Палихович Лилиана Васильевна
Палихович Лилиана Васильевна (26 ноябрь 1971, Хородиште, Калараш районы, Молдавия ССР-ы, СССР) — Молдавия сәйәсмәне, алып 2010 йылдың 30 декабренән алып Молдова парламентының вице-рәйесе, Молдова либераль-демократик партияһы рәйесе урынбаҫары. 2013 йылдың 25 апреленән 30 майына тиклем Молдова парламенты рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Палихович Лилиана Васильевна | |
молд. Liliana Palihovici | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Молдова |
Тыуған көнө | 26 ноябрь 1971 (52 йәш) |
Тыуған урыны | Хородиште[d], Каларашский район[d], Молдавия Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, тарихсы |
Биләгән вазифаһы | представитель в Парламентской ассамблее Совета Европы[d][1], Европа Советы Парламент ассамблеяһының алмаштырыусы ағзаһы[d][1] һәм депутат Парламента Молдавии[d] |
Уҡыу йорто |
Молдавский государственный университет[d] Молдавский государственный университет[d] Academy of Public Administration of Moldova[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Либерал-демократическая партия Молдовы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Палихович Лилиана Васильевна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЛилиана Васильевна Палихович 1971 йылдың 26 ноябрендә Молдавия ССР-ының Калашар районы Городище ауылында тыуған. 1994 йылда Молдова дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. 1999 йылда университеттан һуң «хәҙерге заман сит ил теле» һөнәре буйынса белем ала. 2001-2003 йылдарҙа Молдова Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Идара итеү академияһында халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе өйрәнә.
Профессиональ эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1993-1995 йылдарҙа — баш ҡаланың «Мирча Элиаде» лицейында тарих уҡытыусыһы, ә 1995-2001 йылдарҙа Мәғариф министрлығы Йәштәр департаментының йәштәр проблемаһы буйынса баш белгес вазифаһын биләй. 2001 йылда Молдова Республикаһы Йәштәр һәм спорт департаменты дирекцияһын етәкләй, вазифаны 2003 йылдан биләй. 2004 йылдан 2007 йылға тиклем — ЮНИСЕФ консультанты, йәштәрҙең социаль-иҡтисади хоҡуҡтарын һәм мөмкинлектәрен киңәйтеү буйынса проект координаторы, 2007-2008 йылдарҙа — Бөтә донъя банкы консультанты.
Сәйәси эшмәкәрлеге
үҙгәртергә2007 йылда Молдованың Либераль-демократик партияһы ойоштороу буйынса инициатив төркөмгә инә. Партияның ойоштороу съезында уның вице-рәйесе булып һайлана. 2009 йылда ике тапҡыр, 2010 һәм 2014 йылдарҙа ЛДПМ исемлеге буйынса парламентҡа һайлана. Социаль яҡлау, ғаилә һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса парламент комиссияһы ағзаһы ( 2009 йыл).
2010 йылдың 30 декабренән Молдова парламентына вице-рәйес итеп һайлана. Мариан Лупу отставкаһынан һуң һәм Игорь Корман һайланғанға тиклем ваҡытлыса Молдова парламенты рәйесе вазифаһын башҡарыусы (25 апрель—30 май 2013)[2][3][4].
Ғаиләһе
үҙгәртергәИре — Сергей Палихович, Молдова Хөкүмәтенең генераль секретары (2015 йылдан). Элегерәк Хөкүмәттең генераль секретары урынбаҫары (2014—2015) һәм Габурич Кирилл хөкүмәтендә тирә-яҡ мөхит министры вазифаһын биләгән (2015).
Балалары — Дан-Мариус һәм Ангел-Давид.
Наградалары
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 http://www.assembly.coe.int/nw/xml/AssemblyList/MP-Details-EN.asp?MemberID=6728
- ↑ Молдова осталась без спикера: Лупу отправлен в отставку голосами ПКРМ и ЛДПМ 2013 йыл 28 апрель архивланған.
- ↑ После отставки Лупу, полномочия спикера переходят к Лилиане Палихович . Дата обращения: 25 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года. 2013 йыл 28 апрель архивланған.
- ↑ Игорь Корман избран председателем парламента 2013 йыл 14 октябрь архивланған.
- ↑ Президент Николае Тимофти наградил государственными наградами группу депутатов, членов правительства и высокопоставленных государственных служащих 2023 йыл 25 октябрь архивланған.