Викидатала элемент юҡ

Илдар — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Нәжип исеме бар.

Этимологияһы үҙгәртергә

Нәжип исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Башҡортса тәржемәһе аҡ һөйәк, аҫыл зат; аҡыллы, һәләтле, арҙаҡлы, затлы нәҫелдән, юғары ҡатламдан тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы (15 февраль 1936 йыл — 3 октябрь 2008 йыл) — ғалим-химик-технолог, 1987—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1978), профессор (1985). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры.

Иҙелбаев Нәжип Сафа улы, Нәжип Иҙелбай (12 март 1912 йыл — 1 октябрь 1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир, драматург, тәржемәсе. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Хәмитов Нәжип Шәңгәрәй улы (5 ноябрь 1898 йыл — 5 сентябрь 1943 йыл) — СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби эшмәкәре. Уҡсылар корпусы командиры, генерал-майор (1943). Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Хәмитов Нәжип Вилен улы (17 ғинуар 1963 йыл) — СССР һәм Украинаның ғалим-философы, яҙыусы һәм психоаналитик. Украина Милли Фәндәр академияһының Григорий Сковорода исемендәге Философия институты философик антропология бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Философия фәндәре докторы (1998), профессор (2007). Генерал-майор Хәмитов Нәжип Шәңгәрәй улының ейәне.

Садиҡов Нәжип (Нәғим) Минһажетдин улы (рус. Садыков Назип (Нагим) Миниязевич (Минязевич); 4 август 1914 йыл — 19 октябрь 2003 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Талипов Нәжип Талип улы (1912 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец.

Вәлитов Нәжип Хатмулла улы (15 февраль 1936 йыл — 3 октябрь 2008 йыл — химик, физик-химик, Рәсәй Федерацияһы, XX, XXI быуат ғалимы, технология, етештереүҙе ойоштороу белгесе, уйлап табыусы һәм педагог.

Жиһанов Нәжип Ғаяз улы (15 ғинуар 1911 йыл — 2 июнь 1988 йыл) ― совет татар композиторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ артисы (1957). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). Ике тапҡыр икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1948, 1950). СССР Дәүләт премияһы рауреаты (1970). 16 симфония, 8 опера, 3 балет, күп һанлы камера, вокаль, инструменталь әҫәрҙәр авторы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