Намаҙҡаев Фәйзи Вәли улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Намаҙҡаев Фәйзи Вәли улы (рус. Намазкаев Файзи Валиевич; 12 март 1906 йыл — 6 апрель 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы яугиры[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры[1].

Намаҙҡаев Фәйзи Вәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 12 март 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Темәс, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 апрель 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Фәйзи Вәли улы Намаҙҡаев 1906 йылдың 12 мартында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Темәс ауылында тыуған[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән, өлкән сержант. Ворошиловоград өлкәһе Чернухино станцияһы өсөн тиңһеҙ алышта минометсы Намаҙҡаев Фәйзи айырыуса батырлыҡ күрһәтә: дошмандан ҡул пулеметын тартып алып, өс немецты юҡ итә, ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» хәрби миҙалға лайыҡ була[2]. Һуғыштан һуң, 1964—1966 йылдарҙа — Сибай педагогия училищеһында хужалыҡ буйынса директор урынбаҫары.

1973 йылдың 6 апрелендә Сибай ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә