обращения: 9 ноября 2018.
  4. Рицинскому национальному парку исполнилось 23 года. Sputnik Абхазия (17 октябрь 2019).
  5. Modern State of Populations of Rare Endem Lilium Kesselringianum Miscz. in Ritsinsky Relic National Park (Republic of Abkhazia)
  6. Рицинский реликтовый национальный парк.
  7. Ritsa in Georgia. IUCN.
  8. Гегский водопад в Абхазии. Вся Абхазия (11 ноябрь 2020).(недоступная ссылка)
  9. Arnold Gegechkori Patterns of distribution and survival of European yew (Taxus baccata L.) in an alpine tree line ecotone in the Greater Caucasus (Georgia) Annals of Agrarian Science Volume 16, Issue 2, June 2018, Pages 170—176
  10. Modern State of Populations of Rare Endem Lilium Kesselringianum Miscz. in Ritsinsky Relic National Park (Republic of Abkhazia)
  11. To Biology of a Rare Species of Primula Farinosa L. in Ritsinsky Relic National Park (Abkhazia Republic)
  12. Виды Рицинского парка. sputnik-abkhazia.ru. Sputnik Абхазия (14 августа 2015). Дата обращения: 15 июня 2021.
  13. Абхазский Рицинский реликтовый национальный парк. Моя планета (10 ноябрь 2016). Дата обращения: 15 июнь 2021.
  14. РИЦИНСКИЙ ЗАПОВЕДНИК. http://nationalpark.narod.ru/. Заповедники Кавказа. Дата обращения: 15 июня 2021.
  15. Сокровищница нетронутой природы – Рицинский реликтовый национальный парк. Грузия в деталях (10 февраль 2020).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә