Немецтар Башҡортостанда

Башҡортостанда немецтар — Башҡортостан халыҡтарының береһе. Күпселеген Стәрлетамаҡ һәм Туймазы райондарында, Өфө, Ишембай, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларында ойошоп йәшәйҙәр.

Немецтар Башҡортостанда

Диндәре: лютерандар, католиктар.

Ареал расселения немцев в России. По данным Всероссийской переписи населения 2010 года

Иҫәбе  үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, немецтар һаны:

1897 йылда Өфө губернаһында— 1,1 мең кеше, Ырымбур губернаһында — 5,5 мең кеше.

БАССР-ҙа 1926 йылда — 6,5 мең, 1939 йылда — 6,3 мең, 1959 йылда — 12,8 мең, 1970. — 12,1 мең, 1979 йылда — 11,3 мең, 1989 йылда — 11 мең кеше йәшәгән,

Башҡортостан Республикаһында 2002 йылда — 8,2 мең, 2010 йылда — 5,9 мең кеше.

Тарихы  үҙгәртергә

Немец халҡының тәүге ауылдары 17 быуатта, улар  Өфө гарнизонында хеҙмәт иткән ваҡытта, барлыҡҡа килгән.

 
Немецкие колонисты (Густав-Теодор Паули. «Этнографическое описание народов России», СПб. 1862)

1894-йылдарҙа Башҡортостанға хәҙерге Дәүләкән районы биләмәләрендә ауылдар ойошторған немец-меннониттар күсеп килә. Дәүләкәнгә улар Европанан тирмәндәр өсөн иң яҡшы ҡоролмалар ҡайтарта. Немецтар революцияға тиклем Балтика буйына, сит илгә (Германияға) ашлыҡ та һата. Коммерсант Фризендың шәхси фотоательеһы һәм китап магазины була. Фризен асылмалар (открыткалар) эшләп сығара башлай. Улар Рәсәй, хатта Европа илдәре буйлап тарала: был яҡтарға, Дим буйынса ҡымыҙ менән туберкулездан дауаланыу өсөн йәйгеһен кеше күпләп килә. Фризен ял итеүселәр өсөн фотоателье ойоштора, ял итеүселәр туғандарына санаторий күренештәре менән асылмаларҙы туғандарына ебәрә. Шулай итеп, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, Дим буйы санаторийҙарына реклама эшләйҙәр. Дәүләкәндәге немецтар революциянан һуң, 1930-сы йылдарҙа сит илгә китә. Меннониттар Канадаға күпләп күсенә.

Маяковскийҙың Америкалағы сәйәхәте ваҡытындағы тәржемәсеһе һәм уның ҡыҙының (Хелен Патрисия Томпсон- Елена Маяковская) әсәһе Элизабет Петровна Зиберт (Элли Джонс) Дәүләкәндә тыуған.

Столыпиндың аграр реформаһы йылдарында хәҙерге Благовар районындағы ерҙәргә Малороссиянан (хәҙерге Украинанан) немецтар күсеп килгән.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР-ға, Волга буйы немецтары АССР-ы бөтөрөлгәс, немецтар күсерелгән. Улар башлыса Ишембай һәм Өфө ҡалаларында трудармияла хеҙмәт иткән.

1984 йылда немецтарҙың ФРГ-ға китеүе башланған.[1]

1993 йылдан һуң немецтарҙың күп өлөшө Германияға эмиграцияға китә. Бер нисә йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы Өфө районының Алексеевский советынан немец халҡының өстән бер өлөшө күсеп китә. Был немецтарҙың Волга буйы автономияһы тергеҙелеүенә өмөтө өҙөлөү һәм уларҙың Рәсәйҙәге киләсәк яҙмышы билдәһеҙ булыу менән бәйле.

Башҡортостан Республикаһында (2010 йыл мәғлүмәттәре) немецтарҙың иң ойошоп йәшәгән ерҙәре: Өфө (1638), Октябрьский (754), Стәрлетамаҡ (527), Салауат (291), Ишембай (245), Бәләбәй (149), Нефтекама (136) ҡалаһы, Дәүләкән һәм Дәүләкән районында (349), Туймазы ҡалаһында һәм Туймазы районында (344), Бәләбәй ҡалаһында һәм Бәләбәй районында (149), Благовар (347), Әлшәй (97), Өфө (96) райондарында.

Хужалыҡтары  үҙгәртергә

Немецтарҙың традицион усадьбаһының айырым һыҙаты булып торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтыларын дүртмөйөш рәүешендә берләштергән бина тора. Традицион ҡатын.-ҡыҙ кейеме кофтанан,бөрмәле   итәктән, алъябыуҙан, баш яулығынан тора; ирем-егет кейеме — күлдәктән, салбарҙан, жилеттан, эшләпәнән тора. Аяҡ кейемдәренән күн башмаҡ иң киң ҡулланылғаны. Традицион аш-һыуҙа йорт туҡмасы һалынған тауыҡ һурпаһы, ыумаслы аш, борщ, емеш-еләк ашы, сусҡа ите менән кәбеҫтәле  ҡаҙ, бәлеш, рулет, төрлө колбасалар. Традицион христиан байрамдары билдәләнә.

Мәҙәни һәм ижтимағи тормоштары  үҙгәртергә

1989 йылдан Башҡортостан Республикаһы немецтарының «Видергебурт» тип аталған мәҙәни-ағартыу союзы, 1998 йылда — Пришиб ауылында «Алексеевский» тарихи-мәҙәни үҙәге, 2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһы немецтарының Милли-мәҙәни автономияһы эшләй.

