Проект:АХБ төҙәтеү/Сәңгелдәк йыры (йыр)

АХБ төҙәтеү/Сәңгелдәк йыры
Жанр халыҡ йыры[d]
Автор Халыҡ
Башҡарыусы/артист Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы
Әҫәрҙең теле башҡорт теле

Сәңгелдәк йыры (Әллүки) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

ТарихыҮҙгәртергә

Легендаһын һәм йырҙың вариантын тәүге тапҡыр К. М. Дияров 1972 йылда Күгәрсен районында М.Сөләймәнованан яҙып ала һәм «Сал Уралдың моңдары» (1988) китабында баҫтыра[1].

РиүәйәтеҮҙгәртергә

Риүәйәт буйынса, сабыйын бишектә бәүелткән йәш әсә йыр сығарған, уның ирен батша армияһына алып китәләр. Йырҙа ҡатын ире менән оҙайлы ваҡытҡа айырылыуына һәм иңенә төшкән ауырлыҡтарға зарлана[1]. Йыр лирик драматик характерҙа, мажор пентатоникаға ҡоролған, бай биҙәлгән, һәр фразаның аҙағы бишектәге баланы тынысландырыуға булышлыҡ иткән характерҙа ижад ителгән[1].

Йырҙың тексы[2]Үҙгәртергә

Йоҡла, йән киҫәгем, бәүетәмен,
Талғанғаса ике беләгем.
Әллүки, бәәллүки,
Талғанғаса ике беләгем.

Иҫән генә йөрөп, һауҙар ҡайтһын,
Ғәзиз атаң — ошо теләгем.
Әллүки, бәллүки,
Ғәзиз атаң — ошо теләгем.

Китте атаң, балам, биш йыл түгел,
Утыҙ биш йыл хеҙмәт итергә.
Әллүки, бәллүки,
Утыҙ биш йыл хеҙмәт итергә.


Иламайса нисек түҙһен күңел,
Иҫ китерлек оҙаҡ көтөргә,
Әллүки, бәллүки,
Иҫ китерлек оҙаҡ көтөргә.

Киткән саҡтарында һине атаң
Ҡулдарына алып һикертте.
Әллүки. Бәллүки, Ҡулдарына алып һикертте.

Ҡалаһың һин бит, балам, йән киҫәгем,
Тине, күҙ йәштәрен һил итте.
Әллүки, бәллүки,
Тине, күҙ йәштәрен һил итте.

Башҡарыусылар араһында — Ф.Ә. Килдейәрова, Йырҙы А. М. Ҡобағошов тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән[2].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә