Порвоо (фин. Porvoo [ˈporʋoː]), Борго (швед. Borgå [ˈbɔrˌgoː]) — Финляндияла коммуна һәм ҙур булмаған ҡала, Хельсинкинан көнсығышҡа табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан[7]. Финляндияның Турку ҡалаһынан һуң иң боронғо ҡала.

Порвоо
фин. Porvoo
швед. Borgå
Герб
Porvoo.vaakuna.svg
Рәсем
Рәсми тел Фин теле[1] һәм швед теле[1]
Дәүләт Flag of Finland.svg Финляндия
Административ үҙәге Eastern Uusimaa[d]
Административ-территориаль берәмек Уусимаа[d]
Закондар сығарыу органы Porvoo City Council[d]
Халыҡ һаны 49 928 кеше (31 декабрь 2015)[2][3]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Туғандаш ҡала Лунд[d][4], Камень-Поморски[d][4], Тюресё[d], Динкельсбюль[d][4], Дальвик[4], Сургут[5], Вильянди[d][4], Виймси[d][4], Виборг (ҡала), Хамар, Hancock[d] һәм Вентспилс[d]
Милке Porvoo Cathedral[d], Старая ратуша (Порвоо)[d], Гимназия Борго[d] һәм Runeberg museum[d]
Сиктәш Аскола[d][6], Ловийса[d][6], Мюрскюля[d][6], Порнайнен[d][6] һәм Сипоо[d][6]
Почта индексы 06100
Рәсми сайт porvoo.fi
Категория для видов элемента Category:Views of Porvoo[d]
Commons-logo.svg Порвоо Викимилектә

ТарихыҮҙгәртергә

Ҡала үҙенең исемен ҡала аша аҡҡан Порвоонйоки йылғаһы эргәһендәге швед тупраҡ ҡәлғәһе исеменән ала. Порвоо исеме- был швед атамаһының (Borgå) һәм уның borg «һарай» , -å «йылға» өлөштәренең фин версияһы.

XIV быуат йылъяҙмаларында тәүге тапҡыр телгә алына. 1809 йылға тиклем Швед короллеге составына инә.

Рәсәйҙең 1808—1809 йылдарҙағы рус-швед һуғышында еңеүенән һуң ҡала Рәсәй император йорто менән шәхси уния менән бәйле Бөйөк Финляндия кенәзлеге составына инә[8]. 1809 йылдың 10(22) мартында — 7(19) июлендә рәсәй императоры Александр I Финляндияла Борго сеймы йыйып, фин халҡының киң автономияһын раҫлағандан һуң ҡала Рәсәйҙә һәм донъяла киң билдәлелек ала. Был сейм, быға тиклем швед тажына буйһонған бөйөк кенәзлекте фин милли дәүләте тип таный. Швед элитаһы артабан да Финляндияла, шул иҫәптән Порвоола ла үҙенең хоҡуҡутарын һәм йоғонтоһон һаҡлап ҡала.

1917 йылда Октябрь революцияһынан һуң — бойондороҡһоҙ Финляндия составында.

Порвоо ҡалаһы Рәсәйҙең Салауат[9][10] һәм Сорғот ҡалалары менән туғандаш.

ХалҡыҮҙгәртергә

Халҡы 48 794 кеше (2011 йылдың 31 мартына). Фин шведтары әлегә тиклем ҡала халҡының яҡынса өстән бер өлөшөн тәшкил итә, 16 102 кеше (33 %), финдар — 31 228 кеше (64 %) (2011 йылғы баһа). Рәсми ике телле ҡала.

Ҡыҙыҡлы факттарҮҙгәртергә

Порвоо ҡалаһында Леонид Гайдайҙың «За спичками» фильмы төшөрөлә, фильмда ҡала Йоки тип атала[11], уның реаль прототибы булып көнсығыш карелия ҡалаһы Йоэнсуу тора.

Ҡалала фин милләтсеһе, Финляндияның рус генерал-губернаторы Бобриковты үлтергән Шауман Эйгендың ҡәбере урынлашҡан.

1809 йылда нәҡ Порвоола Александр I Борго сеймы асҡан, унда Финляндияның дәүләт ҡоролошо тураһында манифесы уҡып ишеттерелә[12] .

Билдәле кешеләреҮҙгәртергә

  • Карл Юхан Адлеркрейц (1757—1815) — граф, швед генералы
  • Эльза Бунге (1734—1819) — швед яҙыусыһы, ботаник
  • Чель Карлстрём (род. 1976) — велосипедта ярышыусы (шоссе ярыштары)
  • Владимир Романов (1917—1992) — бөйөк кенәз Кирилл Владмировичтың берҙән-бер улы, Порвоола тыуған
  • Йохан Людвиг Рунеберг (1804—1877) — фин шағиры, Финляндия гимны һүҙҙәре авторы
  • Альберт Эдельфельт (1854—1905) — фин рәссамы, график.
  • Георг Магнус Спренгтпортен (1740—1819) — граф, хәрби начальник, сәйәси эшмәкәр, беренсе генерал — Бөйөк Финляндия Кенәзлеге губернаторы
  • Сами Туомас Хююпия (род. 1973) — фин футболсыһы, Порвоола тыуған

Фотоһүрәттәр галереяһыҮҙгәртергә

     
 Порвоола иҫке ратуша  Порвоола Дева Марияның кафедраль соборы. Порвоонйоки

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
  2. http://www.stat.fi/til/vaerak/index.html — ISSN 1797-5379; 1797-5387; 1797-5395
  3. Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedotAssociation of Finnish Municipalities.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 YstävyyskuntatoimintaПорвоо, 2011.
  5. http://admsurgut.ru/rubric/120/Partnery-Surguta
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
  7. Борго, город // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  8. Борго // Военная энциклопедия : [в 18 т.] / под ред. В. Ф. Новицкого [и др.]. — СПб. ; [М.] : Тип. т-ва И. Д. Сытина, 1911—1915.
  9. Гульназира БИИШЕВА. У городов Башкирии 12 иностранных побратимов — Новости Уфы и Башкирии Proufu.ru 2018 йылдың 18 ноябрь көнөндә архивланған.(рус.)
  10. Дружба — великая сила. Города-побратимы Уфы. (неопр.). www.ufamama.ru. Проверено 7 августа 2017.
  11. По следам фильма «За спичками» (неопр.) (недоступная ссылка — история) (26 августа 2008). Проверено 20 мая 2012. Архивировано 15 октября 2011 года.
  12. Ведерникова М. И. Порвоо, или старая добрая Финляндия (неопр.). TRAVELOG.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә