Проект:АХБ төҙәтеү/Суҡан батыр

Mail-mark-junk red.svg
«Суҡан батыр»
Йыр
Жанр

ҡобайыр

Башҡарыу теле

башҡорт

Авторы

халыҡ

«Суҡан батыр» — башҡорт ҡобайыры.

ТарихыҮҙгәртергә

Ҡобайыр тәүге тапҡыр 1962 йылда фольклорсы Н. Д. Шоңҡаров тарафынан Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Нөркә ауылында ҡурайсы һәм сәсән Сәфәрғәли Солтанбәковтан (1905—1985) яҙып алынған.

1996 йылда Д. Ж. Вәлиевтең «Арғаяш башҡорттарының рухи мираҫы» китабында М. С. Алкиндың нота яҙмаһында баҫтырылған. Ҡобайыр тулы күләмдә һаҡланмаған.

СюжетыҮҙгәртергә

Риүәйәткә ярашлы «Суҡан батыр» ҡобайыры XVI—XVII быуаттарҙа Себер ханлығының башҡорт ерҙәренә һөжүменә бәйле тарихи ваҡиғаларҙан һуң ижад ителгән. Себер ханына ҡаршы Суҡан батыр ғәскәр туплай һәм баҫҡынсыларҙың яуын кире ҡайтара. Һуғышта күп яугир һәләк булған. Сәсәндәр илбаҫарҙарҙы ҡыуған Суҡан батырҙың ҡаһарманлығын данлап ҡобайыр ижад итә һәм уның исеме менән атай.

Билдәле башҡарыусыларҮҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Сөләймәнов Р. Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте. 1‑се т. Эпик йырҙар һәм көйҙәр. — Өфө, 2001.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә