Приклонский Михаил Васильевич (йәмәғәт эшмәкәре)

Михаил (Елевферий) Приклонский Васильевич (19 декабрь 1728 йыл — 17 декабрь 1794 йыл) — Рәсәй империяһының йәмәғәт эшмәкәре, 1771-1784 йылдарҙа Мәскәү университеты директоры.

Приклонский Михаил Васильевич (йәмәғәт эшмәкәре)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 8 (19) декабрь 1728
Вафат булған көнө 6 (17) декабрь 1794 (65 йәш)
Нәҫеле Приклонские[d]
Һөнәр төрө йәмғиәт эшмәкәре
Эш урыны Мәскәү император университеты[d]
Биләгән вазифаһы ректор Московского университета[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Михаил Приклонский 1728 йылдың 8 (19) декабрендә тыуған. Михаилдың атаһы Василий Иванович (1682—1739) полковник званиеһында булған. 14 йәшендә хәрби хеҙмәткә алына, әммә алты йылдан һуң уны ташлап китә.

17611762 йылдарҙа Түбәнге Новгород губернаһы дворяндарынан «Яңы Уложение сығарыу комиссияһына» депутат итеп ебәрелә. 1763 йылдан Сенаттың идара итеүсе Геральдмейстер котораһында колледж кәңәшсеһе булып хеҙмәт итә. 1767 йылда унан яңынан Уложение комиссияһына күсә.

Мәскәү университеты директоры М. М. Херасков отставкаға киткәндән һуң, 1770 йылдың май айынан 1771 йылдың февраленә тиклем директор бурыстарын вице-директор А. А. Тейльс башҡара. 1771 йылдың 17 февраленән куратор И. И. Мелиссино Мәскәү университетының стат кәңәшмәһе Конференцияһына яңы директор вазифаһы сифатында М. В. Прикленскийҙы тәҡдим итә[1].

М.В Приклонский 1784 йылға тиклем Мәскәү университеты вазифын биләй. Уның 13 йыллыҡ етәкселеге осорондағы төп ҡаҙаныштары булып профессорҙарҙың Сенатҡа "Мәскәү университетының ихтыяждары һәм етешһеҙлектәре " тураһындағы «Күрһәтмәһе» һанала. Унда университет бюджетын арттырыу кәрәклеген һәм уны Воробьёвы ҡалҡыулығына күсереү, «Ирекле Рәсәй йыйылышы» ғилми йәмғиәтен ойоштороу маҡсатҡа ярашлы икәнлеге нигеҙләнә[1]. Императрица Екатерина II ҡушыуы буйынса Мәскәү университетында Приклонский татар теле уҡытыуҙы индерә. 1778 йылда татар әлифбаһы баҫтырып сығарыла. 1777 йылда студенттар театрын тергеҙеүгә булышлыҡ итә. Тамашасыларға А. П. Сумароковтың бер трагедияһы күрһәтелә. 1779 йылдың ғинуарында М. М. Херасков тарафынан Приклонский яңы төҙөлгән Мәскәү университетының дворяндар пансионаты кураторы итеп тәғәйенләнә. 1779 майында Н. И. Новиковҡа университет типографияһын, шулай уҡ китап кибетен һәм «Мәскәү ведомости» гәзитен 1778 йылға тиклем ҡурымтаға бирә.[2].

1784 йылдың уртаһында отставкаға сыға. 1781 йылда намыҫлы хеҙмәте өсөн Тулы хоҡуҡлы стат советник дәрәжәһе бирелә.

Михаил Васильевич Приклонский 6 (17) декабрь 1794 йылда вафат була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә