Рифҡәт

башҡорт ир-ат исеме

Рифҡәт — башҡорт ир-ат исеме.

Рифҡәт

Этимологияһы үҙгәртергә

Рифҡәт (Рәфҡәт, Рифғәт, Рифхәт) исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, юғары олғашыу, күтәрелеү; бөйөклөк тигән мәғәнәгә эйә. Шулай уҡ Рәфҡәт, Рифғәт, тигән формалары ла осрай[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Львов Михаил Давыдович (төп исеме Ғәбитов Рәфҡәт Дәүләтша улы) (4 ғинуар 1917 йыл — 25 ғинуар 1988 йыл) — Башҡортостанда тыуған рус совет шағиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы (6 август 1941 йыл) — режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1997 йылдан М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1998 йылдан Ырымбур сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), Башҡорт АССР-ының (1977), Татарстан Республикаһының (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2002) һәм IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012), Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2021) һәм Салауат Юлаев (2020) ордендары кавалеры.

Әбдиев Рифғәт Фәйез улы (22 декабрь 1926 йыл — 6 апрель 2019 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1996), техник фәндәр кандидаты, профессор. Кибернетик, уйлап табыусы, мәғлүмәти йәмғиәттең танып белеү һәм уның философия теорияһы буйынса белгес.

Арыҫланов Рифхәт Мөхәмәт улы (8 август 1946 йыл) — сценограф, рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1978 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2013) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2018).

Зиннәтуллин Рифғәт Зиннәтулла улы (15 декабрь 1928 йыл — 15 ноябрь 2005 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1957—1988 йылдарҙа Илеш районы XXII партсъезд исемендәге колхоздың комплекслы бригадаһы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Вәлиев Рифҡәт Нурый улы (15 октябрь 1931 йыл) — конструктор. 1962—1993 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).

Ғәлиәскәров Рифғәт Хажиәкбәр улы (рус. Галиаскаров Рифгат Хазиакбарович; 11 март 1948 йыл) — ауыл хужалығы ветераны, муниципаль хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1994—2005 йылдарҙа Ҡариҙел район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995). Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Фазлыев Рәфҡәт Ғәлим улы (3 апрель 1952 йыл) — ғалим-ветеринар. Ветеринария фәндәре докторы (2000), профессор (2002), Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт белеме академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәй Фәндәр академияһында К. И. Скрябин исемендәге гельминтологтар йәмғиәте ағзаһы, Башҡортостан дәүләт аграр университетында докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы Почёт грамоталары менән наградланған

Ҡантүков Рәфҡәт Ғәбделхәй улы (23 август 1953 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1998 йылдан «Газпром трансгаз Ҡазан» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 2019 йылдың 1 июленән — генераль директорҙың кәңәшсеһе. 1999 йылдан Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы депутаты, 2008 йылдан Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы президиумы ағзаһы, 2004 йылдан «Зенит-Ҡаҙан» волейбол клубы президенты. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәй газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2003), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2006). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (2011), «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2013) һәм Татарстандың «Дуҫлыҡ» (2019) ордендары кавалеры. Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Ҡазан ҡалаһының почётлы гражданы (2013).

Атаһы исемендә үҙгәртергә

Мулдашев Эрнст Рифғәт улы (1 ғинуар 1948 йыл) — ғалим-офтальмолог, «Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургияһы үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директоры. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР—ҙың спортлы туризм буйынса спорт мастеры (1978), СССР—ҙың уйлап табыусыһы (1974), Юғары категориялы хирург, Луисвиль университетының (АҠШ) почетлы консультанты, Америка офтальмология академияһының ағзаһы, Мексиканың дипломлы офтальмологы, Халыҡ-ара фәндәр академияһы ағзаһы.

Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы (3 март 1959 йыл) — ғалим-химик. 1987 йылдан Өфөләге Органик химия институты хеҙмәткәре, 2004 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