Осипов Игорь Владимирович

Осипов Игорь Владимирович (1973 йыл 6 март, Новошумное ауылы, Костанай өлкәһе, Ҡаҙаҡ ССР-ы, СССР) — Рәсәй хәрби етәксеһе. 2019 йылдың 3 майынан Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының Ҡара диңгеҙ флоты командующийы, адмирал (2021).

Осипов Игорь Владимирович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 6 март 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Новошумное[d], Фёдоровский район[d], Ҡуштанай өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Военно-морская академия имени Н. Г. Кузнецова[d]
Хәрби звание адмирал[d], вице-адмирал[d], вице-адмирал[d] һәм адмирал[d]
Командалыҡ иткән Каспийская флотилия ВМФ России[d]
Ғәскәр төрө Рәсәй Федерацияһы Хәрби-диңгеҙ флоты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Осипов Игорь Владимирович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Осипов Игорь Владимирович 1973 йылдың 6 марында Ҡаҙаҡ ССР-ының Костанай өлкәһе Новошумное ауылында тыуа. 1995 йылда Санкт-Петербургта Ленин комсомолы исемендәге һыу аҫтында йөҙөү юғары хәрби-диңгеҙ училищеһын тамамлай.

Тымыҡ океан флотында офицер булып хеҙмәт итә. Кәмәләргә ҡаршы ҙур булмаған караптың штурман хәрби часы командирынан төрлө көстәр Приморье флотилияһының һыу өҫтө караптары бригадаһының 11-се кәмәләргә ҡаршы караптар дивизияһы командирына тиклем юл үтә.

2004 йылда Советтар Союзы Флоты адмиралы Н. Г. Кузнецов исемендәге Хәрби-диңгеҙ академияһын тамамлай. Төрлө көстәрҙең Приморье флотилияһының 165-се һыу өҫтө суднолар бригадаһының штаб начальнигы һәм командиры вазифаһын башҡара.

2012 йылда Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын тамамлағандан һуң Балтик флотының Балтик буйы хәрби-диңгеҙ базаһының штаб начальнигы һәм командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Контр-адмирал (13.12.2014)[1].

2015 йылдың майынан 2016 йылдың сентябренә тиклем — Каспий флотилияһы командующийы[2].

2016 йылдың сентябренән 2018 йылдың авгусына тиклем штаб начальнигы, Тымыҡ океан флоты командующийының беренсе урынбаҫары.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 11 июнендәге 298-се указы менән Тымыҡ океан флоты командующийының беренсе урынбаҫары Игорь Осиповҡа сираттағы вице-адмирал хәрби чины бирелә.

2018 йылдың авгусынан 2019 йылдың майына тиклем — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы начальнигы урынбаҫары..

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2019 йылдың 3 майындағы 203-сө указы менән Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының Ҡара диңгеҙ флоты командующийы итеп тәғәйенләнә. 2019 йылдың 31 майында вице-адмирал Игорь Осиповҡа Ҡара диңгеҙ флоты командующийының шәхси штандарты тапшырыла.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2021 йылдың 11 июнендәге 355-се указы менән Ҡара диңгеҙ флоты командующийы Игорь Осиповҡа адмирал дәрәжәһе бирелә.

Украина киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, сығанаҡҡа һылтанма менән[3][4][5], йәнәһе лә, Игорь Осипов 2022 йылдың 13 апрелендә «Мәскәү» ракета крейсеры батҡандан һуң Рәсәй махсус хеҙмәттәре тарафынан ҡулға алына. Шулай ҙа Осипов Севастополдә (13 май) Еңеү көнөн (9 май) һәм Ҡара диңгеҙ флоты көнөн байрам итеүҙә (13 май) булмай. Севастополь губернаторы Михаил Развожаев быны Осиповтың «хәрби поста» булыуы менән аңлата.[6]. 2022 йылдың 23 февралендә Европа Союзының[7][8], 15 мартта — Канаданы[9], ә 12 апрелдә — Японияның[10] санкция исемлегенә индерелә.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Өйләнгән, ҡыҙы бар.

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә