Обливы тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Обливы тыуған яҡты өйрәнеү музейы — Обливы станицаһындағы музей[1].

Обливы тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Асылған ваҡыты 1994
Урынлашыуы Обливы станицаһы, Ростов өлкәһе, Рәсәй
Директор Лымарева В.М.
Сайт oblivsk.ru/muzei.htm

Музейҙың тарихы үҙгәртергә

Обливы тыуған яҡты өйрәнеү музейы 1994 йылда булдырыла. Уны асыу тантанаһын станицаның 250 йыллыҡ юбилейына тура килтерәләр. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы элгәре 2-се төп дөйөм урта белем биреү мәктәбенең музейы булған, уны күп йылдар дауамында РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы Вера Филеевна Авсецина булдырған булған[2]. 1994 йылда мәктәп музейының ҡайһы бер экспонаттары тыуған яҡты өйрәнеү музейына бүләк итеп тапшырыла.

Музейҙа Обливы станицаһы һәм Обливы районының тарихы менән танышырға мөмкин, боронғо көнкүреш әйберҙәрен һәм фотографияларын, урындағы рәссамдарҙың картиналарын, декоратив-ғәмәли сәнғәт әҫәрҙәрен, гербарийҙар, бик күп ҡош һәм хайуандар толобо, һәм энтузиастар йыйып музейға тапшырған бик күп башҡа предметтар күрергә мөмкин. Музей фондында яҡынса 2000 экспонат иҫәпләнә[3]. Обливы районы халҡы йыл һайын музей фондын тулыландыра, боронғо казак көнкүреш әйберҙәрен, фотографиялар, китаптар, гәзит, журналдар бүләк итеп килтерәләр. Музей хеҙмәткәрҙәре экскурсиялар, край тарихы тураһында лекциялар үткәрәләр, Обливы районына бағышланған күргәҙмәләр һәм фотокүргәҙмәләр ойошторалар[4][5][6].

Адресы үҙгәртергә

Тыуған яҡты өйрәнеү музейы ошо адрес буйынса урынлашҡан: Ростов өлкәһе, Обливы районы, Обливы станицаһы, Ленин урамы, й. 21б. Боронғо сауҙагәр Дементьев йортонда урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә