Проект:АХБ төҙәтеү/Саңлы үҙәк (йыр)

АХБ төҙәтеү/Саңлы үҙәк
Жанр халыҡ йыры[d]
Башҡарыусы/артист Абдуллин Сөләймән Әйүп улы
Әҫәрҙең теле башҡорт теле

«Саңлы үҙәк», «Саңдүҙәк» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй[1].

ТарихыҮҙгәртергә

ХХ быуаттың 30-сы йылдарында М. А. Буранғолов легендаһы менән шиғри тексын яҙып ала. С.Ә.Галин «Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар» йыйынтығындағы (1 се китап, 1974) яҙмаһында баҫтырыла. Артабан яҙмаларҙы музыка белгестәре М. М.Сәғитов, Л.Ҡ.Сәлмәнова, Н. Д. Шоңҡаров яҙҙырып алалар[1].

Лирик-психологик характерҙағы йыр.

РиүәйәтеҮҙгәртергә

Версияларҙың береһе буйынса, йыр (Башҡортостандың Әбйәлил районы Иҫке Балапан менән Яңы Балапан ауылдары араһында) барлыҡҡа килә, атап әйткәндә,Саңлы үҙәк тип аталған Ҡобағош батыр йәйләүендә булған ваҡиғаға бәйле. Ҡобағош өйҙә булмауы менән файҙаланып, бер ҡаҙаҡ батыры уның ҡатынын урлай. Ҡобағош батыр уларҙың эҙҙәренән барып, төн уртаһында ҡаҙаҡ батыры менән алышҡа инә һәм уны үлтерә. Ишмөхәмәт сәсән Ҡобағош батыр үтенесе буйынса әлеге ваҡиғалар тураһында йыр сығара[1].

Йыр батырҙың эске кисерештәрен, уның әрнеүен үҙән тәбиғәте аша бик оҫта еткерә. Көй бик үҙенсәлекле: өҫкө төп тондың фраза башы ике тапҡыр ҡабатлана, орнаментикаһы уртаса, полиметрикаһы бай[1].

Башҡарыусылар араһында — С.Ә.Абдуллин, К.К.Ҡорманаев һәм башҡалар. «Саңлы үҙәк» йырын Рәүеф Мортазин тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән[1].

Йырҙың тексы[2]Үҙгәртергә

Саңлы үҙәгендә бесән дә саба,
Саң-саң итә салғыһы сапҡанда (ике тапҡыр).
Салғы тауышына ҡушылып йырлай,
Йөрәгендә хистәр ташҡанда (ике тапҡыр)[3].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 АХБ төҙәтеү/Саңлы үҙәк (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Башҡорттоң 100 йыры. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1972, 210-сы бит
  3. Башҡорттоң йөҙ йыры. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. 210 бит

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Башкирские народные протяжные песни /сост. Л. К. Сальманова. Уфа, 2007.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә