Попова Вера Евстафьевна

Попова Вера Евстафьевна (17 сентябрь 1867 йыл — 25 апрель 1896 йыл) — ғалим, химия фәндәре докторы; билдәле рус хирургы, медицина-хирургия академияһы профессоры Е. И. Богдановский ҡыҙы. Беренсе рус ҡатын-ҡыҙ-химиктарының береһе.

Попова Вера Евстафьевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 17 сентябрь 1867({{padleft:1867|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 25 апрель 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (28 йәш)
Вафат булған урыны Ижевск, Сарапул өйәҙе, Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы
Үлем төрө смерть от несчастного случая[d]
Хәләл ефете Попов, Яков Козьмич[d]
Һөнәр төрө химик
Эшмәкәрлек төрө химия
Эш урыны Бестужев курсы
Уҡыу йорто Бестужев курсы
Женевский университет[d]
Ғилми етәксе Бородин Александр Порфирьевич
 Попова Вера Евстафьевна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Вера Евстафьевна Попова (ҡыҙ фамилияһы Богдановская[1]) Евстафий Иванович һәм Мария Алексеевна Богдановскийҙарҙың ҡыҙы. Белемде Санкт-Петербургта Смольный институтында ала (1883 йылда сығарыла), ә һуңынан, 1883—1887 йылдарҙа, Ҡатын-ҡыҙҙарҙың юғары курсында тәбиғи бүлектә уҡый. Химияны Женева университетында өйрәнә, унда 1892 йылда «Исследования дибензилкетона» темаһына диссертация яҡлап, химия фәндәре докторы дәрәжәһен ала. 1890 йылдан — ауыл хужалығы һәм урмансылыҡтың Яңы Александрийский институтында химия уҡытыусыһы булып эшләй, 1892 йылдан Санкт-Петербург ҡалаһында Ҡатын-ҡыҙҙарҙың юғары курстарында стереохимия буйынса лекциялар уҡый[2] .

1895 йылдың көҙөндә Я. К. Поповҡа кейәүгә сыға. Сығышы менән дворян булған ире хәрби академияны тамамлағандан һуң оҙаҡ ваҡыт Санкт-Петербург патрон заводында эшләй, ә туйға тиклем бер йыл элек Ижевск ҡорал һәм ҡорос яһау заводтарының начальнигы булып тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың көҙөндә ире менән Санкт-Петербургты ҡалдырып, Ижесвк заводтарында, Вятка губернаһында урынлашалар. Унда Попова йорт химия лабораторияһын ойоштора, бынан тыш завод лабораторияһында ла эшләй.

1896 йылда, лабораторияла эшләп, тикшеренеүсе аҡ фосфор һәм цианлы водород кислотаһы араһында реакциялар үткәрергә тырыша. Был ике матдә менән булған ампула шартлай һәм ул дүрт сәғәттән һуң алған яраларынан һәм ағыуланыуҙан вафат була. Александро-Невский соборында йыназа уҡыйҙар, ә һуңынан ире ҡатынының кәүҙәһен Чернигов губернаһындағы нәҫелдән килгән имениеға алып китә (Сосницкий өйәҙе, Шабалинов ауылы). В. Е. Богдановская-Попова ерләнгән кәшәнә (Совет власының беренсе көндәрендә юҡ ителә), хәҙер авария хәлендә, ә уны биҙәгән һәйкәл Сосницкий крайҙы өйрәнеү музейында һаҡлана.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Кетон берләшмәләре химияһы менән шөғөлләнә. Докторлыҡ диссертацияһында ул һелтеле мөхиттә һәм һауа тогында дибензилкетон йылығанда кислородты берләштереүен һәм күпмелер кимәлдә бензой кислотаһын барлыҡҡа килтереүен күрһәтә һәм шулай итеп кетондарҙың альдегидтар кеүек үк молекулаларға тарҡалмайынса кислоталарға күсеү һәләтен билдәләй.

Библиографияһы үҙгәртергә

  • Реакции уплотнения и восстановления дибензилкетона, «Журнал Русского физико-химического общества», 1892, т. 24, выпуск № 5
  • Об окислении кетонов в оксикислоты [Сообщение], «ЖРФХО», 1894, том 26, вып. 4.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Богдановская, Вера Евстафьевна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Попова, Вера Евстафьевна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Густавсон Г. Несколько слов о Вере Евстафьевне Богдановской-Поповой // «Журнал Русского физико-химического общества», 1897, т. 29, вып. 3
  • Mусабеков Ю. С. Первые русские женщины-химики // «Сообщения о научных работах членов Всесоюзного химического об-ва им. Д. И. Менделеева», 1949, вып. 4.
  • Попова, Вера Евстафьевна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә