Таганрогтағы Никольский сиркәүе

(Никольский сиркәүе (Таганрог) битенән йүнәлтелде)

1851

Православие ҡорамы
Никольский сиркәүе
Никольский сиркәүе
Никольский сиркәүе
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог
Конфессия Православие
Епархия Ростов һәм Новочеркасск 
Бина тибы йорт сиркәүе
Архитектура стиле эклектика
Төҙөлөшө ???—1851 йылдар
Бөгөнгө хәле снесен


Никольский сиркәүе —Таганрог ҡалаһының элекке православие сиркәүе.

Адресы: Рәсәй, Ростов өлк., Таганрог ҡалаһы, хәҙерге Чехов ур., 49/27-се йорт урынында

Тарих үҙгәртергә

1840 йылда Хакимлыҡ итеүсе сенат балалар приюты тураһындағы ҡағиҙәне раҫлаған. Ҡала башлығы, кенәз Ливень, Таганрогта хәйриә балалар приютын төҙөргә тәҡдим итеп, Таганрог йәмғиәтенә ирекле рәүештә хәйер йыйыуҙы ойошторған. Батша ҡатыны Александра Федоровна рөхсәте менән бағыусылыҡ советы ойошторған һәм уның рәйесе булған.

Балалар приюты 1851 йылдың 6 декабрендә сауҙагәр Сариҙың йортонда асылған һәм Никольский приюты тип аталған. Сауҙагәр Сари үҙенең йортон приютҡа хәйергә биргән. Приюттың бағыусыһы итеп кенәз ҡатын Е. Н. Ливен , һуңыраҡ Е. М. Лакиер раҫланған. Приют 4 йәштән 7 йәшкә тиклемге 40 балаға иҫәпләнгән. Приютты ойоштороуҙа билдәле Таганрог кешеләре : батюшка Иоанн Себов, ҡала башлығы Кобылин, Варваци, Авьерино, Халибовтар һ.б. ҡатнашҡан.

Сауҙагәр Сариҙың йорто бер ҡатлы, колонналы йорт булған. Һуңыраҡ сауҙагәр В. Н. Третьяков Полиция урамы яғына табан (һуңыраҡ Чехов ур., 37) яңы йорт сиркәүе бинаһын һалған. Йорттоң төньяҡ-көнсығыш яғында изгеләндереүсе Николайҙың ғибәҙәтхана иконаһы ҡуйылған. Шул приют бинаһында Изге Николай йорт сиркәүен асҡандар. Сиркәү Чехов урамы менән Добролюбов тыҡырығы киҫешкән урында.

Приюттың бүлмәләре иркен, унда балалар йәй ял итһен өсөн йәйге дача, эшләгән кешеләрҙең балалары көндөҙ торорлоҡ махсус приют һәм училище бүлмәләре булған.

Совет власы йылдарында (1932) ғибәҙәтхана ябылған, приютты балалар йортона , һуңыраҡ — торлаҡ йортҡа әйләндергәндәр. Таганрог балалар йорто немец оккупацияһы ваҡытындағы 19411943 йылдарҙағы Лепетих трагедияһы менән бәйле.

Төрлө сәбәптәр арҡаһында балалар йорттары 1941 йылда Таганрогтан эвакуацияланмай ҡалған. Оккупанттар, ҡаланы баҫып алғас, балалар йорттарын приют тип атағандар, һәм приюттар «СС» ғәскәрҙәре һаҡсыларының ҡул аҫтына эләккән.

1941 йылда Таганрогта барлығы дүрт приют булған. Улар түбәндәге адрестар буйынса урынлашҡан: № 1 — Чехов ур. 49, № 2 — Петр ур. 89, № 3 — Роза Люксембург ур. 153/1, № 4 — Роза Люксембург ур. 12.

Оккупанттар Балалар йортон донор пункты сифатында файҙаланғандар: яраланған немец һалдаттарына госпиталдә ҡан өҫтәп бирергә кәрәк булғанда, улар янына бәләкәй донорҙарҙы һалғандар. Балалар йәш ярымдан алып ун йәшкә тиклем булған. Арий ҡанлы һалдаттарға славяндар ҡанын ҡушырға ярамағанлыҡтан бары тик бәләкәй балаларҙың ғына ҡанын алғандар.

1950-се йылдарҙа йортто һүткәндәр һәм уның нигеҙендә дүрт ҡатлы, магазинлы бина төҙөгәндәр. Был бинаны «Профессорҙар йорто» (Чехов урамы,49) тип тә атайҙар, сөнки ул Таганрог радиотехник университеты хеҙмәткәрҙәре өсөн һалынған булған. Йорт 1956 йылда ҡулланыуға тапшырылған. Хәҙерге ваҡытта был йорттағы фатирҙар элита ҡатламындағы фатир булып иҫәпләнә.

Дин әһелдәре үҙгәртергә

Никольск сиркәүенең иң һуңғы руханийы Григорий Андреевич Моисеев булған.

Әҙәбиәте үҙгәртергә

  • Гаврюшкин О. П., "Никольская церковь домовая, " Энциклопедия Таганрога, Таганрог: "Антон, " 1998, 370.
  • Киричек М. С., "Николаевский детский приют, " Энциклопедия Таганрога, Таганрог: "Антон, " 1998, 367, 369.
  • Газета «Радиосигнал» № 16 от 27 октября 2011 г.
  • Чаленко С. Детство, которое хотели принести в жертву // Таганрогская правда. — 2014. — 14 февр. — С. 2.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә