Норд Лев Егорович (14 (26) август 1847, Санкт-Петербург губернаһы, Рәсәй империяһы — 19 (31 ғинуар) ғинуар 1894, Мәскәү, Мәскәү губернаһы, Рәсәй империяһы) — урыҫ хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Генерал-майор (1885), 1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнашҡан. Әстерхан вице-губернаторы (1885—1888), Таврия вице-губернаторы (1888—1889), Өфө губернаторы (1889—1894). Изге Владимир, Изге Анна, Изге Станислав ордендары кавалеры, шулай уҡ сит ил наградаларына эйә.

Норд Лев Егорович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1847
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Петербург губернаһы[d]
Вафат булған көнө 31 ғинуар (12 февраль) 1894
Вафат булған урыны Рәсәй империяһы, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Әстрәхән
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Commons-logo.svg Норд Лев Егорович Викимилектә

БиографияһыҮҙгәртергә

Лев Егорович Норд 1847 йылдың 14 авгусында тыуған Санкт-Петербург губернаһында тыуған[1][2].

Аристократ ғаиләһенән; ҡайһы бер авторҙарҙың фекере буйынса — «инглиз дворяндарынан»[3][1][2]. Атаһы — Норд Егор Августович, отставкалағы штабс-ротмистр, алпауыт, «Беззаботная» усадьба хужаһы[3][4][5]; Лондонда камергер Жеребцов Александр Алексеевич менән никахта торған һарай яны-авантюристкаһы Ольга Александровнаның никахтан тыш тыуған улы була (ҡыҙ фамилияһы Зубова) [3][6][7][8]. Жеребцованың үҙенең раҫлауы буйынса, Егорҙың атаһы Бөйөк Британияның буласаҡ короле Георг IVпринц Уэльский була; икенсе версия буйынса Рәсәйҙәге Британияның элекке илсеһе лорд Уитворт Чарльз була[9][10][11][12]. 1844 йылда Егор Августович Норд генерал-майор кенәз Николай Григорьевич Щербатовтың ҡыҙы Наталья Николаевнаға өйләнә[13][3][14][5]. Левтан тыш, уларҙың тағы ике балаһы була — Егор (1845—1880) һәм Виктор (1846—1894)[14][3].

Лев Норд йорт белеме ала[15][16]. 1865 йылдың 15 октябрендә Рус император армияһының лейб гвардия Гусар полкына хәрби хеҙмәткә унтер-офицер булып инә[17]. 17 июль 1867 йылдың тәүге офицер дәрәжәһен — корнетты ала[18][15]. 1871 йылдың 28 мартына поручик дәрәжәһенә тиклем күтәрелә[15][19]. 1873 йылдың 17 апрелендә штабс-ротмистр дәрәжәһен ала[15][19]. 1876 йылдың 4 апрелендә ротмистрға тиклем күтәрелә[15][19].

 
Флигель-адъютант Норд

Рус-төрөк һуғышы һәм Ғали йәнәптәре Почетлы конвойы Гвардия отряды ойошторолғандан һуң 1877 йылдың майында етәкслеге аҫтында был отрядтың йыйылма ярым эскадронын ала, уның менән хәрби урындарға императорҙы оҙатып йөрөй[20]. 1877 йылдың 20 июнендә Норд үҙенең ярым эскадроны менән генерал-лейтенант Гурко отряды составында герцог Евгений Лейхтенбергтың йыйылма драгун бригадаһына ебәрелә[21]. 1877 йылдың 25 июнендә Тырновоны алғанда батырлыҡ күрһәтә, бының өсөн 4 дәрәжә Изге Владимир ордены, ҡылыс һәм бант менән бүләкләнә (13 июлдә баш командующий бөйөк кенәз Николай Николаевич Старшийҙан шәхсән ала)[22][23], һәм Кесе Балканды аша сыҡҡанда һәм, шул иҫәптән, д. 4 июлдә Уфлан янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн ҡылыс менән 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә[24][25]. 20 июлдә ярым эскадроны менән Баш йортҡа ҡайта[26] һәм 1877 йылдың 30 авгусында императорҙың флигель-адъютанты дәрәжәһенә күтәрелә[27].

1877 йылдың 5 октябрендә Почетлы конвой Гвардия отрядынан кире үҙенең лейб-гвардия Гусар полкына ебәрелә, унда командалығы аҫтына эскадронды ала[17][28]. Артабан армияның Әдирнәгә хәрәкәтендә полктың барлыҡ алыштарында ҡатнаша. 1877 йылдың 19 декабрендә Ташкисено аҫтында һуғышта һәм Балкан аша күскәндә батырлыҡ күрһәтә, бының өсөн ҡылыс менән 2-се дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә[28]. 1878 йылдың 30 авгусында полковник дәрәжәһенә тиклем күтәрелә[15][19], ә 1888 йылдың 30 авгусында генерал-майор дәрәжәһен ала[18][15]. Дүрт йылда туғыҙ ай эскадрон командиры була, бер йыл — лейб-гвардия Гусар полкының дивизион командиры була[19].

1885 йылдың 19 декабргә Әстерхандың вице-губернаторы итеп тәғәйенләнә[29][1][2]. 1888 йылдың 12 сентябрендә Таврия вице-губернаторы вице-губернаторы вазифаһына күсерелә[29][1]. 1889 йылдың 10 мартында Өфө губернаторы итеп тәғәйенләнә[29][1].

Эске эштәр министрлығында бер нисә тапҡыр Өфө губернаһының административ-территориаль реформалары тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә, ул тормошҡа ашырылмай[30][1]. Шулай уҡ Урал һәм Себер тимер юлдарын берләштереү проектын тәҡдим итә[31]. Өфө губернаһы күскенселәренә ярҙам күрһәтеүҙе талап итә, башҡорт ерҙәрен шәхси кешеләргә түбән хаҡҡа һатыуҙы тыя[31][2]. Вазифаһы буйынса губерна полицияһын буйһоноуында тотоп, крәҫтиәндәр яғынан буйһонмау, шул иҫәптән ҡаҙна заводтары тарафынан урман киҫеүгә ҡамасаулау өсөн саралар ҡабул итә[32]. Ҡала эштәре буйынса губерна присутствиеһы рәйесе вазифаһын биләп[33], һайлау законы положениеларын индереү һәм тормошҡа ашырыуҙа, шулай уҡ һалым һалыуҙы камиллаштырыуҙа ҡатнаша[34]. Шулай ук һуҡырҙар тураһында императрица Мария Александровнаның Өфө бүлеге попечителлеге рәйесе була[35].

Лев Егорович Норд 1894 йылдың 19 ғинуарында Мәскәүҙә 46 йәшендә вафат була[36]. Әстерханда Духосошественный зыяратында ерләнә[36]. Шул уҡ йылдың 17 февралендә Өфө губернаторы итеп Логвинов Николай тәғәйенләнә[37].

Шәхси тормошоҮҙгәртергә

Дине буйынса — православие[38][39]. Өйләнмәгән[38][39].

БүләктәреҮҙгәртергә

Рәсәйҙеке
  • Өсөнсө дәрәжә Изге Станислав ордены (1871 йыл)[38].
  • Өсөнсө дәрәжә Изге Анна ордены (1874 йыл)[39].
  • Ҡылыстар һәм бант менән дүртенсе дәрәжә Изге Владимир ордены (1877 йыл)[40].
  • Ҡылыстар менән икенсе дәрәжә Изге Станислав ордены (1877 йыл)[41].
  • Ҡылыстар менән икенсе дәрәжә Изге Анна ордены (1879 йыл)[40].
  • Ғали йәнәптәре хуплауы (1883 йыл)[39].
  • Өсөнсө дәрәжә Изге Владимир ордены (1884 йыл)[40].
  • Ғали йәнәптәре хуплауы (1885 йыл)[38].
  • Ғали йәнәптәре рәхмәте (1885 йыл)[39].
  • Беренсе дәрәжә Изге Станислав ордены (1891 йыл)[42].
Сит илдәрҙеке
  • «Дунай аша күсеү өсөн» тәреһе (Румыния, 1878 йыл)[19].
  • Өсөнсө дәрәжә Ҡыҙыл Бөркөт ордены (Пруссия, 1878 йыл)[18].
  • Офицер дәрәжәһендәге Таковский тәреһе ордены (Сербия, 1879 йыл)[43].
  • «Батырлыҡ өсөн» алтын миҙалы (Сербия, 1879 йыл)[18].

