Планлы тел

социалләшкән халыҡ-ара яһалма тел, планлаштырып төҙөлгән тел

Планлы тел (рус. плановый язык) — социалләшкән халыҡ-ара яһалма тел, йәғни халыҡ-ара аралашыу өсөн сығарылып, ҡулланыу тапҡан тел.

Планлы тел
Ҡапма-ҡаршыһы естественный язык[d]

Рус телендәге плановый язык атамаһы «яһалма» эпитетынан ҡасырға ынтылыу менән бәйле, сөнки ул, беренсенән, бик үк теүәл түгел (яһалмалыҡ элементтары стихиялы үҫеш кисергән милли телдәргә лә хас), икенсенән, йыш ҡына кире мөнәсәбәт уята. Төрлө интерлингвистар атаманың үҙ варианттарын тәҡдим итә, мәҫәлән:

  • халыҡ-ара тел (йәғни телдең тәғәйенләнешенә баҫым яһала), шулай уҡ ошо уҡ атаманың башҡа варианттары (interlingua һ.б.);
  • ҡоролма тел (ингл. constructed language, нем. konstruierte Sprache, эспер. konstruita lingvo);
  • планлы тел (ингл. planned language, нем. Plansprache, эспер. planlingvo);
  • ярҙамсы тел (ингл. auxiliary language, франц. langue auxiliaire, эспер. helplingvo).

Яйлап тәүге өс вариант тарыраҡ һәм махсусыраҡ йөкмәтке ала башлай, атап әйткәндә:

  • халыҡ-ара тел  — төрлө илдәрҙең халыҡтары аралашҡан теләһә ҡайһы тел (тәбиғи йә яһалма); сағыштырыу өсөн: милләт-ара аралашыу теле;
  • ҡоролма тел — кешеләр аралашыуы өсөн тәғәйенләнгән теләһә ҡайһы яһалма тел (халыҡ-ара йә халыҡ-ара булмаған);
  • планлы тел — яһалма халыҡ-ара тел (йәғни алда әйтелгән ике төркөмгә лә инә).

Инглиз телле сығанаҡтарҙа осраусан тағы бер термин:

  • зональ ҡоролма тел (ингл. zonal constructed language) — йәғни билдәле бер телдәр төркөмө йә билдәле бер төбәк өсөн эшләнгән халыҡ-ара ҡоролма тел, мәҫәлән, славяндар өсөн (Славян-ара теле), герман телдәре төркөмөнә ҡараған халыҡтар өсөн, европалылар өсөн, Европаның төньяғы өсөн һ.б.

«Ярҙамсы» тигән терминға килгәндә, ул халыҡ-ара телдең милли телдәрҙе алмаштырыусы түгел, ә икенсе дәрәжәләге аралашыу сараһы булыуына ишаралай.

Филолог С. Н. Кузнецов йәмғиәттә ҡулланылыш тапҡан (социалләшкән) яһалма халыҡ-ара телдәрҙе генә планлы телдәр тип һанарға тәҡдим итә, сөнки, уның әйтеүенсә, был төркөмдәге телдәр кешелек телдәренең айырым класын тәшкил итә һәм тәбиғи телдәр менән бергә хәҙерге донъяның телдәр торошон формалаштыра.

Йәмғиәттә һиҙелерлек үҫеш кисермәгән һәм әҙ ҡулланылған яһалма телдәр проекттар (лингвопроекттар) тип атала. Немец лингвисы Детлев Бланке яһалма телдәрҙе уларҙың ғәмәлләшеү кимәленә ҡарап классификациялай һәм проект телдең ғәмәлләшкән телгә әйләнеүенең 18 баҫҡыс-билдәһен айыра.


Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Бланке Д. Проекты плановых языков и плановый язык // Проблемы международного вспомогательного языка. — М.: Наука, 1991. С. 63-69.
  • Кузнецов С. Н. Краткий словарь интерлингвистических терминов // Проблемы международного вспомогательного языка. — М.: Наука, 1991. — С. 171—228.