Проект:АХБ төҙәтеү/Кутузов (йыр)

АХБ төҙәтеү/Кутузов
Жанр халыҡ йыры[d] һәм марш[d]
Булдырыусы Халыҡ
Әҫәрҙең теле башҡорт теле
Ваҡиға ваҡыты 1812

Кутузов — башҡорт халыҡ йыры (марш).

ТарихыҮҙгәртергә

...Полководец батыр ир Кутузов,
Уттар, һыуҙар кисте, ҡурҡманы,
                               һай, Кутузов, 
Полководец икән Кутузов.
Наполеондың баҫҡынсы яуҙарын

Көтөү кеүек әйҙәп туҡманы,
                              һай, Кутузов,
Полководец икән Кутузов.[1]
«Кутузов» башҡорт халыҡ йырынан.

Башҡорт халыҡ йыры «Кутузов» 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың урыҫтар менән берлектә ил азатлығы өсөн француздарға ҡаршы яуҙарҙа ҡатнашыуы менән бәйле. Йырҙың исеме легендар полководец Кутузов хөрмәтенә бирелгән[2]. Дәртле, энергиялы башҡарыла.

1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында башҡорттар тиҫтәләгән юғары рухлы йырҙар сығарған. Рәсәйҙең ысын патриоты, талантлы етәксе М. И. Кутузовҡа арнап йыр сығарып, уның ҡаһарманлығына баһа бирә, Кутузовҡа шундай ҙур ихтирам күрһәтеү теләгенән сығып, һәр бер куплетта шәп «полководец икән Кутузов» тигән һығымта ҡабатлана. Уның эшләгән эштәре, көслө рухы күрһәтелә һәм бөйөк полководец Кутузовтың тулы образы хасил була, Ватан алдындағы бурысын намыҫлы үтәгән илһөйәр Кутузовтың шаҡтай ҙур, айырым бер тарихи шәхес, ҙур илдең мәшһүр кешеһе икәнлеге күрһәтелә[2]. Йыр ватансылыҡ, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған. Йырҙа ил өсөн үҙ йәнен аямаған яугир батырҙар һәм Кутузов образы аша Рәсәйҙең ҡеүәте, көсө, уның еңелмәҫлеге күрһәтелә[2].

Йыр ике өлөштән тора — йыр башынан һәм ҡушымтанан, һәр өлөшө ике һөйләмдән тора. Көйгә киң диапазон (квардецизм) хас. Музыкаль әҫәрҙең төҙөлөшө нигеҙендә (ладовая основа) — өс пентатон төр ойоштормаһы. Ғәйрәтле кварт йөрөштәре, көй һәм ритм структураларының ҡабатланып тороуы йырға сағыулыҡ һәм динамика өҫтәйҙәр.

Көйҙө ҡулланыуҮҙгәртергә

Композиторҙар А. М. Ҡобағошов йырҙы фортепиано һәм тауыш өсөн[1], ә З. Ғ. Исмәғилев — a capella хоры өсөн эшкәртте.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

— Военная история башкир. Уфа. Башкирская энциклопедия. 2013. с. 239.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Башҡорттоң 100 йыры. Төҙөүсеһе һәм музыка редакторы Мәжит Алкин. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992
  2. 2,0 2,1 2,2 БАШҠОРТ ЙЫРЫ — ИЛҺӨЙӘРҘӘР МОҢО — Әҙһәм Исҡужин

ҺылтанмаларҮҙгәртергә