Онгон — ырыу йәки ғаилә ата-бабаһының рухы, монгол һәм төрки халыҡтары мәҙәниәтендә табыныу һыны.

Башҡорттарҙа онгон — тотем хайуан, ҡош йәки ағас; ислам диненә тиклемге мәжүсилек элементы, ырыуҙың төп сокраль атрибуттарының береһе.

Бүре, ат, болан ише хайуандар ҙа, бөркөт, шоңҡар, ҡарсыға, ҡоҙғон, ҡарға, һайыҫҡан, торна, өкө кеүек ҡоштар ҙа, шыршы, ҡарағай, ҡарағас, имән, өйәңке, ҡарама, миләш, ерек, ҡайын, артыш кеүек ағастар ҙа онгон булып иҫәпләнгән.

Кеше үлгәндән һуң уның йәне ырыу ағасына күсә, ә аҙаҡ ҡош сүрәтендә «өҫкө донъяға» олғаша тип иҫәпләнгән. Инаныстар буйынса, онгондар ырыу-ҡәбиләләрҙе бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаған, юл күрһәткән, ут сығарырға ярҙам иткән. Ниндәй ҙә булһа тантана йә байрам алдынан, хәрби походтар һәм алыштар ваҡытында онгондарҙың пәйҙә булыуы (күктә — ҡош, ерҙә хайуан килеп сығыуы) яҡшы билдә тип иҫәпләнгән.

Онгондарҙың берәй тән өлөшөн (бүре тештәре, болан мөгөҙө, ҡош ҡаурыйҙары, һөйәктәре) бетеү (яман күҙҙән һаҡлаусы әйбер) итеп ҡулланғандар. Шулай уҡ төрлө һындарҙы, иконаларҙы, боттарҙы ла рухтарҙың, тәңреләрҙең билдәһе тип атайҙар. Онгондар ата-бабаларҙың йәндәре һаҡланған һауыт рәүешендә лә йөрөй. Улар ағастан, йөндән, тиренән, кейеҙҙән, металдан һәм туҡыманан эшләнелә. Онгондар ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр, ырыу һәм ғаилә, малсылыҡ һәм тимерселек һ.б. төрҙәргә бүлеп йөрөтөлә. Бурят шамандарында онгондар тәңре һәм рух, ә монгол мифологияһында улар әруахтар һәм йәки уларҙың рухтары тип бирелә.

Иң танылған онгондар ер сфераһында эш итә: бөтә ерҙең эжине (дэлхэйн дайдын эзэн) — Этуген исемле илаһиә (муллыҡ һәм уңыш), ураман-тайга эйәһе — Баян Хангай, һыу эйәһе — Уһан Лусадхан, оло йылға-күлдәр эйәһе (Ангараныҡы — Ама сагаан ноён, Селенгтыҡы — Бухэ баатар ноён, Иркуттыҡы — Эмниг сагаан ноён, Ленаныҡы — Ажирай ноён, Байкалдыҡы — Бахар хара ноён), күк есемдәре һәм һауа күренештәре Хухэ Мунхэ Тэнгэри, Тэнгэри һ.б.), ер аҫты батшалығы эйәһе — Эрлик.

Төп онгондар иҫәбенә баҡыйлыҡҡа күскән һәм үҙ вариҫтарының тыныслығын һаҡлаған шамандарҙың рухтары ла индерелә. Онгодар менән бәйле төрлө йолалар һәм тыйыуҙар йәшәй.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Зеленин Д. К.. Культ онгонов в Сибири, М.-Л.. 1936;
  • Вертагаев Т. А., К этимологии некоторых слов в монгольских языках, в кн.: Исследования по восточной филологии. К семидесятилетию профессора Г. Д. Санжеева, М., 1974.

Һылтанмалар үҙгәртергә