Павлов майҙаны (Новочеркасск)

Павлов майҙаны — Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһы майҙандарының береһе.

Тарих үҙгәртергә

XIX быуат башында Павлов майҙанында дон казактарының төп учреждениелары торған. Был урында 15 йыл дауамында Яңы Черкасскиҙың административ үҙәге була. Майҙан исеме ул ваҡытта Парад майҙаны тип йөрөтөлә.

1895 йылдағы документтарҙа ул Институт майҙаны тип атала башлай, сөнки XIX быуат уртаһынан башлап был урында Мария дон ҡатын-кыҙҙар институты тора. Институты икенсе бинаға күсерелгәс, майҙан яңынан Дон Ғәскәре атаманы Н. И. Святополк-Мирской исемен йөрөтә. 1910 йылда майҙан территорияһында Серафим Саровский сиркәүен һалалар. Һуңынан сиркәү 1930-сы йылдарҙа емерелә. Шул уҡ ваҡытта майҙандың исеме тағы ла үҙгәртелә, ул немец социалисты Фердинанд Лассаль хөрмәтенә Лассаль майҙаны тип атала[1].

1963 йылда майҙан Павлов майҙаны тип атала. XXI быуат кешеләре был майҙандың Бөйөк Ватан һуғышы геройы Павлов хөрмәтенә аталғанын беләләр. 1942 йылдың сентябрендә ул Тимофей Васильевич Колыванов менән бергә, немец һуғыш кәрәк-яраҡтары тейәлгән вагонды шартлатып, тимер юл хәрәкәтен туҡтатҡан. Бының өсөн немецтар уны үлтергәндәр[2]. Георгий Павлов үлгәндән һуң 2-дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Новочеркасск-столица мирового казачества: история и современность,Евгений Иванович Кирсанов Вагриус, 2008 — Всего страниц: 975
  2. Площадь Павлова//Муниципальное бюджетное учреждение культуры Новочеркасская Централизованная библиотечная система 2017 йыл 4 март архивланған.
  3. ДонИнфо. 2017 йыл 3 март архивланған.