Орган залы (Кишинёв)

Орган залы — Кишинев ҡалаһындағы (Молдова Республикаһы) концерт залы. Орган залы урынлашҡан йорто XX быуаттың архитектура һәйкәле тип һанала.

Марка. Орган залы, 1996

Тарих үҙгәртергә

Банк үҙгәртергә

Башта был йорт Кишинев ҡала Думаһы ҡарары буйынса Ҡала банкы булараҡ төҙөлә. Бының өсөн 1902 йылда конкурс иғлан ителә, еңеүсегә мең һум ярым аҡса вәғәҙәләнә — XX быуат башында был байтаҡ ҙур күләм була.

Конкурс барышында 38 йәшлек инженер Михаил Черекуль-Куштың проекты һайлап алына. Был эште күренекле архитектор Александр Бернардацци хуплай, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, йәш инженерға ул үҙе кәңәш биргән. Мөһабәт йорт романтизм элементтары менән классик стилдә була. Ҡала банкы өсөн тәғәйенләнгән йорт Александровский урамында 1903 йылда төҙөлә башлай. Ул тик 1911 йылда тамамлана, сөнки 1904 — 1908 йылдарҙа ҡала хакимиәте финанс яҡтан ауырлыҡтар булыу сәбәпле төҙөлөштө туҡтатып тора.

Икенсе бөтә донъя һуғышы йылдарында Кишинёвтағы башҡа йорттар етди зыян күрәгәндә лә Ҡала Банкы имен ҡала. Бында тик арыҫлан скульптураларын ғына төҙөкләндереү талап ителә.

Совет осоронда был йортта СССР-ҙың Дәүләт банкы урынлаша. 1973 йылда яңы бина төҙөлгәс (архитекторҙар Б. В. Вайсбейн, С. М. Шойхет һәм Г. Л. Калюжнер), Молдова Компартияһының беренсе секретары Иван Бодюл етәкселегендәге власть архитектура һәйкәле булған йортта нимә урынлаштырыуҙы хәл итә. Тәҡдимдәр араһында декоратив-биҙәү сәнғәте күргәҙмә залы, никах һарайы, молдаван милли аш-һыу рестораны була.

Төҙөкләндереү. Орган залы үҙгәртергә

Йортта концерт залын урынлаштырыу ҡарарын Бодюл үҙенең ҡыҙы, билдәле музыкант Светлана Бодюл тәҡдиме буйынса ҡабул итә. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған Светлана Кишеневта классик музыка залын булдырыу тураһында хыяллана. Йортто төҙөкләндереү 1975 йылда башлана һәм 1978 йылда тамамлана. Реконструкцияның архитекторы Ю. Л. Леонченко. Тамаша залы 555 урынға иҫәпләнгән.

Реконструкция эштәрендә СССР-ҙың төрлө төбәктәренән, башҡа илдәрҙән белгестәр ҡатнаша. Түбә биҙәктәре Одессанан (Украина) килтерелә. Ултырғыстарҙы, алтын ялатылған биҙәктәрҙе Ленинград оҫталары эшләй. Гәлсәр шәмдәлдәр Чехословакияла әҙерләнә. Зал диуарҙарын биҙәгән барельефтар — скульптор Л. И. Дубиновскийҙың эше. Чехословак фирмаһы «Ригер Клосс» (3000 торба һәм 40 регистр) залдағы органды ҡора.

Тәүге концерт 1978 йылдың 16 сентябрендә үтә. Органда билдәле совет музыканты Гарри Яковлевич Гродберг уйнай. Концертта шулай уҡ Мария Биешу, виолончелист Ион Жосан, Светлана Бодюл Вероника Гарштя етәкселегендә хор сығыш яһай.

Орган залы асылғандан һуң бында билдәле йондоҙҙар булып китә. Улар араһында Игорь Ойстрах, Владимир Спиваков, Мәскәү филармонияһының «Мадригал» ансамбле, Виктора Третьяков етәкселегендә дәүләт камера оркестры һәм башҡалар[1]. Бында 1966 йылда ойошторолған Халыҡ-ара «Мэрцишор» музыка фестивале лә[2] үткәрелә башлай.

Советтар Союзының музыкаль тормошона йоғонтоһо үҙгәртергә

Кишинёвта бындай концерт залының асылыуы СССР-ҙың күп ҡалаларында орган музыкаһына ҡарата иғтибарҙы арттыра. 1979 йылдан Иркутск, Красноярск һәм башҡа ҡалаларҙа орган залдары булдырыла. Украиналағы Винница ҡалаһында орган элекке сиркәү бинаһына ҡуйыла. Аҙаҡтан, уны кире сиркәүгә ҡайтарғас, зал да ябыла.

Орган залы хәҙерге ваҡытта үҙгәртергә

 
Орган залының алды

Һуңғы ваҡытта Кишинёвтың Орган залында сит илдәрҙән башҡарыусылар һәм ижад коллективтары күпләп сығыш яһай: улар араһында Франция, Германия, Италия, Испания, Румыния, Чехия, АҠШ һәм башҡа илдәр музыканттары бар. Йыл һайын төрлө фестивалдәр, конкурстар, сәнғәт күргәҙмәләре ойошторола. Орган залында үткәрелгән иң мөһим мәҙәни ваҡиғаларҙан халыҡ-ара «Мэрцишор» фестивале, халыҡ-ара «Crescendo» классик музыка фестивале, «Яңы музыка көндәре» академик музыка фестивале, милли конкурстар кеүек ҙур сараларҙы билдәләргә була. Зал ҡаланың иҫтәлекле урыны һанала, уны туристар һәм ҡала ҡунаҡтары ҡарап сыға ала.

Орган залында башлыса халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, билдәле музыканттар сығыш яһай. Шулай уҡ «Йәш таланттар» тип аталған йәш музыканттар концерты ойошторола.

Кишинёвтың орган залы бик яҡшы акустикаға эйә. Органдан тыш бында юғары сифатлы башҡа музыка инструменттары бар, мәҫәлән, алты клавесин, «Yamaha», «Bechstein», «Steinway» роялдәре.

Орган залының адресы: Кишинёв ҡалаһы, Штефан чел Маре проспекты, 81.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; salacuorga төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; nm төшөрмәләре өсөн текст юҡ