Огановский Николай Петрович

Огановский Николай Петрович (1 ноябрь (13 ноябрь) 1874 йыл, Вильно1938 йыл) — Рәсәй иҡтисадсыһы-аграрнигы, иҡтисадсы-географ, статистик һәм сәйәси эшмәкәр. Аграр мәсьәләләр буйынса хеҙмәттәр авторы[2].

Огановский Николай Петрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1 (13) ноябрь 1874
Тыуған урыны Вильнюс, Вильна губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1938
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Атаһы Огановский, Пётр Иванович[d]
Һөнәр төрө иҡтисадсы, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө зкономика сельского хозяйства[d][1]
Биләгән вазифаһы Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Партия народных социалистов[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Огановский Ниолай Петровичтың атаһы — Огановский Петр Иванович, Генераль штаб офицеры.

Николай Огановский Киев кадет корпусында уҡый. Санкт-Петербург университетының тарих-филология факультетын тамамлай, (1897).

Урал өлкә идаралығында өлкә һәм ғәскәр статистика комитеты секретары, өлкәнең хәрби губернаторы ҡарамағында махсус йөкләмә үтәүсе чиновник. 19011902 йылдарҙа демобилизацияланғас, Воронеж земствоһының статистика бюроһында эшләй, Рәсәйҙең утыҙлаған губерналарында земство материалдары буйынса община тикшереүҙәре үткәрә. 19031904 йылдарҙа тағы Уральскиҙа хеҙмәт итә, ә 1905 йылда отставкаға сыға.

Народниктар ҡараштары яҡлы, 1905—1907 йылдар революцияһы ваҡытында Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр союзын төҙөүҙә ҡатнаша. «Голос деревни» и «Народный листок» (Һарытау, 1906) гәзиттәренең мөхәррире-нәшриәтсеһе була, ике тапҡыр ике тапҡыр судҡа йәлеп ителә. Аграр мәсьәләләр, иҡтсиад, сәйәсәт буйынса брошюралар баҫтыра һәм крәҫтиән общинаһын һаҡлап ҡалыу, уны яңы иҡтисади шарттарға яраҡлаштырыу яғында тора. Народниктар позицияһынан Столыпин аграр реформаларын тәнҡитләй. Ирекле иҡтисади йәмғиәттә эшләй, фәнни тикшеренеүҙәр өсөн премияға лайыҡ була. «Закономерность аграрной эволюции» (ч. 1 — 3, Саратов — М., 1909—1914) хеҙмәтенең авторы.

1910 йылда социал-революционерҙар партияһына инеүе буйынса ғәйепләнә, әммә һуңыраҡ дәлилдәр булмау сәбәпле азат ителә. 19081912 йылдарҙа — китапхана мөдире, 19141916 йылдарҙа — Мәскәү коммерция институтының сәйәси иҡтисад кафедраһы приват-доценты. Эштәрен «Русское Богатство», «Заветы» журналдарындв һ.б., «Задруга» киьтап нәшриәте ширҡәтендә баҫтырып сығара, «Новый колос» (1916) журналы мөхәррире була. 1915-1916 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй земство союзының статистика бюроһы мөдире. Дәүләт думаһында Хеҙмәт төркөмө менән хеҙмәттәшлек итә, Халыҡ-социалистик партияһына яҡын тора (НСП), һул кадеттар менән хеҙмәттәшлек итеү яҡлы була.

1917 йылда эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1917 йылда Февраль революцияһынан НСП ойоштороу комитеты составына инә, Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр союзы эшмәкәрлегендә ҡатнаша. «Крестьянский союз» гәзитенең мөхәррир була. Аграр реформа проектын эшләүҙә ҡатнаша. 1917 йылдың апреленән — крәҫтиән депутаттары Бөтә Рәсәй съезы башҡарма комитетының Төп ер комитеты ағзаһы була. Аграр реформалар Лигаһы бойороусы комитеты ағзаһы, «Народное слово» гәзитенең редколлегияһы составына инә. 1917 йылдың майынан — Бөтә Рәсәй крәҫтиән депутаттары советының башҡарма комитеты ағзаһы. Ергә хосуси милекте юҡҡа сығарыу һәм уны дөйөм халыҡ байлығына тапшырыу яҡлы, ерҙәрҙе үҙ белдеге менән баҫып алыуға ҡаршы, сөнки улар мөхтаж булған әҙ ерле крәҫтиәндәргә бүлеп биреүгә ҡамасаулай. Ер мәсьәләһен ғәҙел хәл итеүҙә төп ролде көслө һәм абруйлы урындағы хакимиәт уйнарға тейеш, тип һанай. Башта тейешле закондарҙы Ойоштороу йыйылышы ҡабул итергә тейеш тип уйлай, тик июль айында анархияны булдырмаҫ өсөн ер мөнәсәбәттәрен тиҙ арала законлаштырыу өсөн сығыш яһай.

1917 йылдың июнендә Хеҙмәт төркөмө һәм НСП ҡушылыуы һөҙөмтәһендә ойошторолған Хеҙмәт халыҡ-социалистик партияһының (ТНСП) Үҙәк Комитет ағзаһы итеп һайлана. Партия программаһының аграр өлөшө проекты авторы, ул үҙ эсенә милли ер фондын индерә, унан аҙ ерле һәм ерһеҙ крәҫтиәндәргә ер бүленеп бирелергә тейеш була. Дәүләт ҡарамағында «урман биләмәләре, завод төрөндәге хужалыҡтар, юғары мәҙәниәтле имениелар, тоҡом питомниктары, орлоҡ хужалыҡтары» булырға тейеш тип уйлай. Ерҙәрҙең бер ҡулда хеҙмәт нормаһына артык миҡдарын булдырмаҫ өсөн саралар күрергә тәҡдим итә. Ер менән тигеҙ файҙаланыу яҡлы булараҡ, күп кенә ТНСП эшмәкәрҙәренән һулда тора һәм эсерҙарға яҡын була.

