Проект:АХБ төҙәтеү/Уғыҙнамә

АХБ төҙәтеү/Уғыҙнамә
Төп тема Уғыҙ
20 манатлыҡ иҫтәлекле төркмән тәңкәһендә Уғыҙ хан һүрәте

«Уғыҙнамә» («Уғыҙ китабы»)[1] — төрки уғыҙҙарының легендар шәжәрәһе һәм уларҙың мифик ата-бабаһы Уғыҙ ҡаған (Уғыҙ хан) тураһындағы эпик ҡомартҡылар. Беҙҙең көндәргә Урта быуаттарҙа яҙылған айырым ҡулъяҙмалар килеп еткән. Бынан тыш, Урта быуаттарҙың тарихи әҫәрҙәрендә һәм хеҙмәттәрендә фрагменттары һаҡланған. Атап әйткәндә, XIII—XIV быуаттарҙағы Хүләгүҙәр дәүләтенең дәүләт эшмәкәре һәм тарихсыһы Фазлуллаһ Рәшид әд-Диндең «Жәмиғәт-тәүарих» («Йылъяҙмалар йыйынтығы») тигән фундаменталь һәм классик хеҙмәтендә, йәнә XIIIXIV быуаттарға ҡараған ҡарлуҡ-уйғыр версияһы бар. Был версияның XV быуатҡа ҡараған ҡулъяҙмаһы Парижда һаҡлана. XVII быуатта эпостың «Төркмән шәжәрәһе» тигән версияһын мосолман Хиуа ханы Әбү әл-Ғази яҙа. Тағы шуныһы: икенсе бер төрки эпик ҡомартҡыһы булған «Ҡорҡот ата китабы»ның 12 риүәйәте лә шулай уҡ «Уғыҙнамә» тип атала.

2007 йылда эпос мотивтары буйынса әзербайжан композиторы Джаваншир Гулиев «Уғыҙнамә» тигән балет яҙа.

Рәшид әд-Диндең «Уғыҙнамә»һеҮҙгәртергә

Рәшид әд-Диндең «Жәмиғәт-тәуарих» тигән хеҙмәте төрки ҡәбиләләренең иртә тарихын тулы сағылдырған иң мөһим хеҙмәттәрҙән һанала. Унда уғыҙҙарҙың тарихы беренсе тапҡыр бөтә донъя тарихы контексында һүрәтләнә, һәм был Рәшид әд-Дин осоронда Алғы Көнсығыштағы мосолман төркиҙәрҙең ата-бабаһы булған уғыҙ ҡәбиләләренә ни тиклем ҙур әһәмиәт бирелгәнлеген раҫлай.

"Уғыҙнамә"лә төрки уғыҙҙарының Төньяҡ Ҡытай, Төркостан, Тибет, Һиндостан ерҙәрен, Урал һыртынан көнсығыштағы һәм көнбайыштағы ерҙәрҙе, Эмба, Яйыҡ һәм Волга йылғаларының түбән ағымындағы, Рәсәйҙең көньяғындағы, Төньяҡ Кавказдағы, Кавказ аръяғындағы, Иран, Кесе Азия, Ираҡ, Сүриә, Мысырҙағы төбәктәрҙе баҫып алғанлығы тураһында мәғлүмәттәр бар. "Уғыҙнамә"лә дастандың дөйөмләштерелгән версияһы барлыҡҡа килгәнгә тиклем Уғыҙ тураһында күп быуаттар һуҙымында айырым-айырым йәшәгән риүәйәттәр һәм легендалар бирелгән. Уғыҙ хан тураһындағы легенданың бик алыҫтарға һәм күп илдәрҙә таралыуы, уның күп халыҡтарҙа йәшәүе был дастандың тарихтағы төрлө халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижады продукты булыуын раҫлай. Дастанда күсмә халыҡтарҙың бик боронғо осоронан башлап патриархаль мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгән осорға тиклемге тарихы тасуирлана. "Уғыҙнамә"лә Көнсығыштағы тарихи процестың биш осоро теркәлгән: патриархаль мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килеү; синфи мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килеү; һундар осоро; Мете ханға тиңләштереү; VI—VIII быуаттарҙағы төрки осоро һәм IX—XII быуаттарҙағы бәшнәк-ҡыпсаҡ осоро. Уғыҙ тураһындағы легенда күп быуаттар һуҙымында уғыҙ ҡәбиләләренең, сәлжүктәрҙең, хәрәзмшаһтарҙың һәм Сыңғыҙхан етәкселегендәге монголдарҙың яу сәфәрҙәре шаңдауын алып яңыртыла бара[2].

Әбү әл-Ғазиҙың «Уғыҙнамә»һеҮҙгәртергә

XVII быуаттағы Хиуа ханы һәм тарихсыһы Әбү әл-Ғази "Уғыҙнамә"нең «Төркмән шәжәрәһе» тип аталған һәм мосолман версияһы тип йөрөтөлгән вариантын сығара. Әҫәрҙә Уғыҙ хандың мөғжизәле тыуыуы, уның ҡылған батырлыҡтары, төрлө төрки ҡәбиләләргә башланғыс биргән улдары тураһында бәйән ителә[1].


Уғыҙ хан тураһындағы башҡорт сюжеттарыҮҙгәртергә

Уғыҙ хан тураһындағы сюжеттар башҡорттар араһында ла таралған булған.

Әхмәтзәки Вәлидов фекеренсә, башҡорт фольклорында Уғыҙ хан тураһында ҡобайыр булған. Уның исеме тәүарихтарҙа, шәжәрәләрҙә осрай. Булған варианттар нигеҙендә Ғайса Хөсәйенов тарафынан "Уғыҙ хан"дың башҡортса версияһы төҙөлгән[2].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Kemal H. Karpat, University of Wisconsin (Madison). A Language in Search of a Nation. Turkish in the Nation-state // The Emergence of National Languages / Edited by Aldo Scaglione. — Longo Editore, 1984. — С. 186.
  2. Р.М.Шукюрова Введение в "Огуз-наме". Баку (1987).

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

АХБ төҙәтеү/Уғыҙнамә // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Riza Nour, Oghouz-namé, épopée turque, (… notes, trad. française, texte en turc de Turquie, fac-si-milé), Alexandrie, 1928.
  • Кононов А. Н., Родословная туркмен, М.—Л., 1958 (лит., с. 181—90)
  • Щербак А. М., Огуз-наме, Мухаббат-наме, М., 1959
  • Перевод с персидского, предисловие, комментарии, примечания и указатели Р. М. Шукюровой. Фазлаллах Рашид ад-Дин. Огуз-Наме / редактор академик 3. М. Буниятов — Б.: Элм, 1987. — 231 б. Архивная копия от 9 декабря 2012 на Wayback Machine
  • Башҡорт халыҡ ижады. 7‑се т. Яҙма ҡисса һәм дастандар. Өфө, 2004