Регина Эзера (Регина Робертовна Киндзуля) (латыш.Regīna Ezera, 20 декабрь 1930 йыл — 11 июнь 2002 йыл) — латыш яҙыусыһы, Латвия ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), Латвия ССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1981). IV дәрәжә Өс Йондоҙ Ордены кавалеры.

Регина Эзера
латыш. Regīna Ezera
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
 Латвия
Тыуған көнө 20 декабрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Рига, Латвийская Республика[d][1]
Вафат булған көнө 11 июнь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[3] (71 йәш)
Вафат булған урыны Кегумс[d], Латвия
Ерләнгән урыны Q108696546?
Балалары Aija Vālodze[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Латыш теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, новеллист
Уҡыу йорто Латвия университеты[d]
Жанр роман һәм хикәйә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Трёх звёзд Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Регина Эзера 1930 йылдың 20 декабрендә Ригала столяр Роберт һәм шәфҡәт туташы Луция Шамерто ғаиләһендә тыуған. 1944 йылда ғаилә Германияға эшкә сығарыла. 1945 йылдың яҙында «күсерелеүсе кешеләрҙе» американлылар артабан Көнбайышҡа алып киткәндә, ул ата-әсәһе менән эшелондан ҡаса һәм совет оккупацияһы зонаһында ҡала. 1945 йылдың көҙөндә ул Ригаға ҡайта.

Латвия дәүләт университетында (1955) тарих-филология факультетының журналистика бүлеген тамамлай. «Ріопіегіѕ» гәзитендә эшләй (1954—1957). Тәүге баҫылып сыҡҡан хеҙмәте Эзера псевдонимы аҫтында (латышса. - ezers, урыҫ. - күл) — «Pat nelīdzēja īkšķis» хикәйәһе балалар «Bērnība» (1955) журналында сыға. Беренсе баҫылған китабы — «Un ceļš vēl kūp» (1961) хикәйәләр йыйынтығы. Тәүге романы «Под весенним небом» 1961 йылда сыға. 1961 йылдан Латвия Яҙыусылар союзы ағзаһы[4].

1963 йылда яҙыусының икенсе романы «Их было три» романы сыға.

Регина Эзераның китаптарын «Liesma» нәшриәте, Мәскәү «Известия» гәзите ( «Дружба народов» китапханаһы) һәм «Советский писатель» гәзите бер нисә тапҡыр рус телендә баҫып сығара

1976 йылда «Колодец» романы буйынса Рига киностудияһы режиссёр Гунар Цилинский тарафынан «Күл өҫтөндә соната» нәфис фильмы төшөрөлгән. 1996 йылда Латвия телевидениеһында режиссёр Таливалдис Маргевич тарафынан «Яйцо дракона» китабы экранлаштырыла, ролдәрҙең береһен Регина Эзера башҡара[5].

Ғаиләһе:

беренсе ире - элекке легионер Екаб Ласенберг;

икенсе ире - журналист һәм тәржемәсе Чеслав Киндзулис (Česlavs Kindzulis).

Өс ҡыҙы: Инесе, Айя һәм Илзе.

1978 йылдан Риганан алыҫ түгел "Боланлы" утарында үҙ йортонда йәшәгән

2002 йылдың 11 июнендә вафат була. Кегумс янындағы Томес зыяратында ерләнгән.

Яҙыусының йортонда 2003 йылда мемориаль музей асыла.

Танылыуы һәм наградалары

үҙгәртергә
  • Э.Вейденбаум исемендәге әҙәби премия (1968)
  • Әҙәбиәт өлкәһендә Латвия ССР-ының дәүләт премияһы (1972)
  • Латвия ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1974)
  • Латвия ССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1981)
  • IV дәрәжәлә Өс Йондоҙ Ордены кавалеры (1995)
  • Латвия мәҙәни ҡанунына индерелгән.

Библиография

үҙгәртергә
Хикәйәләре
үҙгәртергә
  • «Zilonis»
  • «Un vēl kūp ceļš» (1961)
  • «Stāsti Daugavas» (1965)
  • «Ūdeņi Aiztek Gaujas, aiztek» (1968)
  • «Atspulgs Saules» (1969)
  • «Grieze — putns trakais» (1970)
  • «Mēnesnīcas bez Nakts» (1971)
  • «Pērkons Pavasara» (1973)
  • «Vienu tikai dienu Vasara bija» (1974)
  • «Suni Cilvēkam vajag» (1975)
  • «Dullums Baraviku laika» (1978)
  • «Slazds» (1979)
  • «Fenomens Princeses» (1985)
  • «Ūdeņiem klusiem Pie» (1987)
Романдары
үҙгәртергә
  • «Zem pavasara debesīm» ("Под весенним небом") (1961)
  • «Viņas bija trīs» (1963)
  • «Dzilnas sila balāde» (1968)
  • «Aka» (1972)
  • «Zemdegas» (1977)
  • «Mežābele» (1966)
  • «Izlase» (1979)
  • «Nostalģija» (1979)
  • «Saulespuķes no pērnās vasaras» (1980)
  • «Varmācība» (1982)
  • «Nodevība» (1984)
  • «Dzīvot uz savas zemes» (1984)
  • «Virtuvē bez pavārgrāmatas» (1989)
  • «Stāsti un noveles» (1990)
  • «Visticamāk, ka ne…» (1993)
  • «Zvaigžņu lietus» (1994)
  • «Pūķa ola» (1995)
  • «Visticamāk, ka jā…» (1996)
  • «Mazliet patiesības. Nedaudz melu…» (1997)
Әҫәрҙәр йыйынтығы
үҙгәртергә
  • «Raksti, I» (2000)
  • «Raksti, II» (2001)
  • B Tabūns. Regīna Ezera. — R., 1980

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #123299136 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Regīna Ezera // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. Regīna Ezera // Latvijas Enciklopēdija. — Rīga: SIA «Belokoņa Valērija izdevniecība», 2007. — ISBN 9984-9482-0-X.
  5. Регина Эзер - фильмография - совет сценарист - Кино-Театр.РУ

Һылтанмалар

үҙгәртергә