1917 йылда Бөтә Рәсәй демократик кәңәшмәлә ҡатнаша, Бөтә Рәсәй демократик советтың ағзаһы, һуңынан Рәсәй республикаһының Ваҡытлы советына инә. 1917 йылдың сентябрендә ТНСП составынан сыға һәм социалист-революционерҙар партияһына ҡушыла, унан ноябрь айында Ойоштороу йыйылышы ағзаһы итеп һайлана

Граждандар һуғышы осоронда үҙгәртергә

Власҡа большевиктар килгәндән һуң яңы режимға ҡарата оппозицияла була. «Земля и Воля» гәзитендә (эсерҙарҙың Мәскәү ойошмаһы органы) хеҙмәттәшлек итә, Мәскәү университетында аграр проблемалар буйынса лекциялар уҡый. 1918 йылда Волга буйына китә, Ойоштороу йыйылышы ағзаларының комитеты менән хеҙмәттәшлек итә, 1918 йылдың сентябрендә Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша, Директория хөкүмәтендә игенселек министры була. Директория тарҡатылғас һәм адмирал Александр Колчак диктатураһы урынлашҡас, 1918 йылдың 21 ноябрендә отставкаға сыға, һуңынан кооперацияла эшләй. 1919 йылдың июнендә Дәүләт иҡтисади кәңәшмәһенең ер комиссияһы рәйесе була, ҡабаттан аграр реформа яҡлаусыһы сифатында сығыш яһай, ләкин шул уҡ йылдың сентябрь айында Томскиҙа хөкүмәткә ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, Колчак власы яҡлылар тарафынан ҡулға алына.

Совет осоронда үҙгәртергә

19181920 йылдарҙа — Себер үҙәк союзында иҡтисади бүлек мөдире

Омск ауыл хужалығы институтында һәм Томск университетында профессор була. 1921 йылда Мәғдән Алтайына экспедицияны (хәҙерге Ҡаҙағстанда) етәкләй, уның йомғаҡтары буйынса «Южный Алтай. Как можно использовать его богатства» хеҙмәтен баҫтырып сығара, уға ярашлы ялан тикшеренеүҙәре нигеҙендә был төбәктә етештереү көстәренең үҫеш планын тәҡдим итә.

1921 йылдың сентябренән алып Мәскәүҙә йәшәй, Игенселек халыҡ комиссариатында (Наркозем) эшләй. 19211924 йылдарҙа — Наркомзем статистика бүлеге мөдире, Наркомзем айырым иҡтисади кәңәшмәһенә инә.

1-се Мәскәү дәүләт университетында, Г.В. Плеханов исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы институтында, А.И.Рыков исемендәге Мәскәү сәнәғәт-иҡтисади институтында иҡтисади география профессоры була.

1922 йылдың октябрендә ҡулға алына, Дәүләт сәйәси идаралығы (ГПУ) уны өс йылға сит илгә ебәрергә ҡарар итә, әммә Игенселек Халыҡ комиссариатының һәм 1-се МДУ-ның үтенесе буйынса азат ителә

«1921—1922 йылдарға Игенселек Халыҡ комиссариатының генераль планын» әҙерләүҙә ҡатнаша.

Иҡтисади география буйынса эштәр авторы. 1923/24 — 1927/28 йылдарға СССР ауыл хужалығы үҫешенең 1-се перспектив планын эшләүҙә ҡатнаша («Кондратьев биш йыллығы» тип атала), индустриализацияның артыҡ юғары темптарына ҡаршы.

1931 йылдың мартында ҡулға алына һәм ОГПУ коллегияһының хөкөмө буйынса биш йылға иркенән мәхрүм ителә. 1933 йылда ҡалған срогында Башҡортостанға ебәрелә, һөргөндән азат ителгәндән һуң, 1935 йылда Өфөлә йәшәргә ҡала.

1989 йылда аҡлана

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Закономерность аграрной эволюции. Ч. 1 — 3, Саратов — М., 1909—1914.
  • Откуда пошла крестьянская земельная нужда (История земельного вопроса со второй половины XVIII в.), 2-е издание. М., 1917.
  • Революция наоборот (Разрушение общины) 2020 йыл 4 декабрь архивланған., П., 1917.
  • Аграрный вопрос и кооперация. М., 1917.
  • Война и земельная кооперация. 2020 йыл 4 декабрь архивланған. П.-М., 1917
  • Земельный вопрос и земельная политика, 2 издание. М., 1917.
  • Огановский Н. Дневник члена Учредительного Собрания / Н.Огановский // Голос минувшего. — 1918. — № 4 — 6. — С.143 — 172.
  • Народное хозяйство Сибири. Омск, 1921.
  • Южный Алтай. Как можно использовать его богатства. М., 1922.
  • Народное хозяйство СССР в связи с мировым. М., 1925.
  • Популярные очерки экономической географии СССР в связи с мировой. М., 1926.
  • Перспективы развития сельского хозяйства СССР / Совместно с Н. Д. Кондратьевым. М.: Новая деревня, 1924. — [13] + 173 с.: табл., диагр. — (РСФСР. НКЗ. Тр. Земплана, Вып.1).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Чаянов, А. В. Крестьянское хозяйство: Избранные труды. — М.: Экономика, 1989. — 492 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә