Диваев Рафаил Үзбәк улы

(Рафаил Диваев битенән йүнәлтелде)

Диваев Рафаил Үзбәк улы (2 ноябрь 1950 йыл) — эске эштәр органдары ветераны, милиция генерал-лейтенанты. 2008—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары, 1996—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры. Башҡортостан Республикаһының I саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты. Почёт һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Ауырғазы районының почётлы гражданы (2005).

Рафаил Узбәк улы Диваев
Рафаил Узбәк улы Диваев
Рафаил Узбәк улы Диваев
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры
Флаг
Флаг
февраль 1996 — 2008
 
Тыуған: 2 ноябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (73 йәш)
Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Абдрахман ауылы
Белеме: Академия управления МВД России[d]
 
Наградалары:
Почёт ордены
Салауат Юлаев ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Рафаил Үзбәк улы Диваев 1950 йылдың 2 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районы Абдрахман ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген, 1968 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Синтезкаучук» заводының электр слесары булып башлай. Бар яҡтан үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәткән комсомолец Рафаил Диваевҡа яуаплы бурыс йөкмәтелә: 1969—1971 йылдарҙа ул СССР Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәттә була. Советтар Союзының Памир тауҙарының ҡатмарлы урындары буйлап үткән дәүләт сиген һаҡлау осоронда инструктор-кинолог булып хеҙмәт итә һәм ныҡлы сынығыу ала. Шуға ла 1971 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң комсомол йүнәтмәһе буйынса эске эштәр органдарына эшкә ебәрелә һәм Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты эске эштәр бүлегендә енәйәттәрҙе тикшереү бүлегенең милиционеры — кесе инспекторы булып хеҙмәт юлын башлай. Сик буйында яҡшы әҙерлек иткән егет тиҙ арала яңы һөнәренең нескәлектәренә өйрәнә, үҙен ныҡышмалы, ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән башҡарыусы итеп күрһәтә һәм, етәкселек тарафынан перспективалы хеҙмәткәр тип билдәләнеп, махсус белемен артабан кәмилләштереү маҡсатында уҡырға ебәреүгә тәҡдим ителә. 1972—1974 йылдарҙа СССР эске эштәр министрлығының Алабуға махсус урта мәктәбендә тейешле өҫтәлмә һөнәри әҙерлек алғандан һуң, ул саҡтарҙа ҡатмарлы булып иҫәпләнгән Белорет ҡала эске эштәр бүлегенә енәйәтселәрҙе эҙләү буйынса өлкән инспектор итеп тәғәйенләнә, артабан ошо бүлексә етәксеһенең урынбаҫары итеп үрләтелә. Был, әлбиттә, Рафаил Диваевтың сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтеү һөҙөмтәһе була. Уның ныҡлы ойоштороу һәләтенең тәүге сатҡылары ла нәҡ ошо вазифала күренә башлай.

Оператив хеҙмәткәр булараҡ тик юғары күрһәткестәргә өлгәшкән офицер 1977 йылда артабанғы хеҙмәтен дауам итеү өсөн Нефтекама ҡалаһы эске эштәр бүлегененең енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһе етәксеһенең урынбаҫары күсерелә. Нәҡ ошо ҡалала был осорҙа енәйәтселек күренештәре киң таралған була, һәм урындағы милиция бүлеген тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр менән нығытыу зарурлығы көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. Бында ла оператив хеҙмәткәр ең һыҙғанып эшкә тотона һәм тағы ла тотороҡло уңыштарға өлгәшә. 1981 йылда Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының Енәйәтселәрҙе эҙләү идаралығында айырым әһәмиәттәге эштәр буйынса өлкән инспектор булып эшләп алғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген Нефтекамала дауам итә: енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһе етәксе, ҡала эске эштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары, аҙаҡ етәксеһе һәм 1995 йылға тиклем Нефтекама ҡала эске эштәр идаралығы етәксеһе була. Ситтән тороп СССР Эске эштәр министрлығы Академияһын тамамлай, «милиция полковнигы» дәрәжәһен ала.

1995—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары — криминаль милиция хеҙмәте етәксеһе була, «милиция генерал-майоры» махсус дәрәжәһен ала. 1996 йылда республиканың Эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә. Был вазифаны башҡарғанда «милиция генерал-лейтенанты» махсус дәрәжәһе бирелә.

Рафаил Диваев шулай уҡ Почёт һәм Салауат Юлаев ордендары, миҙалдар, Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән исемгә лайыҡ булған.

1995—1999 йылдарҙа I саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты була. 2008 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты указы менән Рафаил Диваев Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1] һәм был яуаплы вазифаны 2011 йылға тиклем башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Почёт ордены
  • Салауат Юлаев ордены
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы
  • Эске эштәр органдарының почеты хеҙмәткәре
  • I—III дәрәжә «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалдары
  • Ауырғазы районының почётлы гражданы (2005)[2].

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә