Палуй Борис Владимирович

Палуй Борис Владимирович (26 май 1927 йыл2003 йыл) — СССР һәм Рәсәй архитекторы; Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы.

Палуй Борис Владимирович
Төп мәғлүмәт
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

26 май 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны

Дондағы Ростов,
Рәсәй империяһы

Вафат көнө

2003({{padleft:2003|4|0}})

Вафат урыны

Мәскәү, Рәсәй

Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары
Белем алған

Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы)

Наградалары
-
Тышҡы рәсемдәр
Пионерҙар һәм уҡыусылар Һарайы

Биографияһы үҙгәртергә

1927 йылдың 26 майында Дондағы Ростовта тыуған.

1951 йылда Мәскәү архитектура институтын (МАРХИ) тамамлай, унда Б. С. Мезенцевта уҡый. СССР-ҙа һәм сит илдә эшләй. Күпмелер ваҡыт «Моспроект» институтында эшләй.

Уның төп эштәре Мәскәүҙә башҡарылған (шул иҫәптән авторҙашлыҡта): Мәскәүҙең Көньяҡ-Көнбайыш районын (19511958), пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары Һарайын (хәҙерге йәштәр ижады Һарайы) (1963)[1], Химки-Ховринола һәм Люберцы ҡалаһында халыҡтың йәшәү райондарын, Морис Торез исемендәге сит ил телдәре институтының яңы корпусын, Ҙур Кремль Һарайын реставрациялау һәм реконструкциялауҙы, Болгария Халыҡ Республикаһы илселеге комплексын (Болгария архитекторҙары менән берлектә) проектлау һәм төҙөү. Шулай уҡ уның ҡайһы бер биналары Мясницкая урамында төҙөлгән, атап әйткәндә, КГБ-ның Иҫәпләү үҙәге (1987) менән В. В. Маяковскийҙың Дәүләт музейы. Маяковскийҙың Дәүләт музейы янында Маяковскийҙың скульптура портреты ҡуйылған (скульпторы Ю. Г. Орехов, архитекторы Б. В. Палуй)[2].

Б. В. Палуйҙың сит илдәге эштәре араһында — Мали республикаһында СССР илселеге (Бамако ҡалаһы), Иранда (Решт ҡалаһы) һәм Японияла (Осака ҡалаһы) СССР генераль консуллыҡтары.

2003 йылда Мәскәүҙә вафат була. «Мәскәүҙең почётлы төҙөүсеһе» билдәһе менән бүләкләнә(2001)[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Архитектура — Дворец пионеров и школьников на Ленинских горах в Москве
  2. Москва: все улицы, площади, бульвары, переулки / Вострышев М. И. — М.: Алгоритм, Эксмо, 2010. — С. 349—351. — ISBN 978-5-699-33874-0.
  3. О награждении знаком «Почётный строитель Москвы»

Һылтанмалар үҙгәртергә