Палермо

(Панорм битенән йүнәлтелде)

Пале́рмо (бор. грек. Πάνορμος, лат. Panormus, итал. Palermo [paˈlɛrmo] , сиц. Palermu) — Италиялағы ҡала. Сицилия утрауында урынлашҡан.

Палермо
итал. Palermo
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Италия

Өлкә

Сицилия

Метрополитен ҡала

Палермо

Коммуна

Палермо

Координаталар

38°07′00″ с. ш. 13°22′00″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Roberto Lagalla[d]

Майҙаны

160,59 км²

Бейеклеге

14 м

Климат тибы

урта диңгеҙ

Рәсми теле

итальян теле

Халҡы

663 770 [1] кеше (30-11-2018)

Тығыҙлығы

4 133,32 кеше/км²

Этнохороним

palermitani

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+39 91

Почта индексы

90100, 90121-90151

Һанлы танытмалар
ISTAT

082053

Рәсми сайт

comune.palermo.it
 (итал.) (инг.)

День коммуны

15 июля

Палермо (Италия)
Палермо
Палермо
Палермо (Италия Сицилия)
Палермо
Панорм бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Панорм (мәғәнәләр).

Сицилия өлкәһенең административ үҙәге һәм провинцияға тиңләштерелгән шул уҡ исемле территориаль берәмек.

Изге Розалия ҡаланың ҡурсалаусыһы тип иҫәпләнә. 15 июль — ҡала байрамы көнө.

Палермоға беҙҙең эраға тиклем 754 йылда финикийҙар Сус (финикий телендә — «сәскә») исеме менән нигеҙ һала. Әммә Панорм (лат. Panormum һәм Panormus, бор. грек. Πάνορμος)[2][3] атамаһын (һәр ваҡыт үтеп булырлыҡ гавань тип аңлатылған) гректарҙан ала (шул уҡ исемле грек полисы Кесе Азияла, хәҙерге Төркиәләге Бандырма ҡалаһы була). Беренсе пун һуғышында бында Карфаген флотының төп туҡталышы була. Беҙҙең эраға тиклем 254 йылда ҡаланы римлылар алып, уға муниципация хоҡуғы биргән. Ә Октавиан Август ваҡытында ҡала колонияға әүерелгән. 515 йылда бөтөнләй бушап ҡалған, Рим идараһы ваҡытында Палермоны остготтар баҫып ала. 535 йылда Византия империяһы юлбашсыһы Велизарий Сицилияның төньяҡ ярын яулап ала. 831 йылда Палермо мосолмандар ҡулына эләгә; шунан бирле Сицилияның мөһим сауҙа үҙәгенә әүерелә. Халыҡтың күпселек өлөшөн Төньяҡ Африка менән сауҙа иткән гректар, йәһүдтәр һәм ғәрәптәр тәшкил иткән.

1072 йылда норман яулап алыусыһы Роберт Гвискар Палермоны ала, ә уның вариҫы Рожер II уны Сицилия короллегенең баш ҡалаһы итә. Гогенштауфендар хакимлығы дәүерендә, айырыуса Изге Рим императоры Фридрих II осоронда Палермола һарай тормошо сәскә атҡан. Фридрих II-нең улы Манфред Сицилиялы вафат булғандан һуң, 1266 йылда Беневенто янындағы алыш барышында француз графы Карл Анжуйский Палермоға эйә була. Әммә француздар Сицилияны оҙаҡ контролдә тота ала алмай. Сицилия короле Конрадинды үлтерелеүенә үс итеп, утрау халҡы баш күтәргән. Һөҙөмтәлә 1282 йылда Палермо биҫтәләрендә башланған бола арҡаһында Сицилияла бөтә француздар юҡ ителгән.

Сицилия короле итеп Педро III Арагонлы иғлан ителә, ә Палермо вице-король резиденцияһына әйләнә. Әммә алты быуат дауамындағы Испания хакимлығы ҡала халҡына үҫеш килтермәй. 1799 йылда, Неаполь француздар ҡулына күскәндә, король Фердинанд IV Неаполитанлы Палермоға ҡаса һәм бында 1815 йылға тиклем ҡала. 1820 йылда Фердинанд IV Неаполь менән Сицилияны берҙәм Ике Сицилия короллеге тип иғлан итергә булғас, Палермола бола ҡупҡан. Уны оло ауырлыҡ менән бөтөрә алғандар. 1847 йылда Палермола башланған сыуалыштар 1848 йылда дөйөм ихтилалға әүерелә. Король ғәскәрҙәре ҡыйратыла, ҡалала ваҡытлыса хөкүмәт ойошторола һәм Сицилия парламенты саҡырыла, ләкин киләһе 1849 йылда Палермо король ғәскәрҙәренә бирелергә мәжбүр була.

1860 йылда Джузеппе Гарибальди Палермоны алып, уны Италия короллеге составына индергән. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ҡаланың байтаҡ өлөшө емерелгән.

Урта диңгеҙ климаты. Иң һыуыҡ ай — февраль, иң йылыһы — август. Палермо тулыһынса диңгеҙ менән уратып алынғанға күрә, континенттарҙың яр буйҙарына ҡарағанда ҡыш йылыраҡ, ә йәй тынсыу һәм дымлы, ләкин бер ни тиклем эҫе түгел.

Диңгеҙҙе тулыһынса уратып алғанлыҡтан йәй Палермоға декабрь башына тиклем һуҙыла, ә декабрь мартҡа ҡарағанда йылыраҡ.

