Төп менюны асырға
Ир менән ҡатын ҡултамға ҡуя

Никах килешеүе (урыҫ. брачный контракт, брачный договор)— никахҡа инеүселәр йәки никахта тороусылар араһында төҙөлгән килешеү, никахта һәм уны тарҡатыу осрағында ир менән ҡатындың милек хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләй.

Никах килешеүе ике яҡтың да хоҡуҡтарын сикләргә тейеш түгел. Никах килешеүе яҙма формала төҙөлә һәм мотлаҡ нотариаль теркәлергә тейеш. Уны төҙөү өсөн нотариусҡа мөрәжәғәт итеү етә, ул һеҙҙең талаптарҙан сығып документ әҙерләйәсәк. Контракттың никахҡа инер алдынан төҙөлөүе ихтимал, әммә был осраҡта юридик көскә тик гражданлыҡ хәле акттарын теркәү булегендә яҙылғас ҡына инә. Шулай уҡ никахта торған осраҡта теләһә ниндәй ваҡытта төҙөлә ала. Никах килешеүе ир менән ҡатын өйләнгән осорҙа ғәмәлдә була һәм икеһе лә үҙҙәре теләгән ваҡытта ғәмәлдән сығара ала. Уны билдәле бер шарт менән төҙөргә мөмкин. Ниндәйҙер шарт тормошҡа ашҡан йәки, киреһенсә, ашмаған осраҡта теге йәки был бурыс үтәлергә-үтәлмәҫкә тейеш (мәҫәлән, бала тыуыу-тыумауы).

Никах контракты ике яҡлы килешеү төрө тип иҫәпләнә һәм уның дөйөм ҡағиҙәләренә буйһона (Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ кодексының 154 — 181-се статьялары).

Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексының 40, 42-се статьяларына ярашлы, ир менән ҡатын, никах контракты төҙөп, ҡануниәт менән билдәләнгән уртаҡ милек тәртибен (барлыҡ мөлкәткә, уның башҡа төрҙәренә, ир менән ҡатындың шәхси мөлкәтенә ҡарата өлөшләтә йәки айырым милекте билдәләү) үҙгәртә ала. Улар мөлкәт мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы һәр мәсьәләне никах контрактына индерә ала. Бынан тыш, никах ваҡытында йәки уны тарҡатҡандан һуң, ғаилә сығымдарының күләме ир йәки ҡатындың бер-береһен аҡсалата аҫрау күләме, ваҡыты һәм төрҙәре билдәләнә ала.

Тыйылған талаптарҮҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһында Никах килешеүенә түбәндәге шарттар индерелмәй:

  • милеккә ҡағылмаған мөнәсәбәттәрҙе көйләү. Сөнки килешеүҙең шарттарын мәжбүри үтәү мөмкин түгел тиерлек.
  • шәхси хоҡуҡтар һәм балалар менән бәйле бурыстарға ҡағылыу .
  • ир менән ҡатындың хоҡуҡи һәләтлелеген, эшкә яраҡлылығын, судҡа мөрәжәғәт итеү хоҡуғын сикләү. Никах килешеүендә мираҫ ҡабул итеү, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү, никах килешеүен өҙөү, үҙгәртеүҙе һ.б.тыйыусы шарттар булырға тейеш түгел.

Рәсәй ҡануниәтендә никах килешеүен ике яҡ ризалығы менән үҙгәртә алыу ҡаралған.

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә