Проект:АХБ төҙәтеү/Мөғлифә (йыр)
АХБ төҙәтеү/Мөғлифә | |
Жанр | Ҡыҫҡа көй |
---|
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. Бәлки, уның эстәлеге http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8 сайтынан ғәмәлдә үҙгәртеүһеҙ күсерелгән.
Зинһар, самаланған сығанаҡтың Интернет Архивында килеп сығыу датаһын тикшерегеҙ һәм мәҡәләгә индерелгән үҙгәртеүҙәрҙең датаһы менән сағыштырығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ улай түгел тип иҫәпләһәгеҙ, был мәҡәләнең фекер алышыу битендә үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ. Әгәрҙә һеҙ автор, тексты ҡулланыу өсөн рөхсәтте кәрәкле рәүештә алығыҙ. Ҡағиҙәләр боҙоуҙы табыусыға: Зинһар, был хәбәрҙе урынлаштырығыҙ {{subst:nothanks cv|pg=АХБ төҙәтеү/Мөғлифә (йыр)|url=http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/8755-m-lif-khaly-jyry-beje}} – ~~~~ мәҡәләгә ошо материалды өҫтәгән ҡатнашыусы менән һөйләшеүгәМәҡәләнең авторына: Авторлыҡ хоҡуҡтары, Рөхсәт алыу, Нимә эшләргә? |
Мөғлифә — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй, шул уҡ ваҡытта ошо уҡ көйгә милли бейеү[1].
ТарихыҮҙгәртергә
«Мөғлифә» йырын тәүге тапҡыр Солтан Ғәбәши тарафынан 1932—34 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында Һөйөмбикә Кулибаеванан яҙып алынған һәм 1935 йылда «Башҡорт халҡ йырҙары» тигән йыйынтыҡта баҫтырып сығарылған.
Варианттарын Александр Ключарёв, Лев Лебединский, Ғата Сөләймәнов яҙып ала. Лирик бейеүгә тап килгән көй. Унда Мөғлифә исемле ҡыҙҙың матур сифаттары маҡтала. Йыр ҡабатланып килгән ике музыкаль һөйләмдән торған периодик рәүешле. Сағыу интонациялы һәм ритмлы көйҙөң нигеҙендә — өҫтән аҫҡа һикерештәргә бай кварталы мажор пентатоника.
Башҡарыусылар һәм эшкәртеүселәрҮҙгәртергә
Башҡарыусылар араһында Азат Айытҡолов, Ишмулла һәм Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар. Йырҙы Камил Рәхимов хор һәм фортепьяно өсөн, Ф. З. Яруллин тауыш һәм фортепьяно өсөн эшкәрткән.
БейеүҮҙгәртергә
«Мөғлифә» шулай уҡ яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ башҡарыуындағы башҡорт халыҡ бейеүе лә булып тора. Профессиональ сәхнәлә тәүге тапҡыр ХХ быуаттың 40‑сы йылдары башында Бәҙәр Йосопова башҡарыуында фольклор вариантта күрһәтелә.
1939 йылда Фәйзи Ғәскәров Х. Н. Мағазова өсөн шул уҡ исемле бейеү ижад итә. Йомшаҡ аҙымдар, еңел әйләнеүҙәр һәм тыпырлау, ҡулдарының һығылмалы хәрәкәттәре менән бейеүсе йөн иләгән ҡыҙ образын тыуҙыра.
1945 йылда Тамара Хоҙайбирҙина бейеүгә классик хореография элементтарын индерә. Иң билдәле башҡарыусылар Ф. С.Гәрәева, Рәүилә Хажиева.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974.
- Н а г а е в а Л. Н. Танцы восточных башкир. М., 1981.