Наташев Алексей Емельянович

Наташев Алексей Емельянович (12 август 1928 йыл — юрист, совет енәйәт һәм енәйәт төҙәтеү хоҡуғы, шулай уҡ криминология белгесе; Ленинград дәүләт университетын тамамлаған (1951), юридик фәндәр докторы, диссертацияһын совет холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт ҡануниәте тураһында яҡлаған (1973);СССР Эске эштәр министрлығы академияһының яза башҡарыуҙы үтәүсе органдар менән идара итеү кафедраһының профессоры һәм начальнигы; криминология һәм енәйәт иҫкәртеү ойошмалары кафедраһы профессоры.

Наташев Алексей Емельянович
Тыуған көнө

12 август 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Вафат көнө

30 июнь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (70 йәш)

Ғилми дәрәжәһе

юридик фәндәр докторы

Биографияһы үҙгәртергә

Алексей Наташев Оло Дьяконовский ауылында тыуған. Был ауыл Вологда өлкәһе Шекснинский районы территорияһында (шул йылдарҙа Вологда губернаһы) урынлашҡан. Урта белем алғас, ул А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетына уҡырға инә һәм уны 1951 йылда тамамлай. Юғары белем алғас, Бөтә Союз юридик фәндәр институтының (бөгөн — Рәсәй ҡануниәтен һәм хоҡуҡ институты) аспирантураһына уҡырға инә.

1960 йылда Наташев аспирантураны тамамлай һәм ике йылдан һуң, РСФСР эске эштәр министрлығы Юғары мәктәбендә ғилми етәксеһе профессор Борис Утевский етәкселеге аҫтында «Наблюдательные комиссии и их роль в осуществлении советской исправительно-трудовой политики» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була. 1973 йылда шулай уҡ Эске эштәр министрлығы Юғары мәктәбендә «Теоретические основы советского исправительно-трудового законодательства (задачи, сущность и применение)» темаһына докторлыҡ диссертацияһыяҡлай — юридик фәндәр докторы булып китә.

ЙылдаСССР тарҡалғас, 1987—1993 йылдарҙа Наташев СССР Эске эштәр минстрлығы академияһында яза башҡарыуҙы үтәүсе органдар менән идара итеү кафедраһы начальнигы була (бөгөн — Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығы академияһы). Һуңғараҡ, 1993—1997 йылдарҙа, ул шул уҡ академияға ҡараған криминология һәм енәйәт иҫкәртеү ойошмалары кафедраһы профессоры булып тора. Эске хеҙмәт полковнигы була. 1999 йылдың 30 июнендә вафат була.

Эштәре үҙгәртергә

Алексей Наташев йөҙ илленән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән бер нисә монографияларҙың авторы һәм авторҙашы булып тора; холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт (енәйәт-башҡарма), криминология мәсьәләләре менән шөғөлләнә , яза башҡарыу органдары эшмәкәрлеге менән идара итеү проблемаларын өйрәнә. Рәсәйҙең тәүге йылдарында, ул 1930-1950 йылдарҙа үткән совет сәйәси репрессия ҡорбандарын реабилитациялау процесында ҡатнаша; иректән мәхрүм итеү урындарында законлылыҡтың үтәлешен күҙәтә (енәйәт иҫкәртеү ойошмалары менән холоҡ төҙәтеү учреждениеларында):

  • «Основы теории исправительно-трудового права» (1967);
  • «Советская исправительно-трудовая система» (1983);
  • «Управление органами, исполняющими наказания» (1983);
  • «Советская исправительно-трудовая политика и ее реализации в деятельности органов внутренних дел» (1985).

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.
  • Выдающиеся ученые-пенитенциаристы России второй половины XX века: Биографический сборник / Под общ. ред.: Селиверстов В. И. — М.: НИИ ФСИН России, 2009. — 144 c.

Һылтанмалар үҙгәртергә