Никитин Иван Саввич

урыҫ шағиры

Иван Саввич Никитин (21 сентябрь (3 октябрь) 1824 йыл, Воронеж — 16 (28) октябрь 1861 йыл, шунда уҡ) — урыҫ шағиры.

Никитин Иван Саввич
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 21 сентябрь (3 октябрь) 1824[3]
Тыуған урыны Воронеж, Рәсәй империяһы[4]
Вафат булған көнө 16 (28) октябрь 1861[3] (37 йәш)
Вафат булған урыны Воронеж, Рәсәй империяһы[4]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, Сауҙа
 Никитин Иван Саввич Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

 
И. С. Никитин йәш сағында

Иван Саввич Никитин шәм завод хужаһы Савва Евтихиевич Никитин ғаиләһендә тыуған (18241861, 1830 йылда бөлгөнлөккә төшә[5]). 1828 йылдан алып 1844 йылға тиклем ғаиләһе менән Верховая Ильинская урамында (хәҙер — Шевченко урамы), көмбәҙле подвалы беҙҙең заманға тиклем һаҡланған 19-сы һанлы йортта йәшәгән. Шағирҙың атаһының шәм заводы подвалда урынлашҡан булған[6].

Воронеж рухани семинарияһында уҡыған. Семинария Никитинға күп нәмәләр бирә, әммә ҡаҙна һәм күңелһеҙ белем биреү системаһы егеткә оҡшамай, һәм ул һуңынан үҙенең ошо йәшәү рәүешенә ҡарата мөнәсәбәтен «Дневники семинариста» «Семинарист көндәлектәрендә» (1861) сағылдыра. 1844 йылда Никитиндың атаһы Кирочный урамында юлаусы ихатаһы һатып ала һәм бында ғаиләһе менән йәшәй. Ләкин эсергә яратҡан һәм ҡыҙыу холоҡло атай кеше ғаиләне бөлгөнлөккә төшөрә. Никитин семинарияны ташлап, 18 йәшендә юлаусы ихатаһы (постоялый двор) хужаһы булып эш башлай. Тәүге публикацияларынан һуң Никитин Николай Иванович Второв тирәләй барлыҡҡа килгән урындағы интеллигенция түңәрәгенә инә. Никитиндың яҡын дуҫтары — Второв үҙе һәм тағы ла түңәрәктә ҡатнашыусыларҙың береһе, Михаил Фёдорович Де-Пуле (Никитиндың буласаҡ душеприказчигы, биографы, әҫәрҙәренең бөтә баҫмалары мөхәррире).

Юлаусы ихатаһы хужаһы булыуы менән бер рәттән, Никитин, француз һәм немец телдәрен, шулай уҡ рус һәм сит ил яҙыусылары (Шекспир, Шиллер, Гёте, Гюго һәм башҡалар) әҫәрҙәрен өйрәнеп, үҙ аллы белем алыуға ҙур иғтибар бүлгән. 1859 йылда Никитин билдәле эшҡыуар һәм меценат Василий Александрович Кокоревтан дуҫтары ярҙамында алынған 3000 һумлыҡ ссуда менән файҙалана һәм февралдә Воронеж үҙәгендә тиҙ арала ҡаланың мәҙәни тормошо үҙәктәренең береһенә әйләнгән китап магазинын (итап уҡыусылар залы менән) аса. Уның комиссионерҙары араһында китап һатыусылар Н. А. Сеньковский һәм Ф. И. Силаев, тарихсы П. И. Бартенев, шағир Ф. Н. Берг була.

 
И. С. Никитин үлем түшәгендә.

И. С. Никитин 1861 йылдың 16 октябрендә Воронежда ҡара үпкә (чахотка) сиренән вафат була. Ваҡыт үтеү менән зыярат бөтөрөлә, уның урынында цирк төҙөлә. И. С. Никитиндың ҡәбере һәм икенсе билдәле шағир А. В. Кольцовтың ҡәбере кәртәләнгән һәм «Әҙәби некрополь» тип атала.

Ижады үҙгәртергә

Һаҡланған шиғырҙарҙың иң тәүгеләре 1849 йылға ҡарай, уларҙың күбеһе кемгәлер эйәреп яҙылған. Матбуғатта 1851 йылда яҙылған, әммә «Воронежские губернские ведомости» гәзитендә «Русь» шиғыры менән сығыш яһай. Шиғыр 1853 йылдың 21 ноябрендә, Ҡырым һуғышы башланғандан һуң, баҫылып сыҡҡан. Шиғырҙың патриотик пафосы уны көнүҙәк әҫәргә әйләндерҙе. 1853 йылдың 11 декабрендә ул «Санкт-Петербургские ведомости» гәзитендә түбәндәге тәфсир менән баҫылып сыға:

Был шиғырҙағы күңелгә үтеп ингән хис-тойғоларҙа, алымдарҙа, шиғыр фактураһында таныш нәмә ишетелә түгелме? Никитин әфәндегә Кольцовты ҡабат терелтеү яҙған?[7].

1857—1861 йылдарҙа «Русская беседа», «Народное чтение», «Русское слово», «Отечественные записки», «Москвитянин» журналдарында баҫыла. «Воронежская беседа на 1861 год» «1861 йылға Воронеж әңгәмәһе» йыйынтығын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша, унда уның «Портной» һәм «За прялкою баба в поняве сидит…», поэма «Тарас» роэмаһы һәм «Дневник семинариста» повесы ингән.

Беренсе айырым йыйынтыҡҡа (1856) дини һәм социаль темаларға арналған шиғырҙар ингән. Йыйынтыҡ буйынса төрлө фекерҙәр әйтелә. Икенсе шиғырҙар йыйынтығы 1859 йылда донъя күрә.

Никитин шиғри пейзаж оҫтаһы һәм Кольцовтың вариҫы тип иҫәпләнә. Никитин шиғриәтенең төп темалары — тыуған тәбиғәт, ауыр хеҙмәт һәм крәҫтиәндәрҙең мәрхәмәтһеҙ тормошо, ҡала ярлылығының ғазаптары, ғәҙелһеҙлеккә ҡоролған тормошҡа ҡаршы протест.

Башлыса, батырҙарса баҫалҡы һәм һаҡ булғанға, күрәһең, тәбиғәттәге гүзәллек тойғоһо артында кеше ғазаптарын йәшергән. Уҡыусының күңеленә тәрәнгәрәк үтеп ингән һайын — шағирҙа тәбиғәт, һәм ул — тәбиғәттә үткерерәк яңғырай ине.

Дмитрий Ковалёв[8]

И. Никитиндың бер генә әҫәре сит телгә тәржемә ителгән — «По всей степи ковыль» «Бөтә дала буйлап ҡылған» (тәржемәһе Дориан Роттенбергтыҡы)[9].

«Кулак» поэмаһы үҙгәртергә

 
Шағир И. С. Никитин йәшәгән йорт

Никитин ҙур шиғри әҫәрен, «Кулаҡ» поэмаһын, 1854 йылдың октябрендә яҙа башлай. Беренсе редакция 1856 йылдың сентябренә, шағир етди төҙәтмәләр индергән икенсе редакция 1857 йылдың башына тамамлана. Беренсе мәҡәләһе (айырым баҫма) - 1858 йылда донъя күрә, цензура рөхсәт иткән дата - 1857 йылдың 25 авгусы.

«Кулак» һүҙе Никитин осоронда хәлле крәҫтиән түгел, ә бөтөнләй икенсе социаль типты күҙ уңында тота ине. Даль һүҙлегендә кулак - «баҙарҙарҙа һәм пристандәрҙә… алыпһатар, үҙе аҡсаһыҙ, алдау, намыҫһыҙ иҫәп-хисап алып барыу, үлсәүҙә отоу менән йәшәй»[10]. Никитин поэмаһының үҙәгендә - тап ошондай кулак, Воронеж мещаны Карп Лукич образы. Был бөлгән сауҙагәр баҙарҙа ваҡ-төйәк мутлашыу менән саҡ аҡса таба, аяуһыҙ фәҡирлектән ҡотола алмай, эскелеккә бирелеп, йорттағыларҙы яфалай. Шағир төрлө тормош хәлендә был кешенең характерын, ул йәшәгән йорттағы эске тормошто, ғаиләһе: ҡатыны һәм ҡыҙҙарының ғазаплы яҙмышын күрһәтә. Поэмала автобиографик һыҙаттар көслө: төп герой һәм уның ҡатыны күбеһенсә шағирҙың ата-әсәһен хәтерләтә. Никитин поэмаһында А. Островскийҙың «Свои люди — сочтёмся» комедияһындағы кеүек көндәлек тормошто һүрәтләгән.

Поэма Добролюбов һәм башҡа тәнҡитселәрҙең ыңғай баһаһын алды. Академик Я. К. Грот «Известия II Отделения Академии Наук» гәзитендә поэманы тикшереүҙе баҫтырып сығара, унда ул поэманы «рус шиғриәтендә әһәмиәтле күренеш» тип атаны. «Московское обозрение» гәзитенең аноним рецензияһында былай тиелгәйне:

Үҙҙәренең драматизмы буйынса хайран ҡалдырырлыҡ бер нисә сәхнә, урыны менән сағыу комизм һәм ысын мәғәнәһендә дөйөм кеше яратыусанлыҡтың йылы тойғоһо… ысынбарлыҡты йәнле тапшырыу, типик һүрәтләнгән характерҙар һәм тәбиғәтте мөғжизәле тасуирлауы менән йәш, әммә ижади көсөн ҡыйыу йәйелдергән яҙыусы саф, ысын шиғри ижад емеше менән һоҡландыра [11].

Никитин шиғриәте һәм рус музыка мәҙәниәте үҙгәртергә

Никитиндың һүҙҙәренә алтмыштан ашыу йыр һәм романс яҙылған. Уйҙарының еңеллеге һәм ихласлығы, музыкаллеге, ябайлығы һәм сафлығы күп композиторҙарҙы йәлеп итә, улар араһында Э. Направник, В. Калинников, Н. Римский-Корсаков, Ц. Кюи, П. Булахов, А. Гречанинов, В. Золотарёв, Р. Глиэр (утыҙҙан ашыу композитор). Мәҫәлән, «В тёмной роще соловей…» шиғырын - Н. Римский-Корсаков, А. Гречанинов, «Ночь на берегу озера» шиғырын Ц. Кюи ижад иткән; С. Монюшко («Дитяти», «Песнь бобыля») бер нисә романс яҙған. «Русь» поэмаһы тексына хорҙарҙы А. Кастильский, Э. Направник, Н. Компанейский, К. Массалитинов ижад итә.

Никитиндың көйгә һалған ҡайһы бер шиғырҙары популяр халыҡ йырҙары булып китте. Иң билдәлеһе - «Ухарь-купец» («Ехал на ярмарку ухарь-купец…»), ул шиғырҙың әхлаҡи мәғәнәһен бөтөнләй үҙгәрткән ҡыҫҡартыуға һәм яңынан эшкәртеүгә дусар ителгән.

Никитиндың «Медленно движется время» «Ваҡыт яй бара» (1858 йылда «Йыр» исеме аҫтында баҫылып сыҡҡан) шиғыры 1885 йылда народоволецтар баҫтырған «Отголоски революции» йырҙар йыйынтығына индерелә. Был йырҙы студенттар йыйындарында һәм демонстрацияларында революция гимны булараҡ 1905-1907 йылдар революцияһына тиклем йырлағандар[12].

Публикациялары үҙгәртергә

  • Сочинения И. С. Никитина, с его портретом, видом надгробного памятника, fac-simile и биографией, составлен. М. Ф. Де Пуле. Т. I. — Воронеж: Тип. В. А. Гольдштейна, 1869. — II, 556 с.
  • Собрание сочинений / И. С. Никитин. — СПб., 1911 — (Всеобщая б-ка. № 131). Т. 2: Кулак: поэма. — 1911. — 98 с.
  • Собрание сочинений / И. С. Никитин. — СПб., 1911 — (Всеобщая б-ка. № 131). Т. 3: Дневник семинариста. — 1911. — 111 с.
  • Полное собрание сочинений: В 1 т., под ред. [и с предисл.] М. О. Гершензона: С биогр. Никитина, 4 его портр., 3 факс. с рукописей, 1 снимком с модели предполагаемого к постановке памятника и 5 воронеж. видами. — Москва: А. С. Панафидина, 1912. — XXIV, X, 448 с., [9] л. ил., портр.
  • Полное собрание сочинений: В 1 т., под ред. [и с предисл.] М. О. Гершензона: С биогр. Никитина, 4 его портр., 3 факс. с рукописей и снимком с модели предполагаемого к постановке памятника и 5 воронеж. видами. — 3-е изд. — Москва: А. С. Панафидина, 1913. — XXVI, 454, IX с., [9] л. ил.
  • Полное собрание сочинений. Т. 1: Стихотворения. Варианты. Примечания. / И. С. Никитин; ред. С. М. Городецкий; общ. ред. Е. В. Аничков. — СПб.: Рус. кн. товарищество «Деятельность», 1912—1913. — (Б-ка Русских Писателей). — 460 с.
  • Полное собрание сочинений. Т. 2: Кулак: поэма. Дневник семинариста. Письма. Варианты / И. С. Никитин; ред. С. М. Городецкий; общ. ред. Е. В. Аничков; авт. вступ. ст. С. М. Городецкий. — СПб.: Рус. кн. товарищество «Деятельность», 1912—1913. — (Б-ка Русских Писателей). — 517 с.
  • Сочинения И. С. Никитина, выбранные для учащихся в низших и средних школах: С биогр., портр. и автогр. поэта/ Сост.: А. И. Анастасиев; Рис. и обл. В. В. Спасского. — Москва: А. Д. Ступин, 1912. — 341, III с.: ил., портр.
  • Полное собрание сочинений И. С. Никитина / Под ред. А. Я. Кракова; С портр. Никитина, его биогр. и 64 рис. худож. В. В. Коренева. — 1-е изд. — Екатеринослав: Л. М. Ротенберг, 1914. — XXXVI, 528, VII с.
  • Собрание сочинений: в 1-м т.: 3-х ч. / И. С. Никитин; авт. вступ. ст. В. Егорьев. — М.: Живое слово, 1914 (Тип. А. З. Кисилева). — 592 с.: Ч. 1: Стихотворения. Ч. 2: Письма. Ч. 3: Проза: Дневник семинариста; Поэмы: Поездка на хутор; Тарас; Кулак.
  • Избранные стихотворения И. С. Никитина для детей школьного возраста: с его портр. и биогр. рассказом / И. С. Никитин; вступ. ст. А. Ульянова; ил. худож. Апсита [и др.]. — Москва: Товарищество И. Д. Сытина, 1914. — 98 с.
  • Стихотворения / И. С. Никитин; Подготовка текста и вступительная статья Ив. Н. Розанова. — Москва: ОГИЗ: Государственное изд-во художественной литературы: 1944. — 43 с. — (Писатели-патриоты великой родины)
  • Стихотворения / И. С. Никитин; вступ. ст., ред., и примеч. Л. А. Плоткина. — 2-е изд. — М.: Сов. писатель, 1947. — 379, [1] с. — (Библиотека поэта: малая сер. / осн. М. Горьким; № 93). — 20 000 экз.
  • Собрание сочинений: в 2-х т. / И. С. Никитин; сост., авт. вступ. ст., подгот. текста Л. А. Плоткин, ил. И. Глазунов.—- М.: Правда, 1975 — Т. 1: [Стихотворения]. — 368 с. — (Библиотека «Огонёк») (Библиотека отечественной классики). — 375 000 экз.
  • Собрание сочинений: в 2-х т. / И. С. Никитин; сост., авт. вступ. ст., подгот. текста Л. А. Плоткин, ил. И. Глазунов.—- М.: Правда, 1975 — Т. 2: [Поэмы. Проза. Избранные письма]. — 448 с. — (Библиотека «Огонёк») (Библиотека отечественной классики). — 375 000 экз.
  • Никитин И. С. Стихотворения / Сост. О. Г. Ласунский, Авт. предисл. Ю. М. Игнатьев — М.: Детская литература, 1976. — 94 с.: ил. — (Школьная библиотека) .

Хәтер үҙгәртергә

 
Воронеж ҡалаһында И. С. Никитин һәйкәле
  • Воронеж ҡалаһында 1911 йылда Никитин майҙанында скульптор И. А. Шуклин проекты буйынса шағирға һәйкәл ҡуйыла. Ҡалала шулай уҡ шағирҙың ике бюсы бар — шағирҙың йорт-музейында (1964) һәм әҙәби музейҙа (2009).
  • Воронежда шағир 1846 йылдан алып йәшәгән йортта, 1924 йылда Никитиндың әҙәби-мемориаль йорт-музейы (И. С. Никитин исемендәге Воронеж өлкә әҙәби музейы) асыла.
  • Воронеж өлкә универсаль фәнни китапханаһы шағир исемен йөрөтә.
  • И. С. Никитин хөрмәтенә Воронеж ҡалаһында Никитин урамы аталған.
  • Шулай уҡ Красноярск, Липецк, Барнаул, Новосибирскиҙа Никитин урамдары бар. Новосибирск халҡының күбеһе урам Афанасий Никитин исемен йөрөтә тип хаталы фекер йөрөтә
  • Воронежда И. С. Никитин исемендәге гимназия бар.
  • 1949 һәм 1974 йылдарҙа СССР-ҙа И. С. Никитин һүрәте төшөрөлгән почта маркалары сығарыла.
  • 2011 йылда Воронеждың 425 йыллығына «Рәсәй почтаһы» И. С. Никитин һәйкәлен һүрәтләгән открытка сығарҙы (скульпторы: И. А. Шуклин).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #39528413 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118786261 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 Никитин Иван Саввич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. Никитин, Иван Саввич // Энциклопедия Кругосвет
  6. Улица Шевченко, 19. PastVu. Дата обращения: 22 июнь 2020.
  7. Цит. по: Никитин И. С. Сочинения. — М.: 1980. — С. 654—655.
  8. Дмитрий Ковалёв Свет высокой любви.
  9. Максимова Марина Владимировна, Орехова Наталья Николаевна Поэзия И. Никитина: эстетика, традиции, перевод // Вестник Удмуртского университета. Серия «История и филология». 2015. Т. 25. № 2. — С. 138.
  10. Кулак. Победитель (15 май 2017).
  11. «Московское обозрение», 1859, кн. 1. Цит. по: Никитин И. С. Сочинения. — М.: 1980. — С. 673.
  12. Черноморский Я. История одной песни // Советская культура, 1973. — 13 марта. — С. 8.

Библиографияһы үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:PD-писатель