Пастель де чокло (исп. Pastel de choclo) — Көньяҡ Америка аш-һыуы бәлеше

Пастель де чокло
Рәсем
Дәүләт  Аргентина
 Боливия
 Эквадор
 Перу
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән маис[d], лук[d], говядина[d] һәм Йомортҡа
 Пастель де чокло Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Ашамлыҡтың килеп сығышының теүәл ваҡыты һәм урыны билдәле түгел. Яҡынса ул XVII быуатта Перуҙа килеп сыҡҡан. Әлеге ваҡытта Перуҙан тыш Чилиҙа, Аргентинала һәм Боливияла киң таралған[1].

Әҙерләү үҙгәртергә

Татлы кукурузды паста кеүек итеп ваҡлайбыҙ. Һөт һәм базилик ҡушып болғайбыҙ. Иретелгән аҡ май ҡушабыҙ. Был ҡатнашма менән кәстрүлде талғын утҡа ҡуябыҙ (яҡынса 15 минут). Әленән-әле ҡатнашманы болғатып торабыҙ[1].

Эслекте тауыҡ фаршынан әҙерләйҙәр, ул башлы һуған һәм тәмләткестәр менән (паприка, һарымһаҡ, борос һәм тмин менән) быҡтырыла. Фарш менән бергә ҡаты итеп бешерелгән йомортҡа киҫәктәре, йөҙөм һәм зәйтүн емеше һалалар[2].

Артабан духовканы 400 °F (≈200 °C) тиклем ҡыҙҙырабыҙ. Кәстрүлгә эслекте һалырға. Өҫтөнә кукуруз ҡатнашмаһын ҡоябыҙ. Тәме буйынса, өҫтөнә шәкәр йәки кокос юнысҡыларын һибергә мөмкин. Бешерергә ҡуйырға. 30 минут дауамында бешерәбеҙ. Аҙаҡ, өҫкө ҡатламы алтын-һары төҫкә ингәнсе тағы ла 5-7 минут ҡыҙҙырабыҙ[1].

Эслекте өсөн ҡайһы берҙә тауыҡ ҡулланыла. Туралған бәшмәк һәм шулай уҡ моцарелла сыры ла ҡушырға мөмкин[1]. Бешерелгән бәлеш эҫе килеш бирелә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Pastel de Choclo: Chilean Corn Pie.
  2. Pastel de Choclo: Chilean Corn Pie.

Һылтанмалар үҙгәртергә