Николай Чудотворец сиркәүе (Маньково-Березовская)

Николай Чудотворец сиркәүе (Свято-Никольский ғибәҙәтханаһы) — Ростов өлкәһенең Маньково-Березовская биҫтәһендә православие ғибәҙәтханаһы[1]; Сальск һәм Волгодонск епархияһына ҡарай.

Николай Чудотворец сиркәүе
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Маньково-Берёзовская[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Рәсми сайт troica-djadin.cerkov.ru
Карта

Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора.

Тарихы үҙгәртергә

Башта биҫтәлә часовня торған, ә 1799 йылда ағас сиркәү төҙөйҙәр, сиркәү төҙөү өсөн аҡсаның яртыһын уға нигеҙ һалыусы — подполковник (һуңынан генерал-майор) Василий Иванович Маньков бирә, ул ғибәҙәтхана ҡыҙының исеме менән — Преподобная мученица Евдокия тип аталыуын теләгән. Сиркәүҙең нигеҙе итеп Распопинская станицаһындағы һүтеп алынған сиркәү була. Ағас сиркәү туҙғас, 1868 йылда таштан өс тәхетле яңы ғибәҙәтхана төҙөргә ҡарар итәләр, ул 1875 йылда төҙөлә һәм изгеләндерелә. Шулай уҡ ул Изге Евдокия исемен йөрөтә, уң төкәтмәһе — Святитель һәм Чудотворец Николайға бағышлана, һул төкәтмәһе изгеләндерелмәй ҡала, сөнки уны төҙөкләндереү өсөн аҡса етмәй[2] Туҙған ағас сиркәү һүтеп алына һәм Арканцев утарына һатыла.

Яңы ғибәҙәтхана бейек булмай һәм экстерьеры ябай була — тәҙрәләре һирәк һәм тар, түбән күләмле һигеҙ ҡырлы була һәм егерме метрлыҡ манаранан тора, тимер ҡалай менән ябылған. Сиркүәҙең эске залы ике рәт колонна менән бүленгән. Биш йылдан һуң ғибәҙәтханаға биҙәктәр һалына[2] 1878 йылда эргәһендә сиркәү-мәхәллә мәктәбе төҙөлә.

Ғибәҙәтхана Бөйөк ватан һуғышына тиклем хеҙмәт итә — һуғыш алдынан ул ябыла, өҫтө һүтеп алына. һыйҙырышлы ҙур бинаһы «Колхозсы байрағы» колхозының иген келәте итеп файҙаланыла. Ваҡыт үтеү менән Евдокия сиркәүе харабаға әйләнә. СССР тарҡалғандан һуң тергеҙелә башлай һәм Николай Чудотворец хөрмәтенә атала. Бик яй аяҡҡа баҫтырылған яңы ҡыйығы һәм көмбәҙе ғибәҙәтхананың тәүге ҡиәфәтен ныҡ боҙа

Хәҙерге ваҡытта сиркәү эшләп тора. Сиркәү башлығы —Ростов өлкәһенең Аҡсай ҡалаһындағы Божья Матерь Смоленская иконаһы ғибәҙәтханаһының өлкән священнигы булған протоиерей Андрей Александрович Мекушкин[3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә