Мөхәмәтйәров Ғашим Иҙрис улы

Мөхәмәтйәров Ғашим Иҙрис улы (19 ноябрь 1900 йыл — 7 ғинуар 1952 йыл) — ғалим-табип, хирург. Медицина фәндәре докторы (1951), профессор. Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1940)[1].

Мөхәмәтйәров Ғашим
Иҙрис улы
Тыуған көнө

19 ноябрь 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы Сембер губернаһы (хәҙерге Татарстан Республикаһы) Быуа ҡалаһы

Вафат көнө

7 ғинуар 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (51 йәш)

Вафат урыны

Ҡазан

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми даирәһе

Хирургия

Эшләгән урыны

Ҡазан медицина институты
Ҡазандың 3-сө ҡала клиник дауаханаһы
Ҡазан табиптарҙың белемен камиллаштырыу дәүләт институты

Альма-матер

Ленинград 1-се дәүләт медицина институты

Ғилми дәрәжәһе

Медицина фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

Вишневский алымы буйынса новокаин блогының эш итеү механизмы мәсьәләләре буйынса белгес

Награда һәм премиялары 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
«Почёт Билдәһе» ордены
Медаль «За оборону Сталинграда»
Медаль «За оборону Сталинграда»

Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1940)

Биографияһы үҙгәртергә

1900 йылдың 19 ноябрендә Рәсәй империяһы Сембер губернаһы Буинск ҡалаһында тыуған.

1928 йылда Беренсе Ленинград дәүләт медицина институтын тамамлай, һуңынан шунда уҡ тире-венерология клиникаһында эшләй.

Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, 1929 йылдан алып Татар АССР-ы Мамадыш кантоны Саба ауылында участка дауаханаһы мөдире булып эшләй.

Һуңынан 1930 йылдан А. В. Вишневский исемендәге хирургия клиникаһында төрлө операциялар үткәрә. 1934 йылда Ҡазан медицина институтында уҡыта башлай, унда хирургия факультеты кафедраһы мөдире була, бында 1951 йылға тиклем эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, РККА-ға хәрби табип итеп мобилизациялана. Көньяҡ-Көнбайыш фронтта, һуңынан 1-се Балтик буйы фронтында ялан хирургы була. Һуғышта Ҡыҙыл Йондоҙ[2], II дәрәжә Ватан һуғышы (1944), I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары (1945); «Сталинградты обороналаған өсөн», «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[3].

Демобилизацияланғандан һуң 1945 йылдан алып 3-сө ҡала клиник дауаханаһының баш табибы булып эшләй.

1951 йылда Ҡазан дәүләт табиптарҙың белемен камиллаштырыу институты директоры итеп тәғәйенләнә.

Мөхәмәтйәров Вишневский алымы буйынса новокаин блогының эш итеү механизмы мәсьәләләре буйынса фәнни хеҙмәттәр авторы.

1952 йылдың 7 ғинуарында Ҡазанда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1942)
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944)
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены](1945)
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы|
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1940)

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Опыт применения аутогемотерапии при воспалительных гнойных процессах // Труды Казанского медицинского института. 1935. Том 1-2 (соавтор).
  • Результаты хирургического лечения язв желудка и 12-перстной кишки // Казанский медицинский журнал. 1937. № 3 (соавтор).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Казанская медицинская академия. 75 лет (1920—1995). Казань, 1997.
  • Павлухин Я. Г. История медицины Татарстана в лицах. Казань, 1997.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә