Раздор тау биттәре

Раздор тау биттәре — (Ростов өлкәһе хөкүмәте 349-сы ҡарарына ярашлы (15.05.2014) комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип һанала. Ростов өлкәһе Усть-Донецк районында урынлашҡан. 2006 йылдың 19 октябрендә булдырылған. Тәбиғәтте һаҡлау, ғилми һәм ағартыу әһәмиәтенә эйә.

Раздор тау биттәре
Төп мәғлүмәт
Майҙаны1 267,0 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты[[19 октябрь, 2006 йыл йыл]] 
Урынлашыуы
РФ субъектыРостов өлкәһе

Тасуирлама үҙгәртергә

Раздор тау биттәре комплекслы тәбиғәт һәйкәле Дон йылғаһының бейек һикәлтәле ярында тора. Унда төрлө үләндәр, бөртөклө-ҡылғанлы үҫемлектәр, байраслы урмандар менән ҡаплаулы йырындар яр биттәренә инеп тора. Үҫемлектәр япмаһы типик дала үҫемлектәр берләшмәһе булған тәбиғәт ҡомартҡыһы. Раздор тау биттәре тәбиғәт һәйкәле төрлө дала төрө үҫемлектәренең һәм хайуандарының йәшәү урындары булып тора. Уларҙың ҡайһы берҙәре Ростов өлкәһе Ҡыҙыл китабына индерелгән. Тәбиғәт һәйкәленең тәбиғәтте һаҡлау, ғилми һәм ағартыу эштәре алып барыуға йоғонтоһо бик ҙур.

Раздор тау биттәре ике бер-береһенә яҡын урынлашҡан участканан тора:

  • Беренсе участка Раздорская станицаһы менән автомобиль юлдары араһында, Раздорская станицаһының ситендә көньяҡтан төньяҡҡа табан һуҙылған.
  • Икенсе участка Коныгин утарынан төньяҡтараҡ тора. Ул Коныгин утарынан көньяҡтан грунт юл менән, арыраҡ Дубрава утары менән сикләнгән. Көнсығыштан участок Сухой Донец йылғаһы менән сикләнгән, көнбайыш һәм төньяҡ сиктәре Ольховский утары янында һәм ул утарҙан Мелиховская станицаһына табан барған автомобиль юлы янында тора.

Тәбиғәт һәйкәленең майҙаны ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1780,0 га, икенселәре буйынса — 1267,0 гектарға яҡын.

Һылтанмалар үҙгәртергә