2017 йылдың 17 ғинуарында метеокүҙәтеүҙәр тарихында һауа температураһының абсолют минимумы теркәлде — 0 °C.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 25,5 29,3 30,7 33,7 38,9 39,4 40,3 38,7 36 34,6 30,3 28,7 40,3
Уртаса максимум, °C 17 17,9 18,5 20,2 22,6 24,4 25,3 26 25,4 24,1 19,9 16,5 21,8
Уртаса температура, °C 12,6 12,3 13,6 15,8 19,4 23,1 23,1 23,8 22,3 21 17,1 14 18,8
Уртаса минимум, °C 10,4 10 11,1 13,1 16,4 18,2 20 19,8 17,4 16,3 14,6 12,7 16,2
Абсолют минимум, °C 0 2,4 4,4 6,5 8,8 11,5 13,2 10,7 9,8 7,3 5,1 3,6 0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 72 65 60 44 26 12 5 13 42 98 94 80 611
Сығанаҡ: Погода и Климат

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
Палермо кафедраль соборы
 
Палермо кафедраль соборы (деталдәре)

Диңгеҙ буйлап Форо-Италико һуҙыла, эргәһендә Флора (Вилла Джулиа) ҡала баҡсаһы урынлашҡан. Төп майҙандар:

  • ҡала үҙәгендә ике төп урамдар киҫешкән урында — Пьяцца Вильена;
  • иҫ киткес фонтанлы (1550 йылда төҙөлгән) Пьяцца Претория;
  • йәмәғәт баҡсаһы менән Пьяцца Марина (Джардино Гарибальди);
  • Карл V һәйкәле менән (1635) Пьяцца Болонья урамы;
  • Изгеләр һыны ҡуйылған балюстрада менән уратып алынған Собор майҙаны;
  • Филипп V һәйкәле менән Пьяцца Виттория.

Бынан тыш иҫтәлекле урындар иҫәбенә Порта Феличе (1582—1637) ҡапҡаһы һәм Порта Нуова (1584) триумфаль аркаһы инә.

 
Палатина капеллаһының эске йыһаздары (XII быуат)

Палермолағы 295 сиркәү һәм капелла, шул иҫәптән 70 элекке монастырь иҫәпләнә. Изге Розалия соборы готик стилдә нормандар короле Вильгельм II (1169—1185) тарафынан төҙөлгән, ләкин күп һанлы үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң испан соборы формаһын ала. Ғибәҙәтхана эсендә Изге Розалияның (ҡала ҡурсалаусыһының) көмөш һандығы һаҡлана. Шулай уҡ бында король Рожер II-нең, уның ҡыҙы Констанция һәм уның хәләл ефете Изге Рим империя императоры Генрих VI, уларҙың улдары бөйөк император Фридрих II ҡәберлектәре урынлашҡан. Башҡа иҫке норман сиркәүҙәренән алһыу төҫтәге ғәрәп көмбәҙҙәре менән айырылып торған Сан-Катальдо (XII быуат), Сан-Джованни-дельи-Эремити (1132), Маджионе билдәле. Адмирал Георгий Антиохиялы заказы буйынса төҙөлгән Марторана сиркәүе (1143) Византия зауығына тап килгән һирәк осрай торған мозаикалары менән биҙәлгән.

Король һарайында төрлө стилдәге биналар тупланған:

  • Торре Пизана — король Рожер I тарафынан төҙөлгән иҫке норман башняһы;
  • Палатина капеллаһы — ҡаланың төп иҫтәлекле урыны. Бина Европа урта быуатындағы ғәрәп рухында һырлап яһалған ағас түбәле ҡыйығы, король Рожер тарафынан Константинополдән саҡырылған оҫталар яһалған юғары сифатлы бик күп мозаикалары менән билдәле.

Башҡа иҫ киткес граждандар биналары — Кьярамонте һәм Скьяфанте палацццоһы (1307—1380), ратуша (1463). Капуциндар катакомбалары ер аҫты зыяратында XVI—XX быуаттарҙа вафат булған 8000-дән ашыу ҡала кешеләренең кәүҙәләре асыҡ килеш һаҡланыуы менән айырылып тора.

  • 1999 йылда ҡалала ярым марафон буйынса донъя чемпионаты уҙғарылған.
  • Ҡала Италияның футбол буйынса чемпионатының А серияһында сығыш яһаған «Палермо» футбол командаһы менән билдәле.

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bilancio demografico anno 2019 (dati provvisori) Provincia:Palermo. Дата обращения: 22 август 2019. Архивировано из оригинала 24 июль 2019 года.
  2. Фукидид. История. VI, 2
  3. Panormus // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885. — С. 981.
  4. Primaria Timisoara | Prezentarea oraşului | Palermo (Italia). www.primariatm.ro. Дата обращения: 1 апрель 2019. Архивировано 1 апрель 2019 года.
  5. Lista Gemellaggi Comuni siciliani. www.comuni-italiani.it. Дата обращения: 5 апрель 2019. Архивировано 30 апрель 2009 года.
  6. Rapporti internazionali - Palermo e Grand Bassam hanno sottoscritto oggi un Patto di Gemellaggio. www.comune.palermo.it. Дата обращения: 5 апрель 2019. Архивировано 8 август 2020 года.
  7. GEMELLAGGIO FRA PALERMO E LA CAPITALE LITUANA. www.comune.palermo.it. Дата обращения: 5 апрель 2019. Архивировано 8 август 2020 года.
  8. Comune di Palermo - Comune, del comune di Palermo e città, Sicilia. www.comune-italia.it. Дата обращения: 7 апрель 2019. Архивировано 1 февраль 2020 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә