Портал:Башҡортостан ауылдары/Нисек ярҙам итә алам

  • Тәү сиратта тыуған ауылығыҙ тураһында мәҡәләне уҡып ҡарағыҙ. Билдәле сығанаҡтарға таянып, үҙегеҙ белгән мәғлүмәтте өҫтәгеҙ.
  • Ауылдарҙың ниндәй ауыл советына ҡарағанын яҙып ҡуйығыҙ. Өлгө: ПарижҠыйғы районы.
  • Ауылдың бөгөнгө торошон һәм тарихын яҙығыҙ. Баҫма сығанаҡтарға иҫкәрмә ҡуйығыҙ.
  • Ауыл атамаһының килеп сығыуын аңлатып яҙығыҙ. Баҫма сығанаҡтарға иҫкәрмә ҡуйығыҙ.
  • «Сығанаҡтар» бүлегенә ауыл тураһында баҫылған китаптар, гәзит-журнал мәҡәләләренең исемен яҙығыҙ. Интернет селтәрендә булғандарына һылтанма яһағыҙ. Башҡорт Энциклопедияһындағы мәҡәләгә һылтанма ҡуйығыҙ.
  • Ауыл менән бәйле билдәле шәхестәрҙең исемлеген төҙөгөҙ. Башҡорт Викпедияһында булған мәҡәләләргә һылтанма яһағыҙ. Булмағандарын яҙығыҙ, йәки урыҫ/татар бүлегенән тәржемә итегеҙ.
  • Ауылдарҙың Почта индекстары һәм ОКАТО коды яҙылыуын тикшереп сығығыҙ. Булмағандарына Башҡортостандың ОКАТО таблицаһынан һәм Почтамт һәм почта бүлексәләре исемлегенән ҡарап яҙығыҙ.
  • Ауылдарҙың рәсми урам исемдәрен был сайттан алып яҙығыҙ. Рәсми булмаған исемдәрен ауыл аҡһаҡалдарынан һорап белешегеҙ һәм уларҙың исем-шәрифтәрен иҫкә алып яҙығыҙ. Өлгө: ҺабанаҡМәсетле районы.
  • Әлеге ваҡытта Башҡортостан ауылдарында халыҡ һаны тураһында мәғлүмәтте тулыландырыу буйынса күләмле эш бара.
  1. Һәр ауылда бына шундай таблицаны Халыҡ һаны бүлегенә урынлаштырырға кәрәк. Иғтибарлы булығыҙ, таблицаһы алыштырылған ауылдар бар. Өлгө Шишмә-УраҡайАсҡын районы.
  2. 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәт
  3. 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәт
Ярҙам өсөн:
  1. Excel-таблицаны вики-форматҡа әйләндереүсе Конвертер
  2. Халыҡ һанын тулыландырыу буйынса эш барышы тураһында мәғлүмәт.