Проект:АХБ төҙәтеү/Аҙнабаев Булат Марат улы
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. Бәлки, уның эстәлеге http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8 сайтынан ғәмәлдә үҙгәртеүһеҙ күсерелгән.
Зинһар, самаланған сығанаҡтың Интернет Архивында килеп сығыу датаһын тикшерегеҙ һәм мәҡәләгә индерелгән үҙгәртеүҙәрҙең датаһы менән сағыштырығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ улай түгел тип иҫәпләһәгеҙ, был мәҡәләнең фекер алышыу битендә үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ. Әгәрҙә һеҙ автор, тексты ҡулланыу өсөн рөхсәтте кәрәкле рәүештә алығыҙ. Ҡағиҙәләр боҙоуҙы табыусыға: Зинһар, был хәбәрҙе урынлаштырығыҙ {{subst:nothanks cv|pg=АХБ төҙәтеү/Аҙнабаев Булат Марат улы|url=http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/455-a-nabaev-bulat-marat-uly}} – ~~~~ мәҡәләгә ошо материалды өҫтәгән ҡатнашыусы менән һөйләшеүгәПоследнее изменение сделано участником Рөстәм Нурыев (вклад, журналы) в 07:07 UTC (124843 минуты назад). Администраторам: ссылки сюда, история, журналы, удалить. Мәҡәләнең авторына: Авторлыҡ хоҡуҡтары, Рөхсәт алыу, Нимә эшләргә? |
Аҙнабаев Булат Марат улы (8 ноябрь 1964, Өфө, БАССР, СССР) — совет һәм Рәсәй күҙ табибы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2004).
БиографияһыҮҙгәртергә
Аҙнабаев Булат Марат улы 1964 йылдың 8 ноябрендә Өфөлә тыуа. Атаһы — билдәле ғалим, күҙ табибы, уҡытыусы Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы.
1987 йылда ул уңышлы Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Институттан һуң Булат Марат улы Мәскәүҙә «Күҙ микрохирургияһы» тармаҡ-ара фәнни-техник комплексында эшләй.
1993 йылдан алып Өфөлә «Оптимедсервис» ЯАЙ‑ның генераль директоры, бер үк ваҡытта 1996 йылдан башлап БДМУ‑ла уҡыта (1998 йылдан башлап дипломдан һуң белем биреү институты курсы менән офтальмология кафедраһы мөдире вазифаһын биләй).
2000 йылда Аҙнабаев Гельмгольц исемендәге Мәскәү күҙ ауырыуҙары ҒТИ-нда «Глаукома менән катарактаның микроэндоскопия хирургияһы» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2004 йылда профессор исеме бирелә.
Аҙнабаевтың ғилми эшмәкәрлеге күрәшлекте хирургик юлы менән коррекциялауға, глаукома һәм катарактаның ультратауыш һәм лазер хирургияһы, күҙҙең микроэндоскопик лазер хирургияһы мәсьәләренә бағышланған. Булат Аҙнабаев офтальмохирургияла юғары технологиялы энергетик алымдар эшләү һәм ҡулланыу буйынса ғилми мәктәпте нигеҙләй. Аҙнабаев катарактаны бөтөрөүҙең яңы ысулдарын уйлап таба һәм дауалауҙа ҡуллана башлай, уның ҡатнашлығында артҡы камераға кире интраокуляр линза, күҙҙең энергетик хирургияһы өсөн медицина ҡорамалдары уйлап табыла.
РБ һаулыҡ һаҡлау министрлығының офтальмологияһы буйынса Сертификация комиссияһы рәйесе, РФ һаулыҡ һаҡлау министрлығы эксперт кәңәшмәһенең ағзаһы.
10-дан артыҡ яҡланған кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларының ғилми етәксеһе һәм консультант. Аҙнабаев етәкселегендә йыл һайын «ОКО» Бөтә Рәсәй офтальмология конференцияһы уҙғарыла, ординаторҙар һәм өҫтәмә профессиональ белем институты тыңлаусылары өсөн ғилми-практика семинарҙары һәм конференциялар ойошторола.
Аҙнабаев офтальмология буйынса 340-тан ашыу, шул иҫәптән 9 монография һәм 44 патент авторы кеүек билдәле.
Ғилми хеҙмәттәреҮҙгәртергә
- Ультразвуковая хирургия катаракты — факоэмульсификация. Мәскәү, 2005
- Лазерная сканирующая томография глаза: передний и задний сегмент. Мәскәү, 2008 (авторҙ.)
- Флегмоны и другие воспалительные заболевания орбиты. Мәскәү, 2010 (авторҙ.).
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Г. Ҡ. Ҡунафина тәрж. Аҙнабаев Булат Марат улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Аҙнабаев Булат Марат улы БДМУ сайтында