Плюшар Адольф Александрович

Адо́льф Алекса́ндрович Плюша́р (франц. Adolphe Pluchart; 1806(1806),  — 23 март [4 апрель1865) — Рәсәйҙең XIX быуаттағы билдәле нәшриәтсеһе.

Плюшар Адольф Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1806[1]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 23 март (4 апрель) 1865[1]
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1]
Ерләнгән урыны Выборгское римско-католическое кладбище в Санкт-Петербурге[d]
Атаһы Плюшар Александр Иванович[1]
Бер туғандары Евгений Александрович Плюшар[d]
Һөнәр төрө книгопечатник, тәржемәсе
Башҡорттарҙың бөркөт менән һунар итеүе. Адольф Плюшар

1836 йылда Н.В. Гоголдең «Ревизорын», «Фауст трагедияһының» тәржемәһен(1838) нәшер итә[2]). Шулай уҡ Рәсәйҙә беренсе энциклопедия - тамамланмай ҡалған «ru:Энциклопедический лексикон»ды сығара башлай (1835—1841)[3][4]

Ағаһы Евгений Плюшар (1809 — яҡ. 1880).

Биографияһы үҙгәртергә

Адольф Александрович типограф, литограф, рәссам А. И. Плюшар (1777—1827) ғаиләһендә донъяға килгән. Адольф Петербургта Муральт пансионында уҡыған, Парижда типография сәнғәтенә өйрәнгән. Атаһы 1827 йылда вафат булғас, башта уның эшен әсәһе Генриэтта Плюшар дауам итә, мәгәр тиҙҙән типографияға етәкселек итеү Адольф Плюшар ҡулына күсә.

Замандаштары иҫтәлектәренән күренеүенсә, ул аҡыллы, эшлекле һәм тәүәккәл кеше булған. Плюшар иғтибар яулай, ҡала үҙәгендә китап магазины аса. Магазин «Француз әҙәби салоны» тип аталған. Бында Петербург интеллигенцияһы — нәшриәтселәр, рәссамдар, ғалимдар, артистар, яҙыусылар йыш йыйыла. [5]

Ул типографияны матур баҫмалар сығарыу өсөн ҡулайламалар менән йыһазландырған, һәм йыш ҡына күп томлы китаптар сығарған

 
«ru:Энциклопедический лексикон» (том 15)

А. А. Плюшар Рәсәй әҙәбиәтенә нәшриәтсе булараҡ ҙур өлөш индерә. Яҙыусы булараҡ ҡатнашмай тиерлек: төрлө библиографик фекерҙәргә генә полемик яуаптары булыуы билдәле ( мәҫәлән, «Ответ издателя „Энциклопедического Лексикона“ на статью „Северной Пчелы“» (Греча), № 298—300 (1836 г.) — «Литературные Прибавления к Русскому Инвалиду» 1837 йыл, № 2 һәм 4; шул юҫыҡтағы мәҡәлә 1848 йылда ла сыҡҡан булған).

Санкт-Петербургта Выборг католик зыяратында ерләнгән.

Башҡорттарҙың бөркөт менән һунар итеүе үҙгәртергә

Рәсәй рәссамдары башҡорттарҙың ошо шөғөлө тураһында бер нисә һүрәт төшөргән, улар араһында А. А. Плюшарҙың "Башкирская беркутовая охота" (Башҡорттарҙың бөркөт менән һунар итеүе) тип аталғаны ла бар.

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә