Проект:АХБ төҙәтеү/Залалов Карам Ғәлимйән улы
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. Бәлки, уның эстәлеге Камил Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре» китабынан сайтынан ғәмәлдә үҙгәртеүһеҙ күсерелгән.
Зинһар, Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре» китабынан самаланған сығанаҡтың Интернет Архивында килеп сығыу датаһын тикшерегеҙ һәм мәҡәләгә индерелгән үҙгәртеүҙәрҙең датаһы менән сағыштырығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ улай түгел тип иҫәпләһәгеҙ, был мәҡәләнең фекер алышыу битендә үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ. Әгәрҙә һеҙ автор, тексты ҡулланыу өсөн рөхсәтте кәрәкле рәүештә алығыҙ. Ҡағиҙәләр боҙоуҙы табыу датаһы: 14 октябрь 2018.Ҡағиҙәләр боҙоуҙы табыусыға: Зинһар, был хәбәрҙе урынлаштырығыҙ {{subst:nothanks cv|pg=АХБ төҙәтеү/Залалов Карам Ғәлимйән улы|url=Камил Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре» китабынан}} – ~~~~ мәҡәләгә ошо материалды өҫтәгән ҡатнашыусы менән һөйләшеүгәМәҡәләнең авторына: Авторлыҡ хоҡуҡтары, Рөхсәт алыу, Нимә эшләргә? |
Залалов Карам Ғәлимйән улы (15 октябрь 1921 йыл — 17 февраль 2006 йыл) — педагог, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1957—1967 йылдарҙа Белорет ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1972), Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1997). Милләте — башҡорт.
БиографияһыҮҙгәртергә
Карам (Шәмсүлғас) Ғәлимйән улы Залалов 1921 йылдың 15 октябрендә Башҡортостандың хәҙерге Ҡариҙел районы Подлуб ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбендә II синыфты тамамлауға, баланың атаһын — Ғәлимйән Ғәлихан улын — егәрлеге арҡаһында ике ат, ике һыйыр аҫрағаны һәм ауылда иң ҙур йорт һалып ингәне өсөн, Совет власының яуыз дошманы күреп, 1930 йылда Белорет ҡалаһына яҡын Нура махсус йәшәү урынына һөргөнгә ҡыуалар. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн ошо йәштән үк татып өлгөргән кескәй Карам артабан Нура ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый, мәктәп директоры Хажи Ғәли улы Ғирфанов кеүек уҫал һәм яғымлы, талапсан һәм ярҙамсыл кеше булһаң икән, тип хыяллана. Мәктәп директоры ысынлап та һәләтле педагог була, 1939 йылда Башҡортостандың бер төркөм халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәре араһында «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Карам Залалов 1937—1940 йылдарҙа Сермән педагогия училищеһында уҡый. Яратҡан педагогтары Әхәт Абушахманов — химия һәм биология уҡытыусыһы, Хәйәт Миңләхмәт ҡыҙы Абушахманова — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы (талантлы артисыбыҙ Әхтәм Абушахмановтың ата-әсәһе) отҡор егеттең күңелендә мәңге онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдыра.
1940 йылдың 1 сентябрендә Карам Ғәлимйән улы Залалов Белорет ҡалаһының 13-сө ете йыллыҡ мәктәбендә тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып педагог биографияһын башлап ебәрә. Йәш педагогтың иң ҙур хыялы — юғары уҡыу йортона уҡырға инеү… Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында К. Ғ. Залалов бронь буйынса Белорет металлургия заводының мартен цехында ҡорос иретеүсе ярҙамсыһы була. һуғыш осоронда ҡоростай сыныҡҡан йәш егет 1945 йылда 2-се урта мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә, башкөллө ауыр эшкә сума. Юғары педагогик белем алыу маҡсатында, ул шунда уҡ К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (аҙаҡтан Башҡорт дәүләт университеты) ситтән тороп уҡыу бүлегенә инә һәм уның тарих факультетын 1949 йылда уңышлы бөтөрөп сыға.
1949 йылдың аҙаҡтарында К. Ғ. Залаловҡа Нура ҡасабаһында ташландыҡ нигеҙҙе күрһәтәләр ҙә: «Бына ошо мәктәп бинаһын төҙөп бөтөрөргә кәрәк, үҙең уның директоры булырһың», — тиҙәр. Буласаҡ директор йәш уҡытыусылар коллективын туплай. Был — хәҙерге 8-се урта мәктәп. Уҡытыусылар коллективы эштә оло уңыштар яулай.
Талантлы, эшһөйәр педагог К. Ғ. Залалов 1953 йылда Белорет ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире итеп ҡуйыла, булдыҡлы уҙаман 1957 йылда ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп һайлана. Ул ҡаланы үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Күңеле, бар булмышы менән педагог К. Ғ. Залалов мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшен һағына. 1967 йылда ул буласаҡ 16-сы урта мәктәп бинаһын төҙөүҙә куратор итеп билдәләнә. Уның етәкселегендә был мәктәп коллективы ул йылдарҙа алдынғылар сафында киң таныла. Шунан һуң К. Ғ. Залалов 20-се, 14-се урта мәктәптәрҙең уҡытыу-тәрбиә эштәренә нигеҙ һала. Уларҙы алдынғы мәктәптәр итеп күтәрә, һәр ерҙә лә ал-ял белмәйенсә эшләй.
Карам Ғәлимйән улы Залаловҡа 1972 йылда «БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары, ете миҙал менән бүләкләнә, Белорет ҡалаһының хөрмәтле гражданы исемен йөрөтә.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәреҮҙгәртергә
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.
- Залалов Шамсулгаси Галимзанович (рус.). Белорет районы рәсми сайты. 14 октябрь 2018 тикшерелгән.