Пла Хосефина

Парагвай шағиры

Пла Хосефина (исп. Josefina Pla, 1903—1999) — Парагвай шағиры, драматургы, шулай уҡ хикәйәләр һәм романдар авторы, әҙәби тәнҡитсе. Нәфис керамика менән уңышлы шөғөлләнә.

Пла Хосефина
исп. Josefina Plá[1]
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[2][3]
Гражданлыҡ  Парагвай
 Испания
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. María Josefina Teodora Plá Guerra Galvani[1]
Тыуған көнө 9 ноябрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[3]
Тыуған урыны Лобос[d], Ла-Олива[d], Лас-Пальмас[d], Канар утрауҙары, Испания
Вафат булған көнө 11 ғинуар 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (95 йәш)
Вафат булған урыны Асунсьон[d], Парагвай
Ерләнгән урыны Recoleta Cemetery, Asuncion[d]
Хәләл ефете Julián de la Herrería[d][4]
Яҙма әҫәрҙәр теле Испан теле
Һөнәр төрө шағир, скульптор, яҙыусы, журналист, керамист, тарихсы
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт
Ойошма ағзаһы International Academy of Ceramics[d][5]
Жанр лирик шиғриәт[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Пла Хосефина Викимилектә

Шулай уҡ билдәле йәмәғәт эшмәкәре, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсе булараҡ та билдәле.

Ҡыҫҡаса биографияһы үҙгәртергә

Хосефина Пла Канар утрауҙарында, Фуэртевентура утрауынан ике километр төньяҡтараҡ урынлашҡан бәләкәй генә Лобос утрауында тыуа. Уның тыуған көнө аныҡ билдәле түгел. Ижадын өйрәнеүсе һәм уның биографы, Аргентина шағиры Рауль Амарал (исп.)баш. (19182006), тыуған көнө 1903 йылдың 8 ноябре тип иҫәпләй.

Бала сағында һәм үҫмер йылдарында Испанияның төрлө ҡалаларында йәшәй (атаһы муниципаль чиновник була).

1924 йылда Парагвай рәссамы, һуңыраҡ Julián de la Herrería (Хулиан-кузнец) (исп.)баш. (18881937) псевдонимы аҫтында билдәле булған Andrés Campos Cervera менән таныша. Ике йылдан өйләнешәләр. 1926 йылда улар Парагвайҙа йәшәй, Испанияға ваҡыты-ваҡыты менән киләләр. 1934 йылда Хосефина Пла «Хыял хаҡы» шиғырҙар йыйынтығын нәшер итә. Мөхәббәткә дан йырлаған был китап, уға билдәлелек килтерә[6].

1937 йылда, Испанияға сәйәхәт ваҡытында ире вафат була.

Утыҙынсы йылдарҙың аҙағында, Парагвайға ҡайтҡандан һуң, ул шиғриәт, һынлы сәнғәт һәм керамика менән әүҙем шөғөлләнә — ғүмеренең аҙағына тиклем Парагвайҙың художество һәм әҙәби тормошо үҙәгендә була.

Хосефина Пла — күп әҙәби премиялар лауреаты, Парагвайҙың, Испанияның һәм башҡа илдәрҙең бик күп дәүләт наградалары кавалеры.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

Бик күп шиғырҙар йыйынтығы авторы. Уларҙың ҡайһы берҙәре:

  • El precio de los sueños, 1934
  • Una Novia para Josevai, 1950
  • La raíz y la aurora, 1960
  • Rostros en el agua, 1965
  • Invención de la muerte, 1965
  • Satélites oscuros, 1966
  • El polvo enamorado, 1968
  • Desnudo día, 1968
  • Luz negra, 1975
  • Antología Poética, 1927—1977
  • Follaje del tiempo, 1982
  • Tiempo y tiniebla, 1982
  • Cambiar sueños por sombras, 1984
  • La nave del olvido, 1985
  • La llama y la arena, 1985
  • Los treinta mil ausentes, 1985
  • De la imposible ausente, 1996

Урыҫ телендә Хосефина Пла шиғырҙары тәүге тапҡыр 1975 йылда «Латин Америкаһы шиғриәте» йыйынтығында — "Бөтә донъя әҙәбиәте китапханаһы"ның 170-се томында баҫылып сыға[6].


В озёрной глади, равнодушной ко всему на свете,
гнилушка стала радугой, а туча — островком.
Всё в зеркале берёт начало.
В обманных небесах болота
высиживала ветка лунного птенца,
а птица без иглы и нитки шила паруса…
Хосефина Пла. Из стихотворения «Всё в зеркале берёт начало». Перевод Н. Горской

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 ABC Color (исп.) — 1967.
  2. Record #46776829 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. https://books.google.com/books?id=a7TY2ElIcrUC&pg=PA237&lpg=PA237
  5. https://www.aic-iac.org/en/tribute/
  6. 6,0 6,1 Библиотека всемирной литературы. — М.: Художественная литература, 1975. — Т. 170. Поэзия Латинской Америки. — С. 438, 692. — 720 с. — (Серия третья). — 303 000 экз.