По́льшала исламПольша аҙ таралған диндәрҙең береһе. Ғәрәп сығанаҡтарында Польша тәүге тапҡыр X быуатта сәйәхәтсе Ибраһим ибн Яҡуп тарафынан телгә алына. Польшала даими рәүештә мосолмандарҙың булыуы XIV быуатҡа ҡарай һәм ул башлыса польша-литва татарҙарына бәйле. Хәҙерге ваҡытта Польшала мосолмандарҙың дөйөм иҫәбе яҡынса 380 000 кеше тәшкил итә[1].

Гданьск мәсете.

Иртә осор үҙгәртергә

Поляктарҙың мосолмандар менән тәүге контактары XIII быуатта монгол-татарҙарының ябырылыуы барышында була, ә XIV быуатта хәҙерге Польша территорияһына польша-литва татарҙары килеп урынлаша. Күп кенә археологик ҡаҙыныуҙар барышында бихисап ғәрәп тәңкәләре табыла, был ошо төбәктең мосолман донъяһы сауҙагәрҙәре менән тығыҙ мөнәсәбәттәре булыуы тураһында һөйләй[2].

XIV быуатта тәүге төрки ҡәбиләләр Бөйөк Литва кенәзлегенә килеп урынлаша, улар польша-литва татарҙары исеме аҫтында билдәле. Улар үҙ динен һаҡлау өсөн хәрби хеҙмәт бурысын үтәргә тейеш булғандар. XV быуатта төрки атлылары, уҡсылары һәм разведка ғәскәрҙәре күп кенә һуғыштарҙа ҡатнаша. Билдәле Грюнвальд алышында Витовт яғында Йәләлетдин хандың урҙа ғәскәрҙәре лә ҡатнаша.

XX быуат үҙгәртергә

Икенсе Польша республикаһында мосолман общинаһының һаны бик аҙ булған. 1993 йылға ҡарай Польшала рәсми мәғлүмәттәр буйынса 16 мәсет теркәлгән[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Stella Brozek (Human Rights Without Frontiers): Islam in Poland 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  2. Historia Islamu w Polsce. Oficjalna strona Muzułmańskiego Związku Religijnego w RP. Дата обращения: 23 февраль 2006. Архивировано 15 октябрь 2012 года. 2012 йыл 19 август архивланған.
  3. Микуленок А. А. Положение Русской православной церкви в Польше в 1920—1930-е годы // Aspectus. — 2016. — № 1. — С. 55

Һылтанмалар үҙгәртергә