Башҡортостандың билдәле немецтары  үҙгәртергә

  • Классен Генрих Николаевич- Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетының немец теле кафедраһы преподавателе, Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультетының сит телдәр уҡытыу методикаһы профессоры , СССР немецтары өсөн тәүге әлифба- Fibel авторы, Башҡортостан немецтары һөйләше- түбәнге немец диалектын өйрәнеүсе.Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре[2].
  • Моор Пётр Семёнович [25.12.1934, Башҡорт АССР-ы Топорнин районы, Алексеевка ауылы (хәҙерге БР Благовар районын) — 25.9.2014, Кассель ҡалаһы, Германия; Берлин ҡалаһында ерләнгән], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1980), РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1977). Башҡорт дәүләт аауыл хужалығы институтын (хәҙерге Башҡортостан аграр университетын) тамамлаған (1962). 1955—1994 йылдарҙа Благовар районы “Россия” колхозында эшләй: баш агроном, 1964 йылдан -рәйес. 1995— 1998 йылдарҙа Өфөләге Саксония РФ менән экономик хеҙмәттәшлек контакт бюроһында эшләй. Моор етәкселегендә колхоз игенселек һәм малсылыҡ буйынса юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. РСФСР-ҙың Юғары Советының 10-сы саҡырылышы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1964, 1976), “Почёт Билдәһе” (1971) ордендары кавалеры[3]
  • Гегелен Гарри Райнгольдович- Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультеты немец теле кафедраһы преподавателе, ағаһы ФРГ-ға китеү сәбәпле СССР-ҙа уға мөмкинлектәр сикләнгән була. ФРГ-ла йәшәй.
  • Пауль Тиман- Рәсәй киномагнаты, Беренсе донъя һуғышы ваҡытында немецтарҙы Петроград һәм Мәскәүҙән төпкөлгә ҡыуалар. Тиман Өфөгә ебәрелә.Бында ул Башҡортостанда тәүге фильмды төшөрә. Фильм «Мөфтөй Солтановты ерләү» тип атала (1915).
  • Сухова (Айснер) Ида Арнольдовна -Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультеты сит телдәр уҡытыу методика кафедраһы доценты, бер нисә китап авторы.
  • Иван (Иоганн) Каспер - Башҡортостан немецтары ойошмаһы "Видергебурт" рәйесе, Башҡортостан немецтарының Милли-мәҙәни автономияһы Советы рәйесе , Немец мәҙәниәте халыҡ союзы президиумы ағзаһы , Рәсәй немецтарының милли-мәҙәни автономиялары Советы ағзаһы .
  • Герман Давыдович Арнгольд - "Видергебурт"Башҡортостан немецтары ойошмаһы рәйесе (хәҙер почётлы рәйес), 8 .03. 1923 , Цюрих ауылы,Волга буйы немецтары АССР-ы. 1941 йылда хәҙерге Саратов өлкәһе Энегельс немец педагогия институның ике курсын тамамлай, һуғыш ваҡытында бөтә

СССР-ҙың Европа өлөшөндә йәшәгән немецтар кеүек депортация, хеҙмәт армияһы, Алтайҙа, хәҙерге Пермь крайында, Башҡортостанда спецпоселениела була. Һуғыштан һуң Саратов нефть техникумын, шунан институт тамамлап, экономист һөнәре алып сыға. « Башнефтегеофизика» производство берләшмәһенең нормировщик вазифаһынан генераль директорҙың экономика буйынса урынбаҫары дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Quellen/ Источники:„Neues Leben“ Центральная газета российских немцев.

Иҫкәрмәләр  үҙгәртергә

  1. Гималтдинова И. И. «Немцы» Республики Башкортостан. История расселения. Язык и национальная культура // Молодой ученый. — 2016. — № 16. — С. 274—276. — URL https://moluch.ru/archive/120/33192/ (дата обращения: 19.12.2017).
  2. http://www.bashinform.ru/.../1005047-ufimskiy-avtor-nemetskogo-bukvarya-k-100-letiyu-l.
  3. башкирская-энциклопедия.рф/index.php/2-statya/16111-moor-pjotr-semjonovich

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Гималтдинова И. И. «Немцы» Республики Башкортостан. История расселения. Язык и национальная культура // Молодой ученый. — 2016. — № 16. — С. 274—276. — (дата обращения: 19.12.2017).
  • Кузеев Р. Г., Бабенко В. Я. Немцы в Башкирии //Этнические и этнографические группы в СССР и их роль в современных этнокультурных процессах. Уфа, 1989;
  • Григорьев Д. В. Немцы Башкортостана в конце XIX—XX вв. Уфа, 2002;
  • Гульназира БИИШЕВА. «Немцы призывали башкир не воевать за Россию»//proufu.ru, 17 Марта 2015
  • Мухаметзянова Р. М. Немецкие национальные школы в Башкирии на рубеже XIX—XX века //Археография Южного Урала: материалы IV Межрегион. науч.‑практ. конф. Уфа, 2004.
  • Хабибуллина А. Р. Немцы Башкортостана // II международная научно-практическая конференция «Национальные культуры в социальном пространстве и времени». Прага, 10 — 11 марта 2014 г. — Прага: Vědecko vydavatelské centrum «Sociosféra-CZ», 2014. 158 с. — С. 75 — 81.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Немцы Ҡалып:Народы Башкортостана