МәҙәниәттәҮҙгәртергә

Норд революционер О. Э. Веймарҙың тормошо тураһында В.Г. Фролов һәм уның ҡатыны Е.И.Фролованың «Вечная кара» романында кәүҙәләнә, 2002 йылда «Нева» журналында баҫылып сыға[44].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Кантимирова, 2016
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Р. И. Кантимирова Норд Лев Егорович. Башкирская энциклопедия. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 декабрь 2019. 6 декабря 2019 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Мурашова, Мыслина, 1999
  4. Мурашова, 2005
  5. 5,0 5,1 Зубов, 2007
  6. Соколовская, 2000
  7. Мурашова, Мыслина, 2003
  8. Полк. А. Рябинин. Из прошлого Елисаветградских гусар. — Журнал «Военная быль». — Париж : Издание Обще-кадетского объединения под редакцией А. А. Геринга, 1963, август. — № 59. — С. 41—43. — 48 с.
  9. Мурашова, Мыслина, 1999, с. 16
  10. Губастов, 2003, с. 110
  11. Зубов, 2007, с. 246
  12. Полк. А. Рябинин. Из прошлого Елисаветградских гусар. — Журнал «Военная быль». — Париж : Издание Обще-кадетского объединения под редакцией А. А. Геринга, 1963, август. — № 59. — С. 41—43. — 48 с.
  13. Артамонова, 1912
  14. 14,0 14,1 Губастов, 2003
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 15,6 Список, 1890
  16. Хафизова, 2000
  17. 17,0 17,1 Гвардейский отряд, 1880
  18. 18,0 18,1 18,2 18,3 Список, 1888
  19. 19,0 19,1 19,2 19,3 19,4 19,5 Список I, 1891
  20. Гвардейский отряд, 1880, с. 7
  21. Гвардейский отряд, 1880, с. 76—77
  22. Гвардейский отряд, 1880, с. 85, 115—126
  23. Приказ по Действующей армии 5 августа 1877 года № 129 // Сборник материалов по Русско-турецкой войне 1877—78 г.г. на Балканском полуострове / Издание Военно-исторической комиссии Главного управления Генерального штаба. — СПб., 1911. — Вып. 97. — С. 79.
  24. Гвардейский отряд, 1880, с. 137—138
  25. Приказ по Действующей армии 25 сентября 1877 года № 174 // Сборник материалов по Русско-турецкой войне 1877—78 г.г. на Балканском полуострове / Издание Военно-исторической комиссии Главного управления Генерального штаба. — СПб., 1911. — Вып. 97. — С. 112.
  26. Гвардейский отряд, 1880, с. 101—102
  27. Список генерал-адъютантам Свиты Его Величества, генерал-майорам, флигель-адъютантам и генералам, состоящим при особе Его Величества. Исправлено по 1-е ноября. — СПб. : Военная типография, 1878. — С. 289.
  28. 28,0 28,1 Императорская главная квартира, 1914
  29. 29,0 29,1 29,2 Грызлов, 2003
  30. Кантимирова, 2000
  31. 31,0 31,1 Хафизова, 1999
  32. Дружинин et al., 1960
  33. Емалетдинова I, 2000
  34. Емалетдинова II, 2000
  35. Уфимскому отделению попечительства Императрицы Марии Александровны о слепых — 130 лет. Издательство «Апрель» (13 февраля 2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 декабрь 2019. 6 декабря 2019 тикшерелгән.
  36. 36,0 36,1 Материалы, 2012, с. 59
  37. Гольдберг, 1897, с. 685
  38. 38,0 38,1 38,2 38,3 Список, 1890, с. 819
  39. 39,0 39,1 39,2 39,3 39,4 Список I, 1891, с. 806
  40. 40,0 40,1 40,2 Список, 1888, с. 821
  41. Список, 1889, с. 813
  42. Список II, 1891, с. 761
  43. Список II, 1891
  44. Фролов В. Г., Фролов Е. И. Вечная Кара: Повесть о докторе Веймаре. — Журнал «Нева». — Санкт-Петербург, 2002. — № 6. — 4—110 с.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  • Лев Егорович Норд (неопр.) (недоступная ссылка). Башкирская энциклопедия. Дата обращения 2 апреля 2020. Архивировано 5 декабря 2019 года.