Пигалов Александр Петрович

Пигалов Александр Петрович (30 август 1936 йыл, Горький өлкәһе, Салган ауылы — 30 август 2018 йыл) — совет табибы, педиатр, медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1995)[1].

Александр Петрович Пигалов
Файл:Пигалов, Александр Петрович.png
Дата рождения

30 августа 1936(1936-08-30)

Место рождения

село Салган, Нижегородская область, РСФСР

Дата смерти

30 августа 2018(2018-08-30) (82 года)

Место смерти

Казань, Россия

Страна

 СССР

 Россия

Научная сфера

Педиатрия

Место работы

Казанский государственный медицинский университет

Альма-матер

Казанский государственный медицинский институт

Учёная степень

доктор медицинских наук

Учёное звание

профессор

Известен как

Специалист в области педиатрии

Награды и премии

Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»

Заслуженный врач Российской Федерации

Биографияһы үҙгәртергә

1936 йылдың 30 авгусында РСФСР-ҙың Горький өлкәһе Салган ауылында тыуған.

1954 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтының санитар-гигиена факультетына уҡырға инә, әммә уны тарҡатыу сәбәпле икенсе курстан һуң педиатрия факультетына күсерелә.

1961 йылда диплом алғандан һуң, Татар АССР-ының Куйбышев районы баш педиатры булып эшләй. 1964 йылда райондың баш табибы урынбаҫары була. Түбәнге Камала эшләгән ваҡытында өс тапҡыр халыҡ депутаттарының ҡала советы депутаты итеп һайлана һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комиссияны етәкләй.

1968 йылда Түбәнге Кама ҡалаһының баш педиатры һәм Түбәнге Кама үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1975 йылда «Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм яңы тыуған балаларҙың специфик булмаған иммунологик реактивлығы күрһәткестәренә СКИ-3 синтетик изопрен каучук производствоһының йоғонтоһо» темаһына диссертацияны уңышлы яҡлай.

1986 йылда педиатрия факультетында декан була һәм уҡыта башлай, 1991 йылда профессор итеп һайлана, 1996 йылда Ҡазан медицина университетының поликлиника педиатрия кафедраһы мөдире була. 1988 йылда СССР Медицина фәндәре академияһы Педиатрия институтының академик советында «Ҡатын-ҡыҙҙарҙан, синтетик каучук етештереүсе эшселәрҙән тыуған балаларҙың үҫеүе һәм үҫеше үҙенсәлектәре» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Неонатология, аллергология, йөклөлөк һәм бала табыу барышын өйрәнеү, етем балаларға медицина-социаль ярҙам ойоштороу буйынса егерменән ашыу уҡытыу-методик әсбап һәм ҡулланмалар яҙған. 1990 - 1996 йылдарҙа «Педиатрия» белгеслеге буйынса махсус советты етәкләй, «Педиатрия» журналының редакция советы ағзаһы була.

2018 йылдың 30 августа Ҡазанда вафат була[2].


Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре


«В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (1970)

«Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе (1989)

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» (1995 йыл)

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Балалар һаулығы торошон баһалау. Казань, 1999
  • Сабыйҙар йорттарында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға медик-социаль ярҙам ойоштороу. Казань 2001
  • Балалар һәм үҫмерҙәр һаулығын баһалау. Казань, 2006
  • Педиатрия участкаһында эпидемияға ҡаршы иҫкәртеү эше. Казань, 2006

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә