Познанский Александр Семёнович

Познанский Александр Семёнович (18 (31) ғинуар 1903 йыл, Кривой Рог ҡалаһы, Херсон губернаһы — 8 июнь 1974 йыл, Горький) — СССР ғалим-психиатры. Медицина фәндәре докторы (1960), профессор (1962).

Познанский Александр Семёнович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 18 (31) ғинуар 1903
Тыуған урыны Кривой Рог[d], Херсонский уезд[d], Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1][2]
Вафат булған көнө 8 июнь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Түбәнге Новгород, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Красный зыяраты[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө психиатр, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Институт неврологии, психиатрии и наркологии НАМН Украины[d]
Приволжск медицина тикшеренеү университеты[d]
Башҡорт дәүләт медицина институты
Уҡыу йорто Одесский национальный медицинский университет[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] (1960)
Кемдә уҡыған Протопопов, Виктор Павлович[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Александр Семенович Познанский 1903 йылдың 18 (31) ғинуарында Украинаның Херсон губернаһы Кривой Рог ҡалаһында тыуған[3].

1927 йыда Одесса медицина институтын тамамлай. 1927—1931 йылдарҙа Одессала наркология диспансеры һәм психиатрия клиникаһында табип булып эшләй.

1931—1944 йылдарҙа — Украина психоневрология институтында (Харьков) хеҙмәткәр. 1938 йылдан медицина фәндәре кандидаты. 1938 йылда клиника, галлюцинациялар патофизиологияһы һәм фармакологияһына арналған кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1944—1959 йылдарҙа — С.М. Киров исемендәге Горький медицина институтында: ассистент, психиатрия кафедра доценты. 1959 йылда «Динамика синдромов шизофрении в процессе психофармакологических и других клинико-экспериментальных исследований» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1960—1970 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт медицина институты психиатрия кафедраһы мөдире [4].

Уның етәкселеге аҫтында 2 докторлыҡ һәм 8 кандидатлыҡ диссертация яҡлана, 2 фәнни хеҙмәттәр йыйынтығы сығарыла.

Александр Семенович Познанский 1974 йылдың 8 июнендә Түбәнге Новгородта вафат була һәм шунда Бугрово зыяратында ерләнә.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

А.С.Познанский дөйөм психопатология, клиник-эксперименталь һәм галлюцинация, һаташыу, шизофрения, йәрәхәтле психоздар ваҡытында кататоник эмоциональ синдромының психофармакология тикшеренеүҙәре проблемалары менән шөғөлләнә.

90-дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

1960—1968 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының невропатологтары һәм психиатрҙары йәмғиәте рәйесе.

Академик В. П. Протопопов уҡыусыһы[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. http://bashenc.online/ru/articles/79847/
  3. Познанский Александр Семёнович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. История кафедры психиатрии и наркологии. 2021 йыл 18 сентябрь архивланған.
  5. Роль и место кафедры психиатрии ХМИ в истории развития психиатрии на Украине // История украинской психиатрии: Сборник научных работ Украинского НИИ клинической и экспериментальной неврологии и психиатрии и Харьковской городской клинической психиатрической больницы № 15 (Сабуровой дачи) / Под общ. ред. И. И. Кутько, П. Т. Петрюка. — Харьков, 1994. — Т. 1. — 153 с.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә