Проект:АХБ төҙәтеү/Баяс (йыр)
Баяс | |
Башҡарыусы |
Ғ. З. Сөләймәнов, С. Ә. Абдуллин, Р. Ғ. Бүләкәнов, Ф. Ә. Килдейәрова, Т. Х. Үҙәнбаева |
---|---|
Жанр | |
Йырҙың теле |
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. Бәлки, уның эстәлеге http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8 сайтынан ғәмәлдә үҙгәртеүһеҙ күсерелгән.
Зинһар, самаланған сығанаҡтың Интернет Архивында килеп сығыу датаһын тикшерегеҙ һәм мәҡәләгә индерелгән үҙгәртеүҙәрҙең датаһы менән сағыштырығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ улай түгел тип иҫәпләһәгеҙ, был мәҡәләнең фекер алышыу битендә үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ. Әгәрҙә һеҙ автор, тексты ҡулланыу өсөн рөхсәтте кәрәкле рәүештә алығыҙ. Ҡағиҙәләр боҙоуҙы табыусыға: Зинһар, был хәбәрҙе урынлаштырығыҙ {{subst:nothanks cv|pg=АХБ төҙәтеү/Баяс (йыр)|url=http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/2083-bayas-jyr}} – ~~~~ мәҡәләгә ошо материалды өҫтәгән ҡатнашыусы менән һөйләшеүгәМәҡәләнең авторына: Авторлыҡ хоҡуҡтары, Рөхсәт алыу, Нимә эшләргә? |
«Баяс» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Баяс
Һауаларҙа уйнай,ай,ыласын ҡош,
Тояҡҡайҙары ҡыҙыл буяулы.
Үҙ илкәйҙәренән һөрөлгәс,
Кем балаһы кемгә аяулы.
Ат ҡушаҡлап йөрөп,бында килдем,
Ҡалдырҙым мин тыуған ерҙәрҙе,
Огорола тип хурланаһығыҙ,
Ирәндеккә ҡасҡан ирҙәҙе.
Ирәндеккәй тауҙа йөрөгәнемдә,
Уң ҡанатҡайҙарым ат булды.
Ғәзиз генә башым әсир булғас,
Дуҫ - иштәрем минең ят булды.
Ямғыр яуған саҡта һырҡып алдым
Йәш сауҡаны - ҡыуыш ҡорорға.
Хаҡ тәғәлә беҙгә яҙған микән
Нәҫел - ырыуыбыҙ ҡорорға.
Ҡояш ҡына сыға,ай,әйләнеп,
Алһыу нурҙарына ла бәйләнеп,
Һау - сәләмәт булһам,бер ҡайтырмын
Тыуғанилкәемә лә әйләнеп.
ТарихыҮҙгәртергә
«Баяс» башҡорт халыҡ йырының көйөн тәүге тапҡыр ҡурайсы Ғата Сөләймәнов яҙып ала һәм үҙенең 1985 йылда сыҡҡан «Ҡурай» китабына индерә. Йырҙың киләһе яҙмаһын фольклорсы Ф. Х. Камаев эшләй. Йыр лирик-эпик характерҙа. Риүәйәт буйынса, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Күсей ауылында йәшәүсе йәйләү старшинаһы йырсы, ҡурайсы Баяс (Баязетдин) ябай халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлай, ошо сәбәпле ҡулға алына һәм Себергә һөрөлә. Һөргөндән ҡасып, тыуған яҡтарында йәшеренеп йөрөй. Фараз буйынса, ул «Баяс» йырының авторы булып тора. «Баяс» көйөнөң ике варианты бар. Тәүгеһе тотанаҡлы ҡырыҫ характер менән башҡарыла. Икенсеһе — лирик йүнәлешле, үҙенсәлекле моңло биҙәктәргә бай.
БашҡарыусыларыҮҙгәртергә
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа, 1996.
- Песни моего народа=Халҡым йыры=Songs of folk. — Уфа, 1995.
- Сөләймәнов Ғ. З. Ҡурай. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985.