Ҡыуатов (йыр)

башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй

«Ҡыуатов», «Ҡыуатов кантон», «Ҡыуатов сәсән» — башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй[1].

«Ҡыуатов»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡорт

Авторы

халыҡ

«Ҡыуатов» көйөнөң варианттары тәүге тапҡыр С. Г. Рыбаков тарафынан 1893 йылда Верхнеурал өйәҙе Ҡаҙаҡҡол ауылы (хәҙер — Учалы районы) ҡурайсы Ислам Моратовтан яҙып алына һәм «Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламалары менән музыкаһы һәм йырҙары» («Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта») китабында баҫтырыла.

Лирик-эпик характерҙағы йыр. 18501863 йылдарҙа кантон башлығы булған Әлмөхәмәт Ҡыуатовҡа арналған.

Йырҙың варианттарын шулай уҡ Х. Ф. Әхмәтов, Ю. И. Ғәйнетдинов, З. Ғ. Исмәғилев, Ғ. З. Сөләймәнов яҙып алған һәм өйрәнгән.

«Ҡыуатов» көйөнә һалмаҡ темп хас. Башҡарыусылар араһында К. М. Дияров, Сөләймән Абдуллин булған[2].

Шул уҡ исемле бейеү характерындағы инструменталь көй бар[3].

Тарихы үҙгәртергә

Әлмөхәмәт Ҡыуатов 1827 йылда Буранғол ауылында тыуған. Яҫауыл-ротмистр, 1849 йылда тел һәм әҙәбиәт ғилеме кандидаты исемен лайыҡ булған. Ҡазан университетының философия факультетын тамамлағандан һуң, Ырымбур генерал-губернаторы канцелярияһында тәржемәсе, 1850—1863 йылдарҙа 7-се, 10-сы, 3-сө, 11-се һәм 4-се башҡорт кантондары башлығы ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән. Башҡорт балалары уҡырлыҡ милли мәктәптәр асыуҙы юллаған, донъяуи мәктәптәр өсөн методик ҡулланмалар, дәреслектәр яҙған. Ырымбур губернаторы Крыжановский исеменә «Башҡорт халҡының ярлыланыу сәбәптәре» тигән хат яҙған. «1853-1856 йылдарҙағы Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнгән.

Абруйлы ир азаматы Әлмәхәмәт Ҡыуатовҡа «Ҡыуатов» йыры бағышланған[4].

Башҡарыусылар үҙгәртергә

«Ҡыуатов» йырын К. М. Дияров башҡара.

Х. Әхмәтов тарафынан тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәртелгән[5].

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Хөсәйенов Ғ. Әҫәрҙәр. 3 томда. 1-се том. Ил азаматтары. Өфө, 1998.
  • Галин С.Ә. Тарих һәм халыҡ поэзияһы. Өфө, 1996.
  • Камаев Ф. Х., Шоңҡаров Н. Д. 400 башҡорт халыҡ йыры.
  • Камаев, Шункаров Н. Д. 400 башкирских народных песен. Уфа, 2011.
  • Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда — 3-сө том, Й-Л, 553 б. — Өфө, Башҡ. энцикл., 2015. ISBN 978-5-88185-259-7

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «КУВАТОВ», песня
  2. Камаев, Шункаров Н. Д. 400 башкирских народных песен. Уфа, 2011.
  3. КУВАТОВ, песня
  4. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда — 3-сө том, Й-Л, 553 б. — Өфө, Башҡ. энцикл., 2015. ISBN 978-5-88185-259-7
  5. КУВАТОВ, песня