Огарков Николай Васильевич
Огарков Николай Васильевич (17 (30) октябрь 1917 йыл — 23 ғинуар 1994 йыл, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе. СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигы — СССР оборона министрының беренсе урынбаҫары (1977—1984). Советтар Союзы Геройы (1977), Советтар Союзы Маршалы (1977). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1971—1991).
Литва ССР-ынан СССР Юғары Советының 7-11-се саҡырылыш Милләттәр Советы депутаты (1966—1989)[5].
Биографияһы үҙгәртергә
Огарков Николай Васильевич 1917 йылдың 17 (30) октябрендә Тверь губернаһы Молоково ауылында (хәҙерге Тверь өлкәһе Молоково ауылы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1931 йылда өлкән ағаһы хәрби хеҙмәт үткән Алыҫ Көнсығышҡа китә. 14 йәшенән Раздольненск ябыҡ хәрби кооперативта һатыусы ярҙамсыһы булып эшләй башлай.
1933 йылдың апрелендә тыуған еренә ҡайтып, йыл ярым иҫәпсе, профсоюздарҙың район советы секретары булып һ.б. эшләй, 1934 йылда Подмосковьеға, Кудиново ауылында энергетика сәнәғәте эшсе факультетына («торфяной рабфак») уҡырға китә, артиабан белем алыуын В. В. Куйбышев исемендәге Мәскәү инженер-төҙөлөш институтында дауам итә. Уны 1941 йылда тамамлай. Огарковҡа 3-сө ранг хәрби инженер дәрәжәһе бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында үҙгәртергә
Бөйөк Ватан һуғышын Көнбайыш фронттың 17-се уҡсылар дивизияһы 1-се уҡсылар полкында Ломжа йылғаһы буйында нығытма районын төҙөгән ваҡытта ҡаршы ала.
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Nikolay Vasilevich Ogarkov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 2,0 2,1 Nikolai Vasilyevich Ogarkov // TracesOfWar
- ↑ 3,0 3,1 Nikolaj Ogarkow // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ 4,0 4,1 Ogarkov, Nikolaj Vasil‘jevič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 11 созыва 2011 йыл 26 сентябрь архивланған..
Әҙәбиәт үҙгәртергә
- Огарков Николай Васильевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Кочуков А. Стратег и политик (интервью с генералами армии В. И. Варенниковым, А. Д. Лизичевым, В. Н. Лобовым) // «Красная звезда», 31 октября 2002.
- Ваннах М. «Алгоритм войны: Козёл отпущения мегадержавы и Первый солдат исчезнувшей империи» // журнал «Компьютерра», № 43, 24 ноября 2006.
- «Геополитика маршала Огаркова» // Дугин А. Великая война континентов 2011 йыл 29 декабрь архивланған. // портал «Арктогея».
- В. А. Егоршин. «Фельдмаршалы и маршалы». — М.: Патриот, 2000. — (История в лицах) — ISBN 5-7030-0879-4.
- Б. П. Уткин. «Маршал Советского Союза Н. В. Огарков. Обаяние личности, масштаб свершений». — М.: ООСТ, 2002. — ISBN 5-901865-02-2.