Проект:АХБ төҙәтеү/Хисам (йыр)
АХБ төҙәтеү/Хисам | |
Әҫәрҙең теле | башҡорт теле |
---|
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. Бәлки, уның эстәлеге http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8 сайтынан ғәмәлдә үҙгәртеүһеҙ күсерелгән.
Зинһар, самаланған сығанаҡтың Интернет Архивында килеп сығыу датаһын тикшерегеҙ һәм мәҡәләгә индерелгән үҙгәртеүҙәрҙең датаһы менән сағыштырығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ улай түгел тип иҫәпләһәгеҙ, был мәҡәләнең фекер алышыу битендә үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ. Әгәрҙә һеҙ автор, тексты ҡулланыу өсөн рөхсәтте кәрәкле рәүештә алығыҙ. Ҡағиҙәләр боҙоуҙы табыусыға: Зинһар, был хәбәрҙе урынлаштырығыҙ {{subst:nothanks cv|pg=АХБ төҙәтеү/Хисам (йыр)|url=http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/15957-khisam-bash-ort-khaly-jyry}} – ~~~~ мәҡәләгә ошо материалды өҫтәгән ҡатнашыусы менән һөйләшеүгәМәҡәләнең авторына: Авторлыҡ хоҡуҡтары, Рөхсәт алыу, Нимә эшләргә? |
«Хисам», «Хисам көйө» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. «Хисам» йырын шулай уҡ «Ата зары», Ейәнсура районы территорияһында аҡҡан йылға исеме буйынса «Өҫкәлек» тип тә йөрөтәләр.
ТарихыҮҙгәртергә
Тәүге тапҡыр «Хисам» йырының көйөн З. Ғ. Исмәғилев 1947 йылда М. И. Ғәлиеванан яҙып ала. Йыр 1964 йылда нәшер ителгән «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫылып сыға. Башҡорт халыҡ йыры "Хисам"дың башҡа варианттары ла табыла. Уларҙы Ф. Х. Камаев, Ғ. З. Сөләймәнов яҙып ала.
"Хисам"ды Орск өйәҙе Үҫәргән улусы Муйнаҡ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Урта Муйнаҡ ауылы) тыуған, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Хисам сәсән сығарған, тип фараз ителә. Риүәйәтенә ярашлы, Хисам сәсән ошо йырҙы сығарған да уны ғүмере буйы йырлап йөрөгән.
ТасуирламаһыҮҙгәртергә
«Хисам» — лирик-эпик йыр. Көйө киң диапазонлы (дуодецима), уға орнаменттарға бай бөгөлдәр хас.
БашҡарыуҮҙгәртергә
«Хисам» йырын күп йырсылар башҡара. Улар араһында — С. Ә. Абдуллин, С.Ғ. Бараҡов, М. И. Ғәлиева, И. И. Дилмөхәмәтов, Р. Р. Ҡарабулатов, Ф. Й. Ҡудашева, Ф. Ғ. Ноғоманова, Ғ. З. Сәфәрғәлин, С. Ә. Кейекбирҙина.
Йырҙы Исмәғилев тауыш һәм фортепиано, хор (a cappella) өсөн эшкәртә.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
АХБ төҙәтеү/Хисам (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.