Нурумов Нурлан Марат улы

табип, медицина фәндәре докторы, Парм Университеты профессоры

Нурумов Нурлан Марат улы (14 сентябрь 1958 йыл) — ғалим-табип, медицина фәндәре докторы, Парм Университеты профессоры, Ska- Sky Company етәксеһе, профессор IMAR VIP CLINIK профессоры[1].

Нурумов Нурлан Марат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ҡаҙағстан
Тыуған көнө 14 сентябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Ҡаҙағстан
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто Медицинский университет[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Нурлан Марат улы Нурумов — милләте ҡаҙаҡ, табип. Ҡаҙағстан Республикаһының Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһендәге Ачисай ҡасабаһында тыуған. Атаһы Нурумов Марат Есҡази улы тау инженеры, 100 ғилми хеҙмәт авторы. Улын да үҙенең һөнәре буйынса китер тип ниәт иткән.

Ләкин Нурлан кесе йәшенән табип булырға хыялланған. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Алм-Ата дәүләт медицина институтының хирургия факультетына уҡырға ингән. Уҡыуын уңышлы тамамлап, Ҡаҙағстандың хирургия буйынса ғилми-тикшеренеү институтында (КазНИИхирургия) хирург булып эш башлай.

Тормош юлы үҙгәртергә

Һәләтле йәш хирургты һөнәрен камиллаштырыу маҡсатында 1984 йылда Украиналағы Харьков ҡалаһына, 1986 йылда Мәскәүгә ебәрәләр.

1989 йылға Нурлан Нурумовтың 15 фәнни эше донъя күреп өлгөрә. Һәм перспективалы ғалим булараҡ, Нурумовты, СССР һәм Италия табиптары араһында тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында, Италиялағы Ватикан патронатына ҡараған Сондрио ҡала госпиталенә йүнәлтәләр. Нурлан Марат улы был госпиталдә йөрәккә операциялар эшләй.

Йәш ҡаҙаҡ белгесенең юғары профессиональ күнекмәләре, интеллектуаль потенциалын Италия медицина элитаһы күреп ҡала замечен Уны Рим Папаһы Иоанн Павел II индульгенцияға ҡабул итә. Рим Папаһы уның исеме Нурҙың мәғәнәһенә төшөнә һәм йәш табипҡа халыҡты «нур һәм һыу менән дауала» тип кәңәш бирә.

Чехиялағы Карловы Вары курорт ҡалаһына килә. Бында санитар-курорт медицинаһы буйынса тикшеренеүҙәр башлай. IMAR VIP KLINIK итальян клиникаһы менән берлектә Германияла, Италияла, Рәсәйҙә, Монголияла, Төркиәлә, Ҡытайҙа, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә һәм Ҡаҙағстанда эстетик медицина үҙәктәре аса.

Төрлө илдәрҙә элек һәм хәҙер йәшәгән ғәрәп, ҡытай руханиҙарының, европа бағымсы-табиптарының, дауалаусыларының медицина буйынса трактаттарын өйрәнә. Уларҙың хеҙмәттәрендә үләндәр, тәбиғәт, йыһан тураһындағы тәрән фекерҙәр, файҙалы кәңәштәр менән таныша.

2005 йылда Мәскәү ҡалаһында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Нурлан Марат улы сәләмәт һәм әүҙем ижади тормош алып бара. Павел Иванович Пещерский һәм башҡа ижадташ дуҫтары менән донъяның 5 континентында үҫкән 189 үлән-үҫемлектәрҙән һалҡын алым менән һығып сығарылған һуттарҙан үҙенсәлекле «Pavloff Spring» концентратын булдырған. Нурлан Марат улы фитоһыу, бальзам һәм эликсир етештереү буйынса яңы технологиялар өҫтөндә эшләй[2].

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

1993 йылда Италиялағы Парма университетының «Вотта» клиникаһында профессор исеменә лайыҡ була. • Медицина фәндәре докторы (2005 йыл)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

• «Вотта» клиникаһы профессоры (1993)

  • Медицина фәндәре докторы (2005)

Ғаиләһе үҙгәртергә

Был ҡыҙыҡлы үҙгәртергә

«Ғалимдар, кеше, бауырында Q-10 эшләп сығарылмау сәбәпле, 35 йәштән ҡартая башлай тигән һығымтаға килгән. Q-10 ферменты ҡан тамырҙары системаһын тондорған бөтә шлактарҙы иретә. Шулай уҡ ғалимдар һәр бер капилляр йөрәктең кескәй миниатюраһы икәнен раҫлаған. Һәм ошо „миллиард йөрәк“, ҡалдыҡтар һәм холестерин тығылып, эшләүҙән туҡтай икән, беҙҙең органдар һулый башлай. Төрлө ғилми-тикшеренеү институттарында үткәрелгән тәжрибәләр был продукция насар холестерин күләмен генә төшөрмәүен, шулай уҡ кеше организмынан радионуклеидтарҙы һәм ауыр металл тоҙҙарын да сығарыуын дәлилләгән». Нурумов Н. М.